Ростов өлкәһендә хәрби ҡәберлек бар, унда батырҙар ҡәберендә 13 Советтар Союзы Геройы, шул иҫәптән Башҡортостандан яҡташтарыбыҙ Зөбәй Үтәғолов менән Тимерәй Көбәкәев тә ерләнгән. Улар иптәштәре менән бергә ғүмерен ҡорбан итеп хәрби бурысын үтәгән һәм уларҙың ҡаһарманлығы арҡаһында Красновка станцияһы азат ителгән. Сталинградта ҡамауҙа ҡалған Паулюстың 6-сы армияһына тимер юл аша ярҙамға ашыҡҡан вермахт ғәскәрҙәре эшелоны туҡтатылған. Красновканың 13 геройы
Былтыр 2017 йылда тап ошонда, Тарасов районының Красновка станцияһында, беҙҙең автойөрөш тамамланғайны. Беҙ Мамай ҡурғанынан Волгоград һәм Ростов өлкәһе юлдары буйлап – 700 саҡрым самаһы, ә Башҡортостан Республикаһынан килгән ҡунаҡтар ике мең саҡрымдан ашыу юл үтте. Арыуыбыҙға ҡарамаҫтан, ҡәнәғәт инек, ҡуйылған бурыстар үтәлде, маҡсатҡа ирештек. Тиҫтәләгән хутор һәм станицала туҡталдыҡ, батырҙар ҡәберлегенә сәскәләр һалдыҡ, митингыларҙа ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫкә алдыҡ, дин әһелдәре оҙаҡ йылдар дауамында тәүге тапҡыр зыяратта аят – Ҡөрьән сүрәләрен уҡыны. Ә Артур Ғайсаров башҡарыуындағы “Урал” көйө батырҙар ҡәберлегендә үҙенә күрә бер реквием, башҡорт халҡының мөрәжәғәте кеүек яңғыраны, совет халҡы менән бергә Ватаныбыҙ ирке һәм үҙаллылығы өсөн башҡорт яугирҙәренең дә һуғышыуын һәм батырҙарса һәләк булыуын хәтергә төшөрҙө.
Украинанан беҙҙе бер нисә саҡрым ғына айыра, әле сик ябыҡ. Красновка станцияһы аша үткән Миллеров – Луганск тимер юлы 20 йыл тиерлек эшләмәй, был арала шпалдар араһында ағастар үҫеп сыҡҡан. Рельстар һаҡланған, уларҙы металға тапшырмайҙар. Халыҡ әле булһа, тимер юл эшләй башлар ҙа үтеп барған поездар, оҙон гудок биреп, һәләк булған геройҙарға үҙҙәренсә честь бирер, тип ышана. 2015 йылда ҡышын Красновкаға килгәндә, ап-асыҡ итеп артиллерия канонадаһын ишеттек! Әле тынлыҡ, был күп михнәт күргән ерҙә ҡасандыр тыныслыҡ урынлашырына өмөт бирә. Ә әлегә Украинала граждандар һуғышы бара.
Красновкала беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегацияһы, “Йәшлек” гәзите, “Юлдаш” радиоһы, БЮТ телеканалы хәбәрселәре менән йылы хушлаштыҡ, беҙгә, Дондағы Ростовтан булған ҡатнашыусыларға, Тарасов районының Митякинская станицаһына барып етергә кәрәк ине. Унда – батырҙарса һәләк булған ауылдаштарым, Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылынан өлкән лейтенант Р.Б. Усмановтың һәм сержант Г. Х. Хәлиуллиндың ҡәберҙәре. Мөмкинлек булғас та ҡәберҙәренә зыярат ҡылам, тигән вәғәҙәм бар ине туғандарыма. Митякинская станицаһына сик янынан Северский Донец йылғаһы буйлап 100 саҡрым үтергә кәрәк ине. Унда мин яҡташтарымдың совет халҡы менән бергә ҡаһармандарса алышып, Ватаныбыҙ өсөн башын һалғанына, намыҫсанлығына тағы бер ҡат инандым. Яңы Яппар ауылында һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан ауылдаштарымдың яртыһы орден һәм миҙалдар алған офицерҙар ине. Сталинград һуғышын үткән атайым Бакир Ишмөхәмәт улы Сәлимов та капитан булып ҡайтты, дуҫы, Александр Невский һәм тағы биш орден алған Ниғәмәтбай Аҫылгәрәй улы Имамбаев – өлкән лейтенант.
Тап ошонда, Дон ерендә, Ватаныбыҙҙың яҙмышы хәл ителә. Ошонда ауылдаштарым Р.Б. Усманов менән Г.Х. Хәлиуллин батырҙарса һәләк була, уларҙың ҡәбере мәктәп ихатаһында урынлашҡан. Ышанам, туғандары, ейән-ейәнсәрҙәре лә мотлаҡ күрергә килер, олатайҙарына баш эйер. Бөгөн иһә улар урынына быны беҙ эшләйбеҙ. Батырҙар исемен мәңге хәтерҙә һаҡлайбыҙ, ата-бабаларҙың ҡәберенә лә юлды күрһәтербеҙ!
Меңәрләгән һалдат ҡәберҙәре һибелеп ята Дон далаһында. Ростов өлкәһендә ил өсөн һәләк булған яугирҙәрҙең йөҙәрләгән туғандар ҡәберлеге урынлашҡан. “Миус-фронт”та ғына төрлө сығанаҡтар буйынса 800 меңдән ашыу совет һалдаты һәләк булған! Миус – Донбасстан башланған, Ростов өлкәһе аша үтеп, Аҙау диңгеҙенә ҡойған ҙур булмаған йылға. Уның бейек уң яҡ ярында фашистар нығытылған, үҙҙәре әйтеүенсә, баҫып ала алмаҫлыҡ оборона линияһы булдыра. Әммә Миус-фронт һыҙығын беҙҙекеләр йырып сыға! Ғәйәт күп ҡорбандар биреп тағы бер еңеү яулана. Бында яҡташыбыҙ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев беренсе Йондоҙон ала.
Миус йылғаһы ярында бер бейеклек бар, әле уны һәләк булған диңгеҙ пехотаһы хөрмәтенә ҡуйылған монумент исеме менән “Якорь” тип йөрөтәләр. Ҡан ҡойошло һуғыштарҙа был стратегик бейеклек өсөн 14 мең совет яугире һәләк булған! Улар үлемгә барған, ғүмерҙе фиҙа итеп кенә Еңеү яуланырын белгән! Тау итәгендә тотош дивизия ҡырылған.
Былтыр ошо бейеклек янында тағы ла 21 яугирҙең һөйәктәре ҡайтанан ерләнде, уларҙы алыҫ түгел ерҙә эҙәрмәндәр тапты. Һаҡланып ҡалған мәғлүмәттәргә таянып, эҙәрмәндәр һәләк булғандарҙың исемдәрен асыҡлай алды, уларҙың 15-е Башҡортостандан булып сыҡты.
Рәсәйҙең беренсе эҙәрмәндәре
Быйыл автойөрөшкә һәм Хәтер вахтаһына әҙерләнгәндә мин был тарихты “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Ростов төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Кириллович Щербановҡа аңлаттым.
Шулай итеп, 1948 йылда һуғышта һәләк булған фронтовиктарҙың балалары тәрбиәләнгән Өфө мәктәп-интернаты һәм балалар йорто тәрбиәләнеүселәре сығарылыш имтихандарынан һуң атайҙары һуғышҡан урынға барырға һәм ҡәберҙәрен табырға теләй. Күптәре бығаса ла фронтҡа эләгергә, яуҙа һәләк булған атай һәм ағайҙары өсөн фашистарҙан үс алырға хыяллана. Әммә хәрби комиссарҙар, саҡырылыш йәшенә еткәс тә фронтҡа алырға вәғәҙә биреп, уларҙы өйҙәренә ҡайтарып тора. Фронтҡа ҡасҡандарҙы вокзалдарҙа тотоп, поездарҙан алып, өйҙәренә ҡайтаралар, күптәрен интернатҡа ебәрәләр.
Шулай ҙа ҡайһы бер малайҙар фронтҡа барып етә һәм һәләк булған атай-ағайҙары урынына сафҡа баҫа. Шуларҙың береһе – буласаҡ халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов, ул 13 йәшендә “полк улы”на әйләнә, фронт юлы буйлап Мәскәүҙән Прагаға тиклем үтә һәм 16 йәшендә һуғышты тамамлай, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Һуғыш тамамлана. Етемдәрҙе ҡарауҙы дәүләт үҙ өҫтөнә ала, улар өсөн махсус интернаттар, балалар йорттары, шулай уҡ Суворов училищеһы асыла. Балалар тырышып уҡырға ынтыла, әммә һуғышҡа барып өлгөрмәгәндәренең тағы бер хыялы ҡала: атайҙарының ҡәберҙәрен табыу!
Уларҙың әҙерләнеүе тураһында тиҙ арала билдәле була, комсомол ойошмаһы йәштәргә ярҙам итергә ниәтләй. 112-се Башкавдивизияның яу юлы буйлап үтәсәк поход тураһында радионан һөйләйҙәр, 1948 йылдың 13 июнендә “Ҡыҙыл Башҡортостан” гәзите яҙып сыға.
Үҫмерҙәрҙең башланғысын иң юғары кимәлдә хуплайҙар, һуғыш ваҡытында Башкавдивизияның комиссары булып хеҙмәт иткән мәғариф министры Әлибаев юлға сығыр алдынан йәштәрҙе ҡабул итә, уларға Сталинград һуғышы тураһында һөйләй һәм аҙаҡтан, “Хәйерле юл, балалар!” ти.
Малайҙар, шулай тип өндәшеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәренә хөкүмәт кимәлендә үтә мөһим бурыс йөкмәтелгәнен яҡшы аңлай. Улар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының яу юлы буйлап үтергә, һәләк булғандар, уларҙың ерләнгән урындары тураһында мәғлүмәт тупларға һәм иң мөһиме – генерал М. М. Шайморатовтың һәләк булған урынын һәм ҡәберен табырға тейеш була.
Майор Кәли Ғәбитовҡа ошо тәүге эҙәрмәндәр экспедицияһын етәкләргә ҡушалар. Ул һуғышты 112-се Башкавдивизияның политругы булып үтә, һуғыштан һуң “Кызыл таң” гәзите редакцияһында эшләй. Йәштәргә комсомол ойошмаһы сәркәтибе Хәжәр Хангилдинаны етәксе итеп тәғәйенләйҙәр, уҡытыусылар коллективы исеменән уның менән Ғәзимә Ғирфанова ла юлға сыға. Был эҙәрмәндәр экспедицияһында йәмғеһе 12 кеше ҡатнаша.
Экспедицияның һөҙөмтәләре хайран ҡалдыра: улар генерал Миңлеғәли Минһаж улы Шайморатовтың һәләк булған һәм беренсегә ерләнгән урынын таба. Урындағы халыҡ менән һөйләшәләр. Дробот, Гетманский, Троцко ентекләп Штеровканан алыҫ түгел ерҙә генералды табыуҙары һәм ҡая эргәһендәге шишмә янында ерләүҙәре тураһында һөйләй. Ворошиловград өлкәһен азат иткәндән һуң, 1943 йылдың октябрендә байрам алдынан генерал өс офицеры менән бергә тантаналы рәүештә Штеровкала клуб янында ҡайтанан ерләнә. Ә ауыл халҡы, майор К. Ғәбитов уларға корпус командирының иҫән булыуы, ауыр яраланған килеш тотҡонға эләгеүе, һөжүм ваҡытында азат ителеүе, һуғыштан һуң академия тамамлап, Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итеүен дауам итеүе тураһында һөйләгәнгә тиклем, корпус командиры Борисовты ерләүҙәренә шикләнмәй.
БАССР-ҙың Өлкә комитеты һәм 112-се Башкавдивизия ветерандары тарафынан ебәрелгән комиссия бында, Штеровкала, М.М. Шайморатовтың ҡәбере булыуын асыҡлай, ошо рәүешле йәштәрҙең эҙләү эштәренең һөҙөмтәһен иҫбатлай.
Беҙҙең 2017 йылдағы тәүге автойөрөш Дон ерендә һәләк булған 112-се Башкавдивизия геройҙарына арналды. Беҙ тәү сиратта һәләк булған дивизия яугирҙәренең исемен тергеҙеү һәм мәңгеләштереү проблемаһына Башҡортостан Республикаһы йәмәғәтселегенең иғтибарын йәлеп итергә тырыштыҡ. Тәүге тапҡыр Обливская станцияһы янындағы ҡот осҡос һуғышта һәләк булған 1500-ҙән ашыу яугирҙең ятҡан урынын табырға кәрәклеге тураһында оран һалдыҡ. Әгәр ул фажиғәле рейд һәм генерал М. Шайморатовтың Украинала һәләк булыуы тураһында бихисап мәҡәләләр буйынса билдәле булһа, дивизияның Дон далаларындағы дошман тылы буйлап рейды, айырыуса Ростов өлкәһендә барған ҡан ҡойошло яуҙар етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән. Ул ғына ла түгел, Хәрби Дан музейы хеҙмәткәрҙәрен, бөртөкләп архив документтарын йыйған, бағыусылар аҡсаһына легендар дивизия тарихы тураһында китаптар сығарған Б.Я. Малородов кеүек берәмләп һанарлыҡ энтузиастарҙы һанамаһаң, республикала 112-се Башкавдивизияның тарихын профессиональ кимәлдә өйрәнгән тарихсылар ҙа юҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Башҡортостан эсендә генә түгел, унан ситтә лә башҡорт атлыларының исемдәрен мәңгеләштереү эшенә ярҙам итһен ине. Эш күп. Һәм уны яңғыҙ башҡарырлыҡ түгел. Сталинград һуғышының һуңғы этабында, Аржановка, Алексеевский, Деев, Обливская, Чернышки, Морозовск, Тацинская, Белая Калитва янында һәләк булғандарҙың исемдәрен асыҡларға кәрәк. Был башҡорт атлылары батырҙарса һәләк булған ауыл-ҡалаларҙың тулы исемлеге түгел. Киләсәктә ҡаһармандарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереп, яңы һәйкәлдәр ҡуйып, туғандарына атай-олатайҙарының ҡәберенә зыярат ҡылырға мөмкинлек бирергә кәрәк. Атай-олатайҙарҙың батырлығы менән ғорурланырға һәр кемдең хоҡуғы бар! Эҙәрмәндәрҙең төп маҡсаты ошо.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Федерацияһының эҙәрмәндәр хәрәкәте етәкселәре туғандарының яҙмышын һәм һәләк булған урындарын һорап яҙылған мөрәжәғәттәр күбәйеүен билдәләй.
Хәтер вахтаһы-2018
Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Зиннур улы Бикбаевтың, шулай уҡ “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте”нең Ростов бүлексәһе етәксеһе Владимир Кириллович Щербановтың шәхси ярҙамы һәм ҡатнашлығы арҡаһында 2018 йылдың 23 апрелендә Ростов өлкәһендә Төбәк-ара Хәтер вахтаһы асылды. Тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһы, Ростов һәм Волгоград өлкәләре, Луганск халыҡ Республикаһының эҙәрмәндәр отрядтары Ростов өлкәһенең Обливская станцияһы янында эҙләнеү эштәрен башланы. Бер аҙна эсендә 41 һалдаттың һөйәктәре табылды, ун яугирҙең исеме асыҡланды.
1942 йылдың 19 ноябрендә меңәрләгән орудиеның залп биреүе иртәнге тынлыҡты ярҙы. Совет ғәскәрҙәренең “Уран” операцияһы башланды. Составына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла ингән 8-се кавалерия корпусы, 3-сө румын армияһының оборонаһын өҙөп, дошман тылына рейдҡа атлыҡты. 55-се Алтай һәм 21-се Тау-кавалерия дивизияһы менән берлектә улар ҙур бер төркөмдө ҡамауға алып, дошмандың етди көстәрен юҡ итте. 59 төҙөк хәлдәге танк, 200 автомашина һәм 60-лап мотоциклды ҡулға төшөрҙө. Туҡтауһыҙ барған яуҙарҙың 7-се көнөнә 112-се Башкавдивизия атлылары, 60 саҡрымлыҡ марш яһап, Обливская станцияһына килеп туҡталды һәм таң алдынан тимер юл вокзалына һөжүм итер өсөн хәрби тәртиптә теҙелде. Обливская станцияһы аша Сталинградта урынлашҡан Паулюс армияһы хәрби техника, ҡорал һәм боеприпастар, башҡа төрлө матди средстволар менән тәьмин ителә. Шуға күрә был стратегик әһәмиәткә эйә станция фашистар менән оҙайлы оборонаға әҙерләнгән була. Обливская өсөн барған һуғыштарҙа башҡорт кавалеристары оло юғалтыуҙар кисерә. Ҡола ялан яугирҙәрҙе немец самолеттарынан һаҡламай. Кавалеристар туң ерҙе ҡаҙып окоп эшләргә, йырында йәшеренергә тырыша. Бер көн эсендә башҡорт атлылары 332 кешеһен юғалта: кемеһе яралана, күбеһе һәләк була. Һәм (һауаға ҡаршы оборона системаһы средстволары булмаған) башҡорттар таралышырға ҡарар итә. Һыбайлылар үҙ-ара 30-40 метр ара тота, тачанкалар – 100 метрға тиклем. Немец осоусыларына һәр һыбайлыны баҫтырырға, кавалеристарҙы юҡ итеү өсөн күпкә артығыраҡ боеприпастар сарыф итергә тура килә. Немец самолеттары аҫтан ҡыйып осоп, һыбайлыларҙы утҡа тотҡанда, башҡорттар, ҡылыстарын сығарып, “Салауат!”, “Алаҫ!”, “Туҡһаба!” тип оран һалып дошманға ҡаршы саба. Һәм шулай һәләк була…
1942 йылдың 19 ноябренән 7 декабренә тиклемге осорҙа 275-се полкта – 6, 294-тә – 5, 313-сө полкта өс полк командиры алмашына, улар араһында ауыр яраланған Кусимов та бар. Эскадрон һәм взводтарҙағы төп составтағы (кадрҙағы) бөтөн командирҙар сафтан сыға. 41 көн буйы өҙлөкһөҙ барған яуҙарҙа 1942 йылдың 19 ноябренән 29 декабренә тиклем 112-се Башкавдивизия төрлө мәғлүмәттәр буйынса 2631 кешеһен, 2098 атын юғалта. Ҡайһы бер полктарҙа йөҙҙән дә әҙерәк кавалерист ҡала.
Улар ошонда, Дон ерендә, һәләк булған. Һәр береһен табып, геройҙарҙың исемен асыҡлап, оло хөрмәт менән ерләү һәм исемдәрен мәңгеләштереү – бына ошо эҙәрмәндәрҙең бурысы. Һәм ошо маҡсаттан Башҡортостан Республикаһы эҙәрмәндәре Дон еренә килде. Йыйылма отряд Өфөнөң “Обелиск” клубы (етәксеһе Е. Вяземцева), Туймазы ҡалаһының “Ал елкәндәр” үҫмерҙәр клубтары үҙәге (етәксеһе Р. Канеев), Октябрьский ҡалаһынан “Живи, земля” һәм Башҡорт дәүләт университетының “Ватан” (етәксеһе А. Хөсәйенов) клубы ағзаларынан тора ине.
Башҡортостан эҙәрмәндәренең йыйылма отряды 112-се дивизияның яу юлы буйлап автойөрөштә һәм Хәтер вахтаһында ҡатнашыусылар менән осрашыр өсөн 22 апрелдә Волгоградтағы Мамай Ҡурғанына ветерандар, Афған һуғышы яугирҙәре, атаман Александр Анатольевич Кривенцов етәкселегендәге “Всевеликое войско Донское” ойошмаһы казактары, Мамай ҡурғанындағы сиркәү священнигы отец Георгий килде. Элекке дуҫтар кеүек осраштыҡ. Отец Георгий былтырғы кеүек быйыл да башҡорттарҙың походҡа йыйынғанын ишеткәс, сәләмләп, изге эшебеҙҙә уңыштар теләр өсөн беҙҙең менән осрашырға ашыҡҡан. Митингыла отец Георгий беҙҙе сәфәребеҙҙә оҙата барасаҡ иң тоғро, дөрөҫ һүҙҙәр әйтте, уның әйткәндәрен станица һәм хуторҙарҙа казактар менән осрашҡанда гел хәтергә алдыҡ: “Ҡаныбыҙ бер – ҡыҙыл төҫтә, Ватаныбыҙ бер – Рәсәй, башҡаһы юҡ. Бөйөк Ватан һуғышында беҙ – рустар, башҡорттар, татарҙар, сыуаштар, ҡолас еткеһеҙ Ватаныбыҙҙың башҡа халыҡтары – динебеҙ, телебеҙ айырымлығына ҡарамай, Ватаныбыҙ өсөн бер үк ҡан ҡойҙоҡ!”
Юлыбыҙҙағы киләһе пункт – Дондағы Калач ҡалаһы. Ҡалаға ингән ерҙә беҙҙе “Всевеликое войско Донское” ойошмаһының 2-се казактар округы атаманы Андрей Афанасьевич Махин етәкселегендәге казактар ғәскәре ҡаршы алды. Бергәләп Еңеү поезын ҡаршыланыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың туғандар ҡәберлегендә Мәңгелек утҡа сәскәләр һалдыҡ. Артабан Пятиморскиға “Фронттар берләшмәһе” монументына юлландыҡ. Казактар беҙгә автойөрөштә күтәрергә үҙҙәренең байрағын тапшырҙы.
2018 йылдың 23 апрелендә Обливская станицаһында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттар ерләнгән туғандар ҡәберлегендә тантаналы рәүештә Ростов өлкәһен фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 75 йыл тулыуға арналған Төбәк-ара Хәтер вахтаһы асылды. Тантаналы митингыны Ростов өлкәһенә автойөрөштә һәм Хәтер вахтаһын асыуҙа ҡатнашыу өсөн махсус рәүештә килгән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев асты. Ойоштороусылар исеменән “Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәте” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Ростов төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Кириллович Щербанов һәм мин, отставкалағы подполковник, хәрби бәрелештәр ветераны Мәхмүт Бакир улы Сәлимов, сығыш яһаныҡ.
Тантанала Өфөнән килгән, Обливская станицаһы янында һәләк булған М.М. Таһировтың ейәнсәре Лилиә Рафаэль ҡыҙы Агишева ла бар ине. Ул беҙҙең менән был юлды былтыр ҙа үткәйне. Шулай уҡ Волгодонскиҙан Александр Васильевич һәм Рәмилә Сабир ҡыҙы Костиндар ғаиләһе ҡатнашты, улар оҙаҡ йылдар ҡартатаһы, 112-се Башкавдивизияның хәбәрһеҙ юғалған яугире Аллабирҙе Ҡәҙербирҙинды эҙләй. Обливская районы хакимиәте, йәштәр, казактар, эҙәрмәндәр, Дондағы Ростовтан һәм Башҡортостандан килгән автойөрөштә ҡатнашыусылар күмәкләп туғандар ҡәберлегенә венок һәм сәскәләр һалдыҡ.
Автойөрөш ваҡытында өс көндә беҙ алты ҡаланы, шул иҫәптән Волгоградты, Дондағы Калачты, Обливская, Морозовск, Тацинская һәм Белая Калитваны үттек. Бөтөн ерҙә лә икмәк-тоҙ, асыҡ йөҙ, музыка һәм казактар йыры менән ҡаршы алдылар.
Йыл һайын автойөрөштө бер үк девиз аҫтында ойошторабыҙ: “Үткән һуғыш юлдарынан киләсәктәге тыныслыҡҡа”, әммә быйыл казактар үтенесе буйынса уға өҫтәмә девиз алдыҡ: “Дондың казак даны!” (“Казачья слава Дона!”). 1798 йылдың 10 апрелендә бөтөн башҡорт халҡы казак сословиеһына ҡабул ителә. Дон казактары башҡорттар менән 1812 йылда Рәсәйҙән француздарҙы ҡыуғанын, Лейпциг янында һуғышҡанын, походты Парижда тамамлағанын иҫенән сығармай. Атаман Матвей Иванович Платовтың француздарға ҡаршы һуғышҡанда ҡаһарманлығы өсөн башҡорт казактарына ҡыҙыл лампастар йөрөтөргә рөхсәт иткәнен дә улар яҡшы хәтерләй. Уға тиклем бындай хоҡуҡ Дон казактарында ғына була. Һәм бында, Дон буйында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын хаҡлы рәүештә казак дивизияһы тип йөрөтәләр.
Һәр ҡалала беҙ митингтар үткәрҙек, мемориалдарҙа сәскәләр һалдыҡ, “түңәрәк өҫтәл”дәр, урындағы халыҡ, йәштәр менән осрашыуҙар ойошторҙоҡ. Был саралар барыһы ла ҡала һәм райондарҙың ижади коллективтарының концерты менән тамамланды. Тамашала Азамат Асаинов ҡурайҙа уйнаны. Бик күптәр беҙҙең боронғо дала һәм тауҙар моңон тәүге тапҡыр ишетте. Айырыуса халыҡты шәһит киткән һалдаттарҙың йәне торналар менән Ватанға әйләнеп ҡайтыуы тураһындағы легенда хайран итте. Һәр яҙ һайын торналар сыңрауы туғандарына уларҙың ҡайтыуы тураһында хәбәр итә, был турала Рәсүл Ғамзатов та шиғырында әйткән. Азамат Асаинов “Сыңрау торна”ны уйнағанда күптәр күҙ йәшен тыя алманы.
Беҙгә был осрашыуҙарҙан һуң йәштәр, өлкән быуын кешеләре килеп, беҙҙе көткәндәре, уларҙы илбаҫарҙарҙан азат иткән башҡорт яугирҙәрен онотмауы тураһында һөйләне, күҙ йәше ҡатыш рәхмәт һүҙҙәре ине улар. Дон халҡы беҙҙе һәр ваҡыт көтәсәк!
Ойоштороу комитеты ағзалары В.К. Щербанов һәм шәхсән үҙем исеменән Ростов өлкәһен фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 75 йыл тулыуға арналған Хәтер вахтаһын һәм автойөрөштө ойоштороуға булышлыҡ иткән һәм ҡатнашҡан барыһына ла рәхмәт әйткем килә. Бына улар:
– “Һуғыш инвалидтары” “Афғанстан һуғышы һәм хәрби хәрәкәт инвалидтары” йәмәғәт ойошмаһы идараһы етәксеһе, полковник Попович Алексей Максимович;
– Ростов өлкәһе Хәрби комиссариаты һәм хәрби комиссар, полковник А. П. Трушин;
– “Всевеликое войско Донское” казактар йәмғиәте һәм атамандың беренсе урынбаҫары, полковник М.А. Беспалов, шулай уҡ Волгоград округы атамандары А.А. Кривенцов, 2-се казак округы атаманы А.А. Махин, Дон казак округы атаманы А.Н. Сидаков;
– Хәтер вахтаһын ойоштороусыларҙың береһе, Дәүләт Думаһы депутаты И.З. Бикбаев;
– ике автойөрөштә ҡатнашҡан, Ростов өлкәһенең башҡорт-татар мәҙәни үҙәге ағзаһы Ләйлә Ишкина, Илдар Сәғитов, Татьяна Сәғитова, Гөлйыһан Сәлимова;
– Өфө ҡалаһынан ике автойөрөштә лә ҡатнашҡан 112-се Башкавдивизия яугиренең ейәнсәре Лилиә Агишева;
– БЮТ телеканалы етәкселеге һәм шәхсән программа редакторы Рафиҡ Әхмәтшин һм оператор Рушан Артыҡов;
– Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе ҡурайсыһы Азамат Асаинов;
– мәғлүмәти яҡтан даими ярҙам күрһәткән һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында яҡтыртҡан Айгөл Шәрәфетдинова;
– матди ярҙам күрһәткән яҡташтар;
– Обливская станицаһының Тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Валентина Михайловна Лымарева.
Шулай уҡ Ростов өлкәһен азат итеүгә 75 йыл тулыуға арналған сараларҙы үткәреүгә ярҙам иткән Дондағы Калач, Обливская, Морозовск, Тацинская, Белая Калитва ҡалалары хакимиәттәренә оло рәхмәт.
Ғөмүмән, автойөрөштә һәм Хәтер вахтаһын үткәреүгә үҙ өлөшөн индергән һәммәгеҙгә лә рәхмәт!