Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урланған яҡтылыҡ
Урланған яҡтылыҡҠояш барыһы өсөн дә бер. Был һүҙҙәрҙең хаҡлығы кире ҡаҡҡыһыҙ. Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа ҡояш нурына мохтажлыҡҡа зарланғандар артҡандан-арта. Сәбәбе – төҙөлөш баҙары киңәйеп, яҡтылыҡты “урлап” ҡалҡҡан күп ҡатлы йорттар.

Был мәсьәлә ҡала халҡын быуат башында уҡ борсоуға һалғайны. Мәҫәлән, 2003 йылда туғыҙ ҡатлы панель йортҡа терәтеп тигәндәй заманса яңыны ҡалҡытасаҡтары мәғлүм булды. Ул урында балалар майҙансығы төҙөләсәк тип ышанып йөрөгән халыҡ, әлеге хәбәрҙе ишетеп, шаңҡып ҡалды. Ер былай ҙа тығыҙ бит: эргәлә тағы бишәр ҡатлы бер нисә йорт теҙелгән, яңы сауҙа-күңел асыу йортона нигеҙ һалына, банк та ошонан үҙ урынын тапты. Ғөмүмән, үтеп сыҡҡыһыҙ. Хәҙер инде балаларға булыр тип өмөтләнгән урынға ла ҡул һуҙмаҡсылар...
Ярһыған халыҡ, күмәкләп ҡултамға йыйып, төрлө урынға ялыу менән йөрөй башланы, төҙөлөш биләмәһен уратҡан билдәләрҙе алып ташланы, китеүҙәрен талап иткән яҙыуҙар көндән-көн артты... Ләкин һөҙөмтәлә бер ни ҙә килтереп сығара алманылар – ун дүрт ҡатлы заманса йортҡа нигеҙ һалынды.
Тәүҙән үк ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырған эш, әлбиттә, тыныс ҡына барманы. Ике төҙөүсенең юғарынан ҡолап төшөп ғүмере өҙөлгәне мәғлүм булды, бер мәл кран онталып, туғыҙ ҡатлы йорттағы күпмелер бүлмәнең тәҙрәләрен ярып барып төштө. Төҙөлөш тамамланғансы дер ҡалтырап йәшәргә мәжбүр ителде халыҡ. Мөһабәт йорт ҡалҡып сыҡҡас иһә ҡаршыһындағы туғыҙ ҡатлыһынан ҡояш нурҙарын да “тартып алды”. Ни тиһен халыҡ? “Күршеләр менән тәҙрә аша ғына ҡул бирешеп күрешербеҙ инде”, – тип шаяртыуҙан уҙа алманылар...
Ҡояш нурының кеше организмы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Уның бактериологик тәьҫирен бөгөн берәү ҙә инҡар итмәй. Боронғо гректарҙа уҡ әле шундай әйтем булған: “Ҡояш нуры төшмәгән өйгә табип йыш килер”. Бөгөн иһә шундай статистика мәғлүмәте бар: көн менән төн тигеҙләнгән ваҡытта киҫкен респиратор вирус инфекцияһы сирҙәре менән иң күбе бер-береһенә терәлеп тигәндәй төҙөлгән йорттарҙа йәшәүселәр ауырый икән. Инсоляция (ҡояш нуры менән тәьмин ителеш) аҙлығы үҫешкә, күреү һәләтенә, матдәләр алмашыныуына кире йоғонто яһай. Шулай уҡ уның эске көсөргәнешкә, депрессияға сәбәп булыуы ихтимал. Ҡояш нуры – йәшәү мөхите микроклиматын формалаштырыуҙың һәм ауырыу барлыҡҡа килтергән микроорганизмдарҙы юҡ итеүҙең мөһим факторҙарының береһе.
Беҙҙең илдә инсоляцияның нормаһы 2,5-3 сәғәт тип алынған. Йортта, мәҫәлән, дүрт бүлмә икән, уларҙың кәмендә икеһенең ҡояш нуры менән тейешле кимәлдә тәьмин ителеүе мөһим. Был йәһәттән ҡаршы урынлашҡан биналар араһындағы тейешле алыҫлыҡтың һаҡланыуы, бүлмәләге тәҙрә үлсәменең эстәге дөйөм майҙанға тап килеүе һ.б. нормаларҙың үтәлеүе зарур. Әммә һуңғы йылдарҙа, төҙөлөштөң йылдам үҫеүенә бәйле, “Беҙҙәге инсоляция нормаһы Совет осоронда ҡабул ителгән, уны үҙгәртергә кәрәк” тигән һүҙҙәр йыш яңғырай башлаған. Йәнәһе, хәҙер ҡайһы бер илдәрҙә әлеге ҡағиҙә бөтөнләй юҡ. Ләкин белгестәр быны кире ҡаға. “Күп нәмә урындағы климатҡа бәйле, – ти улар. – Көньяҡ илдәрҙә, көноҙоно ҡыҙҙырған ҡояштан һаҡланыу маҡсатында, йорттарҙы өҫтө-өҫтөнә төҙөүҙәре тәбиғи. Ә бына Томанлы Альбионда хатта ҡояш нурына хоҡуҡ тураһындағы закон да бар. Беҙ иһә – урталыҡта. Һуңғы йылдарҙа климаттың ниндәйҙер кимәлдә үҙгәрә барыуы, йәй эҫе көндәрҙең йыш ҡына көттөрөп килеүе, яуындарҙың артыуы инсоляция нормаһын һаҡлау кәрәклеген йәнә бер ҡат раҫлай. Төҙөлөш нормаларын еңелләштереү торлаҡтың бер аҙ арзанайыуына килтерәсәк, ләкин шул уҡ ваҡытта йәшәү сифаты, уңайлылыҡ, хәүефһеҙлек, халыҡтың сәләмәтлеге кеүек төшөнсәләр артҡы планда ҡаласаҡ”.
...Күптән түгел Рәсәй ҡалаларының береһендә хаҡлы ялдағы ханым төҙөлөш компанияһын судҡа биреп, 500 мең һум самаһы компенсация алыуға өлгәшкән. Уның йорто янында 16 ҡатлы бина һалынғас, пенсионер йәшәгән бүлмәгә ҡояш нуры көнөнә 28 минут ҡына төшә башлаған икән. Ошо хаҡта белдереп, бойондороҡһоҙ эксперттарҙы йәлеп итеп, төрлө инстанцияларға йөрөп, ханым күпмелер кимәлдә үҙ хоҡуғын яҡлауға өлгәшкән. Белдерелеүенсә, ошо мәсьәлә буйынса илдәге тәүге еңеү был. Юл ярылғас, бөйөк шағир әйтмешләй, “ерҙең ҡояшлы яғында” йәшәргә теләгәндәр яҡтылыҡ даулап яуҙай күтәрелмәҫ тимә...


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә