Яңы ғына өйләнешеп, Белоретҡа күсеп килгәс, шаулы ҡала тормошона күнегә алмай ҡаңғырған, туғандарҙы һағынып күңел болоҡһоған саҡтарҙа “апа”, “инәй” тип уларға ураған һайын йүгереп килгәнмендер ул, моғайын. Һәр саҡ яҡты йөҙ күрһәтеп ҡаршы алыр, табындарынан һис ҡасан өҙөлмәгән тәмле бәлештәре менән һыйлап, фәһемле кәңәштәрен биреп оҙатып ҡалырҙар ине.Илле йылдан ашыу бергә һоҡланғыс ғүмер кисергән Хөбөтдиновтар ғаиләһе менән әле лә аралашып, ҡатнашып йәшәйбеҙ. Уларҙың татыу, кешелекле, эшһөйәр булыуы беҙгә генә түгел, башҡаларға ла оло үрнәк. Ошо көндәрҙә ғаилә башлығы Камил Йосоп улы 70 йәшен билдәләй. Аҡһаҡалдан бәхетле, бәрәкәтле тормош серен һорарға батырсылыҡ иттем.
– Атай-әсәйем халыҡ араһында абруй ҡаҙанған кешеләр ине, – тип хәтер йомғағын һүтте ул. – Атайым директор, партком секретары, ауыл Советы рәйесе кеүек яуаплы урындарҙа эшләне, өйҙә үҙен һирәк күрер инек. Һағынып китһәм, папкаһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып: “Минең дә атай булғым килә!” – тип йөрөгәнмен. Хыялымды тормошҡа ашырҙы Аллаһ Тәғәлә: ғүмер буйы халыҡ менән эшләнем, етәкселек йөгөн тарттым.
Тағы бер ҡыҙыҡлы хәл иҫтә ҡалған. Олатайым Белорет ҡалаһына ниндәйҙер эш менән барғанда арбаһына мине лә ултыртып алды. Йомошон йомошлағас, Өфө урамында йәшәгән “знакум”ына туҡталды. Атты шуларҙа туғарып, эргәләге Ағиҙелгә һыу эсерергә алып төшөргә булғас, мин дә эйәрҙем. Ҡараһам, урыҫ малайҙары велосипедта йөрөп ята. Ошоғаса күргән нәмәм булмағас, миңә ҡыҙыҡ тойолдо. Тегеләрҙе күҙәтә-күҙәтә арттарынан эйәргән дә киткәнмен. Ярай, аңғарып ҡалып, эҙләп сыҡҡандар. Йәһәт табылдым. Ҡото осҡан олатайым мине ауылға ҡайтып еткәнсе киҫәтте, атай менән әсәйгә “юғалыу тарихы” тураһында һөйләмәҫкә һүҙ бирҙерҙе. Ә мин, ҡапҡа асып ҡаршылап торған атайымды күргәс, ҡыуанысымдан арбанан төшөр-төшмәҫтән һөйөнсөләнем: “Ә мин ҡалала юғалдым да табылдым!”
Алда әйткәнемсә, атайым йәмәғәт эшенән бушамағас, донъя йөгөн тартыу ғаиләләге биш баланың иңендә булды: бәләкәйҙән һыу ташыныҡ, утын ярҙыҡ, бесән саптыҡ. Уҡыуҙа ла һынатманыҡ. Әзекәйҙә башланғыс мәктәп кенә булғас, артабан Боғанаҡ ауылына йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Атай-әсәйебеҙ юлын дауам итеп, бөтәбеҙ ҙә юғары белем алдыҡ. Ҡасим ағайым тормошон хәрби хеҙмәткә бағышланы. Хәнифә апайым ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләп, әле хаҡлы ялда. Риф ҡустым да педагог ине. Үкенескә ҡаршы, бик йәшләй баҡыйлыҡҡа күсте. Ә төпсөгөбөҙ Гүзәл – шәхси эшҡыуар...
Белорет педагогия училищеһында уҡыған йылдарын Камил Йосоп улы айырыуса һағынып иҫкә ала. Яҡшы өлгәшеү менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, спорт менән ныҡлы шөғөлләнә ул. Район, республика кимәлендә үткәрелгән саңғы ярыштарында гел беренселекте яулай. Педагогия училищеһында уҡыу дәүере уға ғүмерлек мөхәббәтен осратыуы менән дә ҡәҙерле. “Инәйең һылыу, сая, ярҙамсыл булыуы менән күңелемде арбаны”, – ти ул.
Училищены тамамлағас, йәш ғаиләне Бөрйәнгә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Әммә Камил Йосоп улына унда оҙаҡ эшләү насип итмәй – армия сафына алалар. Унда үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәткән, “Маҡтаулы хеҙмәт өсөн. В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу хөрмәтенә” юбилей миҙалы менән бүләкләнгән һалдат командирҙары иғтибарынан ситтә ҡалмай. Уны комсомол эше буйынса сәйәси инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Партия сафына ла ошонда алына.
Һалдат бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡас, Камил Йосоп улы тыуған ауылында ең һыҙғанып уҡытыусылыҡ хеҙмәтенә тотона. Тиҙҙән уны Белорет ҡалаһына комсомол комитетының ойоштороу бүлеге мөдире итеп эшкә саҡыралар. Әлбиттә, ят ер йәш ғаиләне ҡолас йәйеп ҡаршы алмай.
– Ҡулда кескәй Ғәлим дә сумаҙанға тултырылған кейем-һалым. Шулай сығып киттек ҡалаға, – тип һүҙгә ҡушыла Ғәлимә инәй. – Эш хаҡы аҙ, уны нимәгә еткерергә лә белеп булмай. Өҫтәүенә икебеҙ ҙә Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетында ситтән тороп уҡып йөрөйбөҙ. Фатир алғанға тиклем байтаҡ ваҡыт өйҙән өйгә күсенеп йөрөргә тура килде. Үҙебеҙҙең тырышлыҡ, сәм арҡаһында нығынып йәшәп киттек инде.
Артабан Камил Йосоп улы ниндәй генә яуаплы вазифаларҙы башҡармаған: комсомолдың район комитеты секретары, мәғариф бүлеге мөдире, партияның район комитетында агитация һәм пропаганда бүлеге етәксеһе, мәғариф хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе, Белорет ҡала һәм район Советының ойоштороу бүлеге секретары һ.б. Һәр ҡайҙа ул үҙен тырыш, оҫта хужа итеп таныта, ябай, кешелекле булыуы менән абруй ҡаҙана. Һайлауҙарҙы, сессияларҙы юғары кимәлдә үткәреү, ауыл Советтары башлыҡтары менән тығыҙ бәйләнеш булдырыу, районға ҡараған биләмәләрҙең сиген билдәләү, уставтарын яҙыу, райондың геральдикаһын төҙөү, ябай халыҡҡа бәйле төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса бихисап эш атҡара. Камил Йосоп улының хеҙмәте дәүләт, урындағы етәкселек тарафынан юғары баһалана: ул КПСС-тың, ВЛКСМ-дың, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Үҙәк һайлау комиссияһының, район, ҡала советтарының маҡтау ҡағыҙҙарына, иҫтәлекле бүләктәренә, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһына, “Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
– Барлыҡ уңыштарым өсөн ҡатыным Ғәлимәгә рәхмәт, – ти Камил Йосоп улы. – Минең бар ғүмерем эштә, командировкаларҙа уҙҙы тиһәң дә була. Ҡатыным иһә Белорет медицина колледжында тарих фәнен уҡытырға ла, улдарыбыҙ Ғәлим менән Илдарға дөрөҫ тәрбиә бирергә лә, донъябыҙҙы ялт иттереп тоторға ла өлгөрҙө. Ул миңә рухи яҡтан ныҡлы терәк булды. Әле лә бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, ихтирам итеп, ҡәҙерләп йәшәйбеҙ.
Эйе, алма ағасынан алыҫ төшмәй: Хөбөтдиновтарҙың улдары үҙҙәре кеүек аҡыллы, тырыш. Ғәлим Камил улы – педагогика фәндәре кандидаты, һәләтле рәссам. Ул тиҫтә йылдан ашыу Белорет металлургия колледжы директоры бурысын лайыҡлы атҡара. Ә Илдар Камил улы халыҡтың һаулығы һағында: Магнитогорск ҡалаһының 3-сө дауаханаһында анестезиолог-реаниматолог булып эшләй. Икеһенең дә ғаиләһендә бына тигән уландар үҫә.
Тынғыһыҙ Хөбөтдиновтар хаҡлы ялда ла әүҙем тормош менән йәшәй. Ейәндәрен тәрбиәләшәләр, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫтермәй улар! Егәрле хужаларын ҡыуандырып, барыһы ла йыл һайын емерелеп уңа. Ғәлимә инәй үҙҙәре генә түгел, улдарының ғаиләләре өсөн дә йыл әйләнәһенә етерлек ҡайнатма, компот, турамалар әҙерләп ҡуя. Ә ихата алдындағы матурлыҡ!.. Сағыу төҫтәрҙә баҙлаған әллә күпме төрлө сәскә иртә яҙҙан ҡырау төшкәнсе күҙҙе лә, күңелде лә иркәләп, хужаларға ла, эргә-тирәләгеләргә лә, ҡунаҡтарға ла сикһеҙ дәрт-дарман, яңы һулыш өҫтәй, донъяға ҡарата һөйөүҙе арттыра.
– Бәхетле, бәрәкәтле тормоштоң нигеҙе – сабырлыҡ, ныҡышмаллыҡ. Ауыр саҡта түҙемле була белһәң, өҙлөкһөҙ маҡсатыңа табан барһаң – уңыш йылмайыр, – тип тамамланы әңгәмәбеҙҙе өлгөлө ғаилә башлығы Камил Йосоп улы.
Белорет ҡалаһы.