Был һүҙҙәр ҡасандыр тормошҡа сыҡҡан Фәриха өләсәйемә уның оло инәһе Бибиғәйшә тарафынан әйтелгән. Хәҙер инде улар икеһе лә мәрхүмә, әммә өләсәйемдең һөйләгәндәрен, оло йәштәге әсәйемдең өгөт-нәсихәтен барлағанда ҡәҙерләп иҫкә алам. Бәлки, беҙгә, ҡатын-ҡыҙға, ошо фатиха һүҙҙәр тормошта фәһем булыр, тиеүем.1. Бер ваҡытта ла балаларың алдында уларҙың атаһы – ирең менән низағлашма. Был һинең хәләл ефетеңә булған ихтирамыңды, ә киләсәктә балаларыңдың атаһына булған ихтирамын билдәләйәсәк. Ул-ҡыҙҙарың әсәйҙе лә, атайҙы ла ихтирам итмәйәсәк. Ә был – бөтә бәләнең башы. Әгәр ҙә балалар ата-әсәһен ҡәҙерләмәһә, улар тиҙҙән һеҙҙе тыңламай башлаясаҡ.
2. Бер ваҡытта ла иреңә асыҡтан-асыҡ идара итмә. Был тормоштағы ҡатын-ҡыҙ өлөшө түгел. Гүзәл зат – һығылмалы зат, тал кеүек нескә, бесәй кеүек иркә була бел. Белһәң, ирең үҙе үк һин теләгән әйберҙәрҙе булдырырға теләр, тырышлыҡ һалыр.
3. Өй-йортоңда тыныслыҡты һаҡлау – һинең өлөшөң. Кәрәк икән, ғәфү итергә, ғәфү үтенергә һәм һәр саҡ беренсе булып йылмайырға өйрән. Низағтар, үпкәләшеүҙәр, тауыш ғаиләне боҙа.
4. Бер ваҡытта ла өй эштәреңде насар кәйефтә һәм яман уйҙа башлама, ғаиләңдә ауырлыҡ тыуҙырырһың. Яҡшы эштең башы – яҡшы уй һәм яҡты ниәт. Таҙалыҡтың, яҡтылыҡтың ҡото – һинән, ә таҙалыҡ – ярты иман. Өй-йортоңда ла, уйҙарыңда ла таҙа, инсафлы булып ҡал.
5. Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә. Нимәгәлер өйрәнеүҙән, уҡымышлы булыуҙан ҡурҡма, ялҡау булма. Белемле, тәрбиәле, аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙың балалары ла аҡыллы, тәрбиәле булыр. Ә аҡыллы балаларҙың киләсәге лә яҡты, ҡорасаҡ ғаиләләре лә ҡотло булыр.
6. Яратҡан кешеңде юҡ-барға ҡыҙғанма. Көнләшеү ғаиләнең боҙолоуына алып килә. Ирең ярата икән, ул “һул”ға ҡарамаҫ, шуға ла үҙеңде яраттырырға өйрән, ғаиләлә мөхәббәт һәм ихтирам тойғоһон һаҡла.
7. Ризыҡты яҡты күңел менән, яратып, теләп, тәмле итеп бешер. Ирең болғама ашарға мал түгел.