Владимир Путиндың “Комсомольская правда” гәзитендәге (2012 йыл, 13 февраль) “Ғәҙеллеккә өлгәшеү” мәҡәләһен ентекләп уҡып сыҡтым. Минеңсә, илдә йылдар дауамында йыйылған проблемаларға ғәҙел баһа бирелгән, иҡтисадты үҫтереү һәм камиллаштырыуҙың төп бурыстары билдәләнгән. Ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем үҙ һөнәре буйынса эшләүҙән тыш, профессиональ яҡтан үҫергә, карьераһын булдырырға тейеш. Ә бының өсөн үҙ өҫтөңдә эшләү, квалификацияңды камиллаштырыу, яңы технологияларҙы өйрәнеү мотлаҡ.
Кешенең йәшәйеше һәм үҫешендә мәшғүллек ҙур урынды биләй. Хеҙмәт эшмәкәрлеге лайыҡлы йәшәү, донъя көтөү өсөн табыш килтереүҙән тыш, белем алыуға, сәләмәтлекте һәм тормош сифатын яҡшыртыуға инвестиция ла булып тора. Халыҡтың эше булыуы илдең ҡеүәтен һәм килемен үҫтерә, яҡшы сифатлы тауарҙар етештереү өсөн киң мөмкинлек аса. Һөҙөмтәлә хеҙмәт тотош йәмғиәттең үҫешенә булышлыҡ итә.
Хеҙмәт табыш килтереп кенә ҡалмай, шәхестең үҫешен, ҡиммәттәрҙе һәм йүнәлештәрҙе билдәләй, енәйәтселектең баш ҡалҡытыуын тотҡарлай. Рәсәй өсөн үтә ғәҙәти булған эшсе ҡулдарына ҡытлыҡ 90-сы йылдар башындағы тәрән үҙгәрештәр осоронда баҙар иҡтисады үҫешкән илдәргә хас эшһеҙлек, тормош сифатының түбәнәйеүе менән алмашынды. Элекке социаль хеҙмәт мөнәсәбәттәрен кәүҙәләндергән эшсе көсөнә ҡытлыҡты яһалма рәүештә барлыҡҡа килтереү, хеҙмәттең түбән баһаланыуы, мәшғүллектең иҫкергән профессиональ һәм тармаҡ структуралары бөгөн дә күҙәтелә. Баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү — оҙайлы процесс.
Хәҙерге мәшғүллек өлкәһенә хас үҙенсәлектәрҙе ҡарап үтәйек. Баҙар мөнәсәбәттәренә ят булған артыҡ эшсе көсөн тотоу, хеҙмәт баҙарының стихиялы үҫеүе, эшһеҙлектең артыуы менән етештереүҙең бөлгөнлөккә төшөүе араһындағы ярашмаусанлыҡ, табышты тигеҙ бүлергә тырышыу предприятиеларҙы көсһөҙләндерә.
Мәшғүллек өлкәһен реформалауҙың өсөнсө осоро (1996—2009) иҡтисадта һәм социаль өлкәлә көрсөктөң көсәйеүе менән характерлана. Рәсми һәм рәсми булмаған мәшғүллек араһында сиктәр юйыла, эш һәм эшһеҙлектең йәшерен формалары киң тарала, “күләгәләге” эш хаҡы һәм табыш ғәҙәти күренешкә әүерелә. Мәшғүллектең йәшерен формаһы Рәсәйҙә реформаларға тиклем дә күҙәтелде (тегенсе, бала ҡараусы, репетитор һ.б.), әммә баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү осоронда уның иҡтисадтағы роле, күләме, йәшерен характеры айырыуса киҫкен төҫ алды. Хәҙер улар хеҙмәт баҙарының үҙаллы өлөшөнә әүерелеп, социаль-иҡтисади хәлгә һиҙелерлек йоғонто яһай.
Мәшғүллек менән эшһеҙлек төшөнсәләре араһында диалектик берлек күҙәтелһә лә, шул уҡ ваҡытта уларға бер-береһенә ҡапма-ҡаршылыҡ та хас. “Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ” тип аталған бер бөтөн төшөнсә эсендә ошондай берлек күҙәтелә лә инде.
Кем һуң ул эшһеҙ кеше? Хеҙмәткә һәләтле, туҡтауһыҙ эш эҙләү өҫтөндә, әммә әлегә уны таба алмай йөҙәгән кеше. Иҡтисадтағы баҙар системаһының ҡотолғоһоҙ юлдашымы, әллә баҙарҙың өлгөрөп, үҫешеп етмәү емешеме, бәлки, уның кире яҡтарының эҙемтәһелер? Эшһеҙлек тыуҙырыусы, халыҡты көтөлмәгән бәлә һәм уңайһыҙлыҡтар менән яфалаусы бындай баҙарҙың кемгә кәрәге бар, тип һораусылар ҙа хаҡлы.
Икенсе яҡтан ҡарағанда, хужалыҡ итеүҙең тап баҙар системаһы үҙенең юғары иҡтисади һөҙөмтәлелеген раҫланы һәм социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә нигеҙ һалды. Эшһеҙлек — хатта юғары үҫешкән алдынғы илдәргә лә аҙмы-күпме күләмдә хас күренеш.
Етештереүҙең түбәнәйеүе менән үрелгән көрсөк хеҙмәт баҙарында уның ысынбарлыҡтағы тәрәнлегенә тап килгән үҙгәрештәр тыуҙырманы: илдә ҡот осҡос эшһеҙлек хөкөм һөрә алманы һәм мәшғүллектең һәләкәтле торошо күҙәтелмәне. Көрсөк мәленә хас хеҙмәт баҙары механизмдары был юлы тулыһынса эшләмәне.
Нигеҙҙә Башҡортостан өсөн, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, баҙар иҡтисадына күсеү саманан тыш ғазаплы булманы. Хатта 90-сы йылдарҙа ла эшһеҙлек кимәле республикала Рәсәй күрһәткесенән түбән булды. Йәшерен эшһеҙлек хакимлыҡ итте. Машина эшләү, аҙыҡ-түлек, химия сәнәғәте, ҡара металлургия предприятиеларында эшселәрҙең 40-80 проценты административ ялдан файҙаланды йәки тулы булмаған эш аҙнаһына күсерелде, рәсми теркәлгән эшһеҙлек артты, Ағиҙел, Белорет, Күмертау, Мәләүез ҡалаларында эшһеҙлек кимәле уртаса республика күрһәткесенән ике һәм унан да күберәккә ашты, айырыуса ҡатын-ҡыҙ, йәштәр, инвалидтар өсөн эш табыу ауырлашты. Шулай итеп, республикала хеҙмәт потенциалы йоғонтоло файҙаланылманы тип әйтә алабыҙ.
Реформалар осоронда иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны тигеҙһеҙ үҫеште. 1992—1998 йылдарҙа был күрһәткес 1 миллион 933 мең кешенән 1 миллион 801 мең кешегә тиклем кәмеп, аҙаҡ тотороҡланды.
Һуңғы осорҙа мәшғүллек кимәле күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Өр-яңы хеҙмәт төрҙәре, ваҡытлыса эшләү формалары барлыҡҡа килде. Етештереү өлкәһендә эшләүселәр һаны кәмеү менән бер рәттән, хеҙмәтләндереү, баҙар инфраструктураһы тармаҡтарында мәшғүл булыусылар һаны артты. Был күренеште яҡшы йә яман тип бер төрлө генә баһалап булмай. Хеҙмәт даирәһендә мәшғүллектең ҙур урын яулауы һәм индустрия өлкәһендә ҡыҫҡарыуы иҡтисадтың яңырыуы тураһында хәбәр итһә, техник тармаҡтарҙа мәшғүллектең кәмеүе перспективалы үҫеш өҫтөнлөктәре менән ярашмай. Мәҫәлән, 1990 йылда республика сәнәғәтендә иҡтисадта мәшғүл булыусыларҙың 30 проценты эшләһә, 2009 йылда был күрһәткес 18,7 процент тәшкил итте. 15 йыл эсендә машина эшләү тармағы эшсе көсөнөң яртыһын юғалтты. Еңел сәнәғәттә эшләүселәр һаны өс тапҡырға кәмене, ә аҙыҡ-түлек сәнәғәте ҡатмарлы осор дауамында ла тетрәнеү һәм юғалтыуҙарһыҙ көн итте. Төҙөлөштә эшләүселәр һаны һуңғы ваҡытта бер ни тиклем үҫеш кисерһә лә, тармаҡҡа 1990 йылғы кимәлгә етергә иртәрәк әле. Өҫтәүенә был өлкәлә эшсе көстәрҙең даими үҙгәреп тороуы күҙәтелә. Йыл һайын уларҙың 35-55 проценты эштән китеп тора һәм йәнә тулылана.
Ауыл хужалығында хеҙмәт ресурстары нисек файҙаланыла? Беҙҙә ауыл халҡының иҡтисадта тотҡан урыны сағыштырмаса юғары. Киҫкен үҙгәрештәр һөҙөмтәһендә уның социаль хәле түбәнәйҙе. Килеме лә, ҡала кешеләренеке менән сағыштырғанда, 40 процентҡа түбән. Ә фәҡирлек кимәле 1,8 тапҡырға юғарыраҡ. Реформаларға тиклемге осорҙа ла ҡайһы бер алыҫ төбәктәрҙә, айырыуса республиканың төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш райондарында, хеҙмәт ресурстарын файҙаланыуҙа тигеҙһеҙлек күҙәтелде. Һуңғы йылдарҙағы иҡтисадтағы барлыҡ ыңғай һәм кире үҙгәрештәр ҙә ошо өлкәлә көҙгөләгеләй асыҡ сағылыш тапты. Туҡһанынсы йылдарға тиклем ауыл хужалығы продукцияһының төп өлөшөн ҙур, ҡеүәтле предприятиелар етештерһә, хәҙер уларҙың өлөшө ни бары — 30 процент. Бөгөн шәхси хужалыҡтар етештергән продукция 65 проценттан ашыу тәшкил итә. Реформалар осоронда ауыл хужалығы тармағында эшләүселәр ҙә төрлө сәбәптәр арҡаһында кәмене.
Ауыл хужалығы предприятиеларының эреләтелеүе һөҙөмтәһендә бер ойошма иҫәбенә тап килгән эшләүселәр һаны байтаҡҡа ҡыҫҡарҙы (2000 йылда — 223, 2009 йылда — 71 кеше).
Баҙар иҡтисадына ҡулайлашҡан ҙур предпри ятиеларҙың табышлыраҡ эшләүе күҙәтелә. Әммә әлегә уларҙың һаны күп түгел. Уның ҡарауы, биш меңгә яҡын крәҫтиән-фермер хужалығында һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа 18,8 меңдән ашыу кеше хеҙмәт итә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ та ауыл иҡтисады системаһында ныҡлы урын алды. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ауыл хужалығы өлкәһендә мәшғүл булыусыларҙың яртыһын тиерлек шәхси хужалығы менән йәшәүселәр биләй. Хеҙмәткә һәләтле йәштәге ауыл халҡының арта барыуын иҫәпкә алғанда, уны етештереү өлкәһенә йәлеп итеү үтә етди проблемаға әүерелә бара.
Ҙур һәм уртаса предприятиеларҙа эшләүселәрҙең һаны тиҫтә йыл эсендә байтаҡҡа ҡыҫҡарҙы. Дәүләт милкен хосусилаштырыу, акционерлаштырыу һөҙөмтәһендә дәүләткә ҡарамаған секторҙа эшләүселәр һаны 64 процентҡа етте. Йыл да бәләкәй предприятиеларҙа эшләүселәр арта бара, һәр бишенсе хеҙмәткәр бөгөн ошонда эш хаҡы ала. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ — хужалыҡ итеүҙең баҙар шарттарына тиҙ ҡулайлашыусы, хәрәкәтсел, һиҙгер формаһы. Уны үҫтереүгә урындарҙа иғтибарҙы арттырыу, шарттар тыуҙырыу, муниципаль бина һәм милекте ҡуртымға биреү, етештереү һәм сауҙа объекттары төҙөүгә ер биләмәләре бүлеү яҡшы һөҙөмтә бирҙе. Өфө, Ағиҙел, Нефтекама ҡалаларында, Краснокама, Иглин, Шишмә һәм Өфө райондарында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр бермә-бер ишәйҙе, эшһеҙлекте кәметеүҙә мәшғүллектең был төрө тәьҫирле булды.
Барлыҡ кешеләрҙең дә тулыһынса мәшғүллеген тәьмин итеү һәм эшһеҙлекте тамырынан бөтөрөү — социаль-иҡтисади сәйәсәттең төп бурысы һәм иҡтисад фәненең мөһим мәсьәләһе. Көнбайыш иҡтисадсыларының фекеренсә, халыҡтың тулыһынса мәшғүллеге — эшләргә теләүсе һәр кемдең тейешле хеҙмәт хаҡы түләнгән эше булыуы. Беҙҙеңсә, бында һүҙ иҡтисади яҡтан маҡсатҡа ярашлы, кеше ҙур теләк менән бөтөн көсөн, белемен һалып эшләгән, шәхси мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырған, юғары хеҙмәт етештереүсәнлегенә өлгәшкән, фән һәм техника ҡаҙаныштарын ҡуллана алған һәм кешесә яҡшы йәшәүҙе тәьмин иткән, лайыҡлы эш хаҡы түләнгән эш урындары хаҡында барырға тейеш.
Эш урындарын камиллаштырмайынса, заман талаптарына ярашлы яңыларын булдырмайынса, социаль үҫешкә һәм тулы мәшғүллеккә өлгәшеү мөмкин түгел. Бары баҙар механизмы ярҙамында ғына эшһеҙлектән арынып булмаясаҡ, был хәлде мотлаҡ дәүләт үҙе көйләргә бурыслы. Мәҫәлән, беҙҙең ҡарашҡа, түбәндәге мөмкинлектәрҙе файҙаланыу ҙа отошло булыр ине: эшһеҙлекте алдан иҫкәртеү һәм оҙайлыһын ҡыҫҡартыу; эшсе көсөн күсереүгә административ сикләүҙәрҙе бөтөрөү; эшселәрҙе ҡайтанан әҙерләү; башҡа төбәктәр менән эшсе көсөн алмашыу; эшһеҙлек хас төбәктәргә сит ил капиталын йәлеп итеүҙә, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә дәүләт ярҙамын көсәйтеү.
Мәшғүллек һәм эшһеҙлек — бер миҙалдың ике яғы. Бары хеҙмәт кенә йәмғиәттең үҫешенә булышлыҡ итә. Владимир Путиндың иҡтисадты үҫтереү һәм камиллаштырыуҙың төп бурыстарын аныҡ билдәләүе һәм ошо тәңгәлдәге мәсьәләләргә ғәҙел баһа биреүе күңелдә өмөт сатҡыһы уята.
Гөлнара ЯҠШЫБАЕВА,
иҡтисад фәндәре кандидаты.