Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Теләк бар ҙа ул...
Бөгөн күпселектең сит ил машинаһына өҫтөнлөк биреүе һәр кемгә билдәле. Сер түгел: аҡсаһы наҡыҫ булғаны ла бурысҡа инеп, кредитҡа сумып булһа ла, ҡыйбатлы машинаны һайлай. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең автомобиль сәнәғәте ауырлыҡ кисерә. Тап ошо кәмселекте бөтөрөү маҡсатынан Рәсәй Хөкүмәте күптән түгел 2025 йылға тиклем ил сәнәғәтен үҫтереү стратегияһын раҫланы. Уға ярашлы ошо ваҡытҡа ил халҡының 80—90 проценты үҙебеҙҙең “тимер ат”ҡа күсеп ултырырға тейеш.

Бынан тыш, экзотик транспортты файҙаланыуға әүҙемерәк индереү хаҡында ла һүҙ бара. Документта, мәҫәлән, электромобилдәр, пилот­һыҙ транспорт саралары... Был маҡсатҡа өлгәшеү юғары технологиялар индереү иҫәбенә күҙаллана. Ошо юҫыҡҡа 62,3 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Ә ғилми-тик­шеренеү һәм тәжрибә-конструк­торлыҡ эшенә килгән табыштың биш процентына тиклем еткереү планлаштырыла. Алдынғы сит илдәрҙә аҡса ошо күләмдә бүленә.
Әлегә был юҫыҡта хәлдәр нисек һуң? Бөгөн илдә дан алған предприятиеларҙың да һөҙөмтәләре шаҡтай түбән. Мәҫәлән, “КамАЗ”-дың был сығымы — 2,6, “АвтоВАЗ”-дыҡы 1,2 процент тәшкил иткән. Сағыштырыу өсөн: “Дженерал Моторс” — 5,1, “Форд” — 4,8, “Рено” — 4,6 процент.
Әйткәндәй, ил етәкселегенең үҙебеҙҙең автомобиль етештереү тармағын сит илдәрҙекенә тиңләштерергә тырышыуы тәү тапҡыр ғына түгел, сөнки Европанан, АҠШ-тан, Япониянан шаҡтай ҡалышабыҙ. Был, әлбиттә, беҙҙең конструкторҙарҙың насар эшләүенә бәйле түгел. Уның төп сәбәбе етештереүгә яңы өлгөләрҙе үтә яй индереүҙә ине. Комплектация сифаты, запас частар менән дә маҡтана алманыҡ.
Аңлашылыуынса, яңы стратегия беҙҙең юлдарҙа үҙебеҙҙең машиналар ғына елдерәсәк тигәнде аңлатмай. Бөгөн, мәҫәлән, Ленинград өлкәһендә “Форд”, Калугала “Фольксваген” автомобилдәре йыйыла. Стратегия авторҙары Рәсәйҙә эшләнгән бындай машиналар деталдәрен бөгөнгө 45-тән 70—75 процентҡа арттырырға ынтыла. Мәғлүм булыуынса, икенсел баҙарҙа Рәсәйҙең сит ил машиналары башҡа дәүләттәрҙән индерелгәндән ун процентҡа осһоҙораҡ.
Бөгөн Рәсәйҙә иң ныҡ таралған марка — LADA. Халыҡ телендә “семерка”, “шестерка” тип йөрөтөлгән машиналар хәҙер етештерелмәһә лә, әлегә уларҙы ҡулланыусылар бар. Юлһыҙ урындарҙа иркен йөрөгән “Нива”ны ла (хәҙер ул LADA 4х43D тип йөрөтөлә) онотмайыҡ. Был өсәү иҫәбенә ун процент тура килә. Сит ил машиналары араһындағы лидер “Форд Фокус” үҙ рәтенән төшөп ҡалды. Белгестәр әйтеүенсә, етештереүҙән алып ташланған автомобилдәрҙең 80 проценты самаһы әле юлдарҙа йөрөүен дауам итә.
Үҙебеҙҙең машиналар паркының иҫкерә барыуы ла сер түгел. Биш йыл элек ун йылдан күберәк хеҙмәт иткән “тимер ат”тар 50 процент самаһы булһа, хәҙер улар 54 процентҡа еткән. Йыл һайын Рәсәй халҡының машинаһын һүлпәнерәк алмаштырыуы күҙәтелә. 2008 йылда яңы автомобилде уртаса өс йылдан һуң һатһалар, 2017 йылда дүрт йыл да туғыҙ ай булған. Әйткәндәй, ҡыйбатлы сит ил машиналарының хужалары “дуҫын” йышыраҡ — өс йылда ун айҙан һуң алмаштыра. Рәсәй машиналары эйәләре, киреһенсә, тәгәрмәсле иптәштәренә тоғрораҡ булып, бары 63 айҙан һуң ғына уны яңыртыуҙы хуп күрә.
Бөгөн беҙҙә 42,4 миллион еңел машина бар, ә биш йылдан һуң был һандың 48 миллионға етере көтөлә.
Әйткәндәй, былтыр Рәсәй автомобиль сәнәғәте өсөн уңышлы булған. Бөтәһе бер миллион 337 мең еңел машина сығарылған — 2016 йылдан 20 процентҡа күберәк. Йәнә шуныһы мөһим: был совет осорондағы иң юғары күрһәткестән юғары. Мәҫәлән, 1985 йылда бер миллион 332 мең “тимер ат” йыйылған.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 6

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 4

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 5

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 5

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә