Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағинәй кәңәштәре
Ағинәй кәңәштәреБыл һүҙҙәр ҡасандыр тормошҡа сыҡҡан Фәриха өләсәйемә уның оло инәһе Бибиғәйшә тарафынан әйтелгән. Хәҙер инде улар икеһе лә мәрхүмә, әммә өләсәйемдең һөйләгәндәрен, оло йәштәге әсәйемдең өгөт-нәсихәтен барлағанда ҡәҙерләп иҫкә алам. Бәлки, беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, ошо фатиха һүҙҙәр тормошта фәһем булыр, тиеүем.

1. Бер ваҡытта ла балаларың алдында уларҙың атаһы – ирең менән низағлашма. Был һинең хәләл ефетеңә булған ихтирамыңды, ә киләсәктә балаларыңдың атаһына булған ихтирамын билдәләйәсәк. Ул-ҡыҙҙарың әсәйҙе лә, атайҙы ла ихтирам итмәйәсәк. Ә был – бөтә бәләнең башы. Әгәр ҙә балалар ата-әсәһен ҡәҙерләмәһә, улар тиҙҙән һеҙҙе тыңламай башлаясаҡ.
2. Бер ваҡытта ла иреңә асыҡтан-асыҡ идара итмә. Был тормоштағы ҡатын-ҡыҙ өлөшө түгел. Гүзәл зат – һығылмалы зат, тал кеүек нескә, бесәй кеүек иркә була бел. Белһәң, ирең үҙе үк һин теләгән әйберҙәрҙе булдырырға теләр, тырышлыҡ һалыр.
3. Өй-йортоңда тыныслыҡты һаҡлау – һинең өлөшөң. Кәрәк икән, ғәфү итергә, ғәфү үтенергә һәм һәр саҡ беренсе булып йылмайырға өйрән. Низағтар, үпкәләшеүҙәр, тауыш ғаиләне боҙа.
4. Бер ваҡытта ла өй эштәреңде насар кәйефтә һәм яман уйҙа башлама, ғаиләңдә ауырлыҡ тыуҙы­рырһың. Яҡшы эштең башы – яҡшы уй һәм яҡты ниәт. Таҙалыҡтың, яҡты­лыҡтың ҡото – һинән, ә таҙалыҡ – ярты иман. Өй-йортоңда ла, уйҙарыңда ла таҙа, инсафлы булып ҡал.
5. Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә. Нимәгәлер өйрәнеүҙән, уҡымышлы булыуҙан ҡурҡма, ялҡау булма. Белемле, тәрбиәле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙың балалары ла аҡыллы, тәрбиәле булыр. Ә аҡыллы балаларҙың киләсәге лә яҡты, ҡорасаҡ ғаиләләре лә ҡотло булыр.
6. Яратҡан кешеңде юҡ-барға ҡыҙғанма. Көнләшеү ғаиләнең боҙолоуына алып килә. Ирең ярата икән, ул “һул”ға ҡарамаҫ, шуға ла үҙеңде яраттырырға өйрән, ғаиләлә мөхәббәт һәм ихтирам тойғоһон һаҡла.
7. Ризыҡты яҡты күңел менән, яратып, теләп, тәмле итеп бешер. Ирең болғама ашарға мал түгел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә