Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уҡыусыларҙы ниндәй һынауҙар көтә?
 Уҡыусыларҙы ниндәй һынауҙар көтә?Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған уҡыусыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә? IХ кластар ниндәй имтихан тапшыра? Башланғыс мәктәп һәм урта звено балалары ниндәй һынау тотасаҡ? Уҡыу йылы аҙағына күптәрҙе борсой ошо мәсьәләләр. Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы Айбулат Хажин ҡатнашлығындағы онлайн конференцияла күтәрелде улар.

“Обрнадзор” начальнигы Башҡортостан­дағы йомғаҡлау имтихандары тураһында һөйләне. Иң элек Берҙәм дәүләт имтиханы хаҡында һүҙ ҡуҙғаттылар. Ата-әсәләрҙе быйылғы имтихандағы яңылыҡтар ҡыҙыҡ­һындырҙы.
– Беренсенән, быйыл онлайн-күҙәтеү Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырылған бөтә аудиторияларҙа ла алып барыласаҡ, – тине Айбулат Хажин. – “Обрнадзор” нигеҙендә ваҡи­ғалар үҙәге төҙөләсәк. Беҙ бөтә аудиторияларҙы күҙәтәсәкбеҙ, онлайн-күҙәтеүселәр буласаҡ. Икенсенән, имтихан үткәрелгән бөтә пункттар технологиялар менән тәьмин ителәсәк, йәғни контроль-үлсәү материалдары имтихан үткәреү пунктына ла, төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә лә килтерелмәйәсәк. Улар һаҡланған элемтә каналы аша код ҡуйылған дискыла ебә­реләсәк. Диск аудиторияла балаларҙың күҙ алдында асыласаҡ. Имтихан тамамланғас, эштәр сканерланып, һаҡланған каналдар аша төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә ебәреләсәк. Әүәлгесә был мәсьәләгә күп кеше йәлеп ителмәйәсәк.
Айбулат Хажин әйтеүенсә, контроль-үлсәү материалдарында ла ҙур булмаған үҙгә­рештәр бар.
– Әҙәбиәттән иншаның дүртенсе темаһы индерелде. Рус теле буйынса заманса әҙәби телдең лексик нормалары нигеҙендә белемде асыҡлаған база кимәле мәсьәләләре өҫтәлде. Физиканан иһә астрофизика буйынса күнегеүҙәр бар. Химия буйынса ҡатмарлы мәсьәлә өҫтәлде. Уны дөрөҫ сискән осраҡта икенсел балл өҫтәлә, – тине Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы. Быйыл төп дәүләт имтиханын тапшырған IХ класс уҡыусыларын да яңылыҡтар көтә. Улар киләһе йылдан мотлаҡ буласаҡ пилот проектын – йомғаҡлау әңгәмәләшеүен үтте.
– Был сарала IX класс балаларының 10 проценттан аҙырағы ҡатнашты, – тине Айбулат Хажин. – Быйыл 42 мең бала төп дәүләт имтиханын тапшырҙы, 3 800-ө йомғаҡлау әңгәмәләшеүен үтте. Һөҙөмтәләрҙе алдыҡ. Уҡыусыларҙың ни бары 1,3 проценты ғына насар билдә алды. Шуны әйтергә кәрәк: әле VII класта уҡыған балалар 2020 йылда IX класты тамамлап, биш төп дәүләт имтиханын тапшырасаҡ. Рус теле, математика һәм сит тел мотлаҡ буласаҡ, ә ике фәнде улар үҙҙәре һайлаясаҡ.
Күптәрҙе башланғыс мәктәптә һәм урта звенола бөтә Рәсәй тикшереү эшен тапшырыу борсой. Уҡытыусылар тап уның һөҙөмтәһе буйынса киләһе класҡа күсереү мәсьәләһе хәл ителәсәк, тип балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә ҡурҡыта, имеш.
– Бөтә Рәсәй тикшереү эше дәүләт йомғаҡлау аттестацияһынан ҡырҡа айырыла, – тине “Обрнадзор” етәксеһе. – Элегерәк министрлыҡтан ебәрелгән контроль эштәре хәтерегеҙҙәлер. Уларҙы тыныс ҡына ҡабул итә инек. Әле лә борсолорға урын юҡ. Бөтә Рәсәй тикшереү эше кластан-класҡа күсереүгә йоғонто яһамай. Был эште балалар үҙҙәренең класында башҡара, уны уҡытыусы тикшерә. Иң мөһиме – был эштең һөҙөмтәләре федераль селтәргә тапшырылмай. Уны белем сифатын баһалау алымы булараҡ ҡабул итергә кәрәк.
Биш көнлөк уҡыу аҙнаһы хаҡында балаларға ҡарағанда ата-әсәләр нығыраҡ хыялланалыр, моғайын. Республикабыҙҙа биш көнлөк уҡыуға күсерҙәрме? Бының өсөн ниндәй шарттар үтәлергә тейеш? Күптәр өсөн мөһим мәсьәләнең хәл ителеүе кемгә бәйле? Онлайн-конференцияла ошо проблема ла күтәрелде.
Әйткәндәй, “Обрнадзор” етәксеһе исеменә алты көнлөк уҡыу аҙнаһынан ҡәнәғәт булмаған ата-әсәләрҙән байтаҡ ялыу килгән икән. Мәҫәлән, Гөлнур Әлетдинова: “Беҙҙең мәктәптә аҙнаһына алтышар көн уҡыйбыҙ. 2-се кластабыҙ. 26 бала аҙна буйы – икенсе сменала, шәмбе иһә беренсе сменала, коридорҙың осондағы бәләкәй генә бүлмәлә, психолог кабинетында, уҡыйҙар. Директор, мәктәптең саманан тыш тулы булыуына һылтанып, биш көнлөк уҡыу тураһында ишетергә лә теләмәй. Башланғыс мәктәптә биш көн уҡыу кәрәклегенә директорҙы нисек инандырырға һәм СанПиН талаптарына нисек өлгәшергә?” – тип һорай. Айбулат Хажин мәктәптәге хәлгә аңлатма бирҙе.
– Һеҙҙең мәктәптә балалар саманан тыш күп, – тине ул. – Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсһәләр, хәл тағы ла ҡатмарлашасаҡ. Әле сәғәттәр һаны алты көнгә бүленә, ә уҡыу көндәрен кәметкән осраҡта белем күләмен биш көндә үҙләштерергә тура киләсәк. Дәрестәр һаны артасаҡ, һөҙөмтәлә икенсе сменаның өсөнсөгә лә әүерелеүе ихтимал. Өфөләге мәктәптәрҙең 88 проценты биш көнлөк уҡыуға күскән. Тимәк, белем усаҡтарының унынсы өлөшөндә генә башланғыс звено аҙнаһына алты көн уҡый. Шул уҡ ваҡытта, ҡануниәткә ярашлы, I кластар аҙнаһына биш көн уҡырға тейеш.
Рәсәй субъекттары кимәлендә биш көнлөк уҡыу аҙнаһы тураһындағы норма законда билдәләнмәгән. Уның ҡарауы, мәғариф ойошмалары автономияһы ҡануниәт тарафынан күҙаллана. Йәғни, ниндәй тәртиптә уҡыуҙы (биш көнлөкмө, әллә алты көнлөкмө) мәктәп үҙе хәл итергә тейеш. Мәғариф бүлеге лә, “Обрнадзор” ҙа, Мәғариф министрлығы ла, прокуратура ла был мәсьәләлә мәктәпте мәжбүр итә алмай.
– Минеңсә, башланғыс звено аҙнаһына биш көн уҡырға тейеш, – тине Айбулат Хажин. – Башланғыс мәктәпкә йөрөгән бала күберәк ял итеүгә мохтаж, сөнки ул уйындан уҡыуға күсә, яңы шарттарға яраҡлашыу еңел түгел. Әммә V кластан алты көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә мөмкин. Был осорҙа айырым фәндәр тәрән өйрәнелә башлай, сит тел сәғәттәре арта, химия, биология, физика, география кеүек теүәл фәндәр индерелә. Биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн СанПиН буйынса билдәләнгән 28 сәғәткә был фәндәрҙе бүлергә була, әлбиттә. Ләкин баланың белем кимәле тейешенсә булырмы? Имтиханға әҙерләнгәндә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаҫмы? Шуға күрә төп звено уҡыусылары V кластан башлап аҙнаһына алты көн уҡырға тейеш, тигән фекерҙәмен. Быны мин ведомство етәксеһе булараҡ түгел, ә атай булараҡ әйтәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21