Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк теккәнһең, түшеңдәге селтәреңә ниндәй тәңкә теҙгәнһең?”
“Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк теккәнһең, түшеңдәге селтәреңә ниндәй тәңкә теҙгәнһең?”һуңғы йылдарҙа гүзәл заттарҙың боронғо кейем өлгөләренә, биҙәүестәргә ҡыҙыҡһыныуы артты. Селтәр-ҡашмау таҡҡан, стилләштерелгән милли кейемдәр кейгән башҡорт һылыуҙарын мәҙәни сараларҙа ғына түгел, көндәлек тормошта ла йыш осратырға мөмкин. Милли кейемгә ҡарата иғтибар һәм ихтирамды арттырыу, биҙәүестәргә заманса төҫ биреү, уларҙы дөрөҫ эшләү һәм йәштәргә өйрәтеү маҡсатында өсөнсө йыл рәттән Сибайҙа башҡорт милли кейеме байрамы ойошторола.

Быйылғы сара 2020 йылда Башҡортос­тан­да үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһы сиктәрендә III “Сәсмәүерем-селтәрем-2018” төбәк-ара башҡорт кейеме фестиваль-конкурсы булараҡ үтте. Байрамда Ырымбур өлкәһе вәкилдәре, республи­каның Мәсетле, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Бөрйән, Туймазы райондары, Өфө, Учалы, Сибай ҡалаларынан килгән оҫталар ҡатнашты. Төбәктә тәүге­ләрҙән булып милли кейем байрамын ойоштороусы, “Урал батыр” сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, билдәле сәсәниә Асия Ғәйнуллина әйтеүенсә, сара милли кейемдәр кейеп, селтәр-ҡашмауҙарҙы ғына күрһәтеү маҡсатында түгел, ә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәрен, биҙәүестәрен пропагандалау, был шөғөлдө үҙ итеүселәргә уларҙы нисек эшләү, нисек кейеү, ниндәй тамғалар һа­лыу нигеҙҙәрен өйрәтеү, оҫталыҡ дәрес­тәре күрһәтеү, кейеҙ баҫыу серҙәре менән уртаҡлашыу, сигеү, селтәр, ҡашмау эшләү буйынса конкурстар үткәреү, төрлө номинациялар билдәләү ниәтендә үткәрелә.
“Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк теккәнһең, түшеңдәге селтәреңә ниндәй тәңкә теҙгәнһең?”Ысынлап та, был көндө Сибай сәнғәт колледжы алды төрлө милли кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙҙарҙан, селтәр, ҡашмау, хәситә, алмиҙеү һәм башҡа биҙәүестәрҙән торған күҙҙең яуын алырлыҡ күргәҙмәләрҙән гөж килде. Селтәр-ҡашмауҙы үҙ ҡулдары менән яһарға теләүселәр, таҡыя эшләп ҡараусылар, сигергә өйрәнеүселәр, кейеҙгә төрлө биҙәктәр һалып ҡараусылар бихисап ине. Өлкәндәрҙең генә түгел, йәштәр­ҙең дә конкурста ҡатнашырға ихлас теләк белдереүе йөрәккә май булып яғылды. Алтын ҡуллы оҫталар үҙ-ара ярышҡан арала, бер-бер артлы теҙелешеп киткән йәйғор нурын хәтерләткән күргәҙмәләр менән танышыу форсаты тейҙе. Мәсетле районынан килгән оҫталар үҙ төбәгенә генә хас милли кейемдәрҙән, биҙәүестәр­ҙән күргәҙмә әҙерләгән. Делегация етәксеһе Нәзирә Әхкәмова әйтеүенсә, улар Сибайҙағы байрам хаҡында ишеткәс тә, юлдың йыраҡлығына ҡарамай, тәүәк­кәлләгән, район хакимиәте машина биргән. “Күреүегеҙсә, беҙҙең төбәктең башҡорт милли кейемдәре был яҡтарға ҡарағанда айырылып тора. Беҙҙә генә тамбурлы сигеүле алъяпҡыстар бар, сигеүле ҡалпаҡ һәм таҡыяларҙы беҙҙең яҡ ҡатын-ҡыҙҙары ғына кейгән. Ошондай аралашыу, бер-берең менән фекер алышыу мотлаҡ кәрәк. Мин үҙем районда ағинәй­ҙәр ҡорон етәкләйем, ҡайтҡас ошондай уҡ сараны үткәреү теләге менән янам, сибайҙар миңә дәрт һәм сәм бирҙе”, – ти.
Ләмәҙтамаҡ ауылынан килгән Илгизә Лоҡманованың ҡайын туҙынан үҙе эшләгән селтәр, беләҙектәре, септәнән теккән күлдәге, аяҡ кейеме барыһын да хайран итте. Милли кейем өлгөләрен һәр төрлөсә әҙерләп булыу мөмкинлеген Өфөнән килгән оҫта Илдар Ғатауллин, Туймазынан Флорид Вәхитовтар үҙ эштәре менән дәлилләне. Белорет районы Үткәл ауылы оҫтаһы Зәйтүнә Хажинаның селтәр, һаҡалдары тамъян-ҡатайҙарға хас биҙәктәре менән күҙҙең яуын ала. “Тәүҙә был шөғөлгә үҙем өсөн генә тотонғайным, хәҙер эштәрем табыш та килтерә”, – тип йылмая Зәйтүнә Ханнан ҡыҙы. – Алмиҙеүҙәрҙе 1500 – 1800 һумға, һаҡалдарҙы 7 – 8 меңгә һатам, теләүселәр күп. Байрамда йылайырҙар ҙа әүҙем ҡатнашты. “Алмиҙеү” номинацияһында Юлдыбайҙан оҫта ҡуллы Фәниә Таҡалова Гран-при яуланы. Ул үҙенең эшен ҡасандыр өләсәһе килен булып төшкән алмиҙеүгә нигеҙләнеп эшләгән.
“Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк теккәнһең, түшеңдәге селтәреңә ниндәй тәңкә теҙгәнһең?”Сараның иң сағыу өлөшө ҡала мәктәптәре, уҡыу йорттары, ойошмалары һәм конкурста ҡатнашыусыларҙың, шәхси тегенселәрҙең үҙҙәре теккән милли кейемдәрен кейеп, селтәр-һаҡалдарын тағып, сулпыларын сыңҡылдатып, алҡа-йөҙөктәрен тағып тигеҙ сафтарҙа Таусылар проспекты буйлап үтеүе булғандыр. Күҙҙең яуын алып, йәйғор төҫтәрендә балҡыған балитәкле күлдәктәр, тәңкәле камзулдар, ҡамсат бүректәр, селтәр-ҡашмауҙар ҡояш нурына сағылып, мең төҫтә балҡып, һәр кемде һоҡландырҙы, улай ғына түгел, һәр беребеҙҙә ғорурлыҡ тойғоһо уятты, рух тәрбиәләне, үткәнебеҙгә, бөгөнгөбөҙгә һәм киләсәгебеҙгә хөрмәт уятты. Милли кейемдәр парадын ҡараусылар уларға эйәреп, эркелешеп килде. Кескәй балаларҙан алып оло йәштәгеләргә тиклем халҡыбыҙҙың милли кейемен кейеп, уны ҙурланы, хөрмәтләне һәм мәңгелек итте. Артабан һәр кем ҡыҙыл келәмдәр буйлап үҙе теккән, кейгән кейемен яҡланы, уны тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Сибай педагогия колледжы коллективы быйылғы Ғаилә йылы сиктәрендә әҙерләгән кейем өлгөләрен күрһәтте. Мәктәп балалары, студенттар, ғаиләле парҙар, ололар тәҡдим иткән кейем өлгөләре лайыҡлы рәүештә Гран-при алды. Заманса милли кейем өлгөләрен ҡаланың төҙөлөш һәм сервис колледжы, Учалы сәнғәт училищеһы студенттары һәм Баймаҡ ҡалаһының “Дар” клубы ағзалары тәҡдим итте. Уларҙың кейем өлгөләре бар яҡлап уйланылған, милли колоритлы, халыҡсан, заманса, зауыҡлы булыуы менән барыһын да таң ҡалдырҙы. Күптәр уйлағанса, милли кейем мәҙәни саралар өсөн генә килешле. Юҡ икән шул. Уларҙы зауыҡ менән, бөхтә итеп тегеп, көндәлек тормошта ла ҡулланыу мөмкинлеген йәштәр, атап әйткәндә, рухлы йәш әсәләр үҙҙәренең кескәй ул һәм ҡыҙҙары менән күрһәтте. Атайҙарыбыҙ ҙа ҡатнашыр ине, улар вахтала шул, тип йылмайҙы үҙҙәре. Гөлнур Байғужина Мәликә һәм Сафия ҡыҙҙары менән үҙе теккән күлдәктәрен яҡлағанда, барыһы ла һоҡланмай ҡалмағандыр! Уның әхирәте Әлфиә Вилданова “Әкиәт” балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Ул да улы Тимур һәм ҡыҙы Әлимә менән байрамға үҙе теккән кейемдәрҙе күрһәтергә сыҡҡан. Гөлфиә Әлмө­хәмәтова – Сибай институтында өлкән уҡытыусы, ҡалала үткән һәр сарала әүҙем ҡатнаша. Был юлы ла улы Рамазан һәм ҡыҙы Әнилә менән башҡорт кейеме фестиваленә килде. Әйткәндәй, конкурсҡа тәҡдим ителгән һәр кейем абруйлы баһалама ағзалары күҙенән үтте.
“Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк теккәнһең, түшеңдәге селтәреңә ниндәй тәңкә теҙгәнһең?”Күңелдәргә дәрт һалған, рухи байлыҡ өҫтәгән был матурлыҡ һәм нәзәкәтлек байрамы һәр кемгә халҡыбыҙҙың милли кейеменә, биҙәүестәренә ҡарата оло һөйөү уятты, ғорурлыҡ тойғоһо өҫтәне. Минеңсә, һәр ҡатын-ҡыҙҙа, ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан, селтәр-һаҡалдарҙы, алҡа­ларҙы тағырға, сулпыларҙы сылтыратып, тәңкәле камзулдарҙы һәм балитәкле күлдәктәрҙе кейеп ҡарау теләге уянғандыр. Иң мөһиме – теләк бар икән, уны тормошҡа ашырыуға ла күп кәрәкмәҫ, киләһе байрамдарҙа ул да мотлаҡ майҙанға сығыр. Тап ошо маҡсатты тормошҡа ашырырға, милли кейемде пропа­гандалауҙы киң йәйелдермәксе лә инде сараны ойошторусылар. Әйткәндәй, сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн Сибай сәнғәт колледжы етәкселегенә, ҡаланың ағинәйҙәр ҡоро ағзаларына оло рәхмәт әйтергә кәрәк. “Өҫтөңдәге күлдәгеңде итәк-итәк теккәнһең, түшеңдәге селтәреңә ниндәй тәңкә теҙгәнһең?” тигән һорауға һәр кем яуап тапты, матурлыҡ бар донъяны ҡотҡарасағына йәнә бер ҡат инанды һәм камиллыҡтың юҡтыр сиктәренә үҙе шаһит булды. Һәм, милли кейемдә йөрөү мөмкин икәнлегенә ышанды, байрамдан ҡәнәғәт ҡалды.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20