Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡошсоҡтар осорға тейеш
Ҡошсоҡтар осорға тейешӘҙәм балаһы өсөн иң ҙур бәхет – кешеләргә бәхет һәм ҡот килтереүҙер, быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Нисек тиһегеҙме? Башҡарған эштәрең, таратҡан изгелектәрең, сәскән нурҙарың менән. Минеңсә, был һүҙҙәр нәҡ Тәнзилә Туҡаеваға ҡарата әйтелгән. Йә булмаһа фекер ебен таратыуҙы уның кендек ҡаны тамған тарафтарҙан башлайыҡ.


Яҡут исемле ауыл Башҡортостанда берҙән-бер, Көйөргәҙе районында ғына. Ҡаҙлайыр йылғаһы Оло Юшатырға ҡушылған ерҙә урынлашҡан ул. Әйткәндәй, бөтә илебеҙгә танылған шифалы Яҡут күле лә ошонда.
Тәнзилә апай теүәл 80 йыл элек ошо ауылда икенсе бала булып донъяға килгән. Заһиҙулла Байрамғолов, уның атаһы, Гитлер СССР-ға һуғыш асҡандың тәүге көндәренән алғы һыҙыҡҡа ашыға. Ҡыҙғаныс, шул китеүҙән хәбәрһеҙ юғала яугир, балалар иһә “атай” һүҙен әйтә алмай үҫә. Тәзкирә, Тәнзилә, Фәүзиә исемле береһенән-береһе бәләкәй ҡыҙҙарын ҡосаҡлап, Зәкирә тол ҡала. Егерме дүрт йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, башҡа кейәүгә сыҡмай. “Ҡара ҡағыҙ”ы килмәгәс, ҡайтыр тип көткәндер. Балалар күркәм тәрбиә биргән, ауыр саҡта ярҙам иткән Разия өләсәйҙәренә, Миңһылыу инәлә­ренә, Мөхәррәм ағаларына менән Хәтирә еңгәләренә, Насретдин олатайҙарына рәхмәт әйтә. “Ҡәҙерле кешеләребеҙ ярҙам итмәһә, был матур тормошто күрә алмаҫ инек”, – ти улар.
Тәнзилә иһә Яҡуттағы башланғыс класты тамамлағас, Мораптал урта мәктәбенә бишенсегә уҡырға килә. Һәр класта – 30-40 бала. Етенселә тырышып уҡып йөрөгәндә, Сайран исемле егеттең уға күҙе төшә. Хатлашыуҙар, осрашыуҙар, хатта үпкәләшеүҙәр мәктәп ихатаһында башланып, оло һәм мәңгелек мөхәббәткә әүерелә. Шундай саф, ысын дуҫлыҡта урта мәктәпте тамамлағас, аҫыл егет – Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына, ә һылыу ҡыҙ Шафран ауыл хужалығы училищеһына уҡырға китә.
1959 йылда ҡулдарына ветеринария фельдшеры дипломы тотоп ҡайталар. Һәм күп тә үтмәй Тәнзилә Сайрандарҙың йортона килен булып төшә. Алты йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң бер-береһенә тоғро юлдаш, ғаилә булып берләшәләр. Ике йәш белгес юллама буйынса Тәтешле районына эшкә саҡырыла. Ғаилә башлығы – участка ветеринария табибы, ә хужабикә фельдшер булып хеҙмәт юлын башлай.
Ситтә бер йыл эшләп, ҡулдарына тәүге ҡыҙҙары Ританы күтәреп, тыуған яҡтарына кире ҡайталар. Колхоз йорт бирә, йәштәр үҙ ауылында дәртләнеп эшкә тотона. Тырышлыҡ бушҡа китмәй, Морапталда күркәм йорт һалып, баҡса үҫтереп, мал-тыуар үрсетеп йәшәп китәләр. Ныҡышмал, аң-белемгә һыуһаған ғаилә киләсәккә маҡсаттар төҙөй. Сайран Троицк ветеринария инс­титутына уҡырға инһә, Тәнзилә башта Өфөнөң 1-се педагогия училищеһын, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Шулай итеп, Сайран колхозда – мал табибы, ә Тәнзилә уҡытыусы булып эшләй башлай. Артабан инде Рәмзиә һәм Зөлфиә исемле сабыйҙары тыуа. Өс ҡыҙ тәрбиәле, матур, зирәк һәм егәрле булып үҫеп, бер-бер артлы урта мәктәпте, унан инде вузды тамамлай.
Ҡыҙҙар Өфөлә төпләнгәс, атай менән әсәй ҙә балалары янына Өфөгә ашыға.
– Ҡанаттары нығынған ҡошсоҡтар осорға тейеш, – ти әңгәмәсем. – Һәр береһе яратҡан эш урынын тапты, баш ҡалала төпләнде. Уларҙың атай йортона һәр ҡайтыуы байрамға тиң була торғайны. Шулай ҙа ниҙер етмәгән һымаҡ. Сайран менән уйлаштыҡ та, ғәзиздәре­беҙҙең янына күсендек.
Тәнзилә – 30-сы мәктәп-интернатҡа, ә Сайран торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа эшкә урынлаша. Ауылда спектаклдәр, концерттар ҡуйып, йырлап-бейеп, күңелле кисәләр ойоштороп йөрөгән бәхетле йәндәргә ҡала тормошо сәйерерәк тойола, ләкин улармы һуң инде юғалып ҡала торғандарҙан. Тәнзилә мәктәптә һәм балалар йортонда “Милли музей” асып ебәрә. Эҙләгән таба, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға, тиҙәр. Хөкүмәтебеҙ хеҙмәтен юғары баһалай Тәнзилә Туҡаеваның, ул Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың Почет грамотаһы менән дә бүләкләнгән.
...Тормош иптәшенең баҡыйлыҡҡа күсеүен бик ауыр кисерә ул. Үҙе әйтеүенсә, ғәзиздәренең тамсылай шатлыҡтарын да оло итеп ҡабул итә, уларҙың уңыштары бошонорға юл ҡуймай.
Кеше тураһында белгең килһә, балаларын барла, улар — ата-әсәнең көҙгөһө, тибеҙ. Маргарита Туҡаева-Түлебаева Сайран Дәүләтша улы һәм Тәнзилә Заһиҙулла ҡыҙының өлкән ҡыҙҙары тигәйнек инде. Кескәй ҡыҙыҡай ата-әсәһенең тәүге бәхете, шатлығы була. Тәүге тапҡыр ҡулдарына алып һөйгәндә сабыйҙарының киләсәктә дәрәжәле, белемле-ғилемле, изгелекле булыуын белеп тә еткермәгәндәрҙер.
Уңған, тырыш бала I кластан гел “бишле”гә генә уҡый. Бейеүгә, йырға әүәҫ ҡыҙыҡай гармунда уйнарға өйрәнә. Уҡытыусыһы йүнәлеш тә биргәс, һәр яҡлап та алдынғы үҫмергә бигерәк тә сит телдәрҙе өйрәнеү оҡшай. “Сәнғәт юлынан китәм”, — ти башта, ләкин Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр бүлегенә уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай.
Шул уҡ йылда, башҡорт йолаларын еренә еткереп, ҙур туй яһап, Ейәнсура районы егете Шамил Сәмиғулла улы менән тормош ҡороп ебәрәләр. Дипломлы ике йәш белгес хеҙмәт юлын Көйөргәҙе районының Отрада мәктәбендә башлай. Рита – немец теленән, Шамил физика һәм математика фәндәренән уҡыта. Күпмелер ваҡыттан һуң Ританы Өфөгә – уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына, сит телдәр буйынса методист итеп эшкә саҡыралар, унан инде аспирантураға уҡырға инә. Тормош иптәше Шамил да, уҡыуын тамамлап, Өфөгә юллана. Ул Башҡортос­тан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем эстәй. Өфөгә күскәс, уҡып та, эшләп тә йөрөгәндә, икенсе ҡыҙҙары Ләйсән донъяға килә. Шулай итеп, ишле ғаилә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, ике ҡыҙын үҫтереп, алға ынтылып ғүмер итә.
Бөгөн Маргарита Сайран ҡыҙы БДУ-ны, аспирантураны, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлап, Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙа бүлек етәксеһе булып эшләй. Хөкүмәтебеҙ уның хеҙмәтен юғары баһаланы. Педагогия фәндәре кандидаты бихисап Почет грамотаһы һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Тормош иптәше Шамил Сәмиғулла улы “Башҡортостан учколлектор” йәмғиәтенең директоры булып эшләне. Ул – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф отличнигы, иҡтисад фәндәре кандидаты, хеҙмәте бик күп грамота һәм миҙалдар менән баһаланған.
Тәнзилә менән Сайран Туҡаевтарҙың икенсе ҡыҙҙары Рәмзиә Туҡаеваға (Тарзиманова) туҡталайыҡ. Ул тыуған осорҙа ата-әсәһе Мораптал ауылында йорт һала башлаған. Шуға ла ҡыҙыбыҙ “йортобоҙға ҡот, байлыҡ һәм бәхет өҫтәне” тип шатланғандар.
Тыйнаҡ, йомшаҡ телле, зирәк ҡыҙыҡай урта мәктәпте тамамлағас, Өфө медицина училищеһына уҡырға инә. Диплом алғас, юллама буйынса Федоровка районына фельдшер булып эшкә килә. Ике йылдан һуң Күмертау районына санитар табип булып ҡайта, белгестәр етешмәү сәбәпле, терапевт вазифаһында эшләй.
Күмертау егете Шамил Абдулла улы менән тормош ҡоралар. Өфөгә күсеп килгәс, Рәмзиә Ер мөнәсәбәттәре һәм мөлкәт министрлығында баш белгес, Шамил Өфөнөң 16-сы гимназияһында тарих фәненән уҡытыусы булып эш башлай.
Зөлфиә Сайран ҡыҙы – ғаиләлә өсөнсө бала. Кинйәләре теремек, һәр эштә ярҙамсыл, изгелекле булып буй еткерә. Апайҙары уны “беҙҙең уң ҡанатыбыҙ” тип кенә йөрөтә. Ул машина йөрөтөргә лә, һыбай сабырға ла бик әүәҫ була. Спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарған ҡыҙыҡай, урта мәктәпте тамамлағас, Өфөгә юллана – Башҡорт дәүләт уни­верситетының тарих факультетына уҡырға инә. Унан һуң уҡыуын журналистика факультетында дауам итә. Ҡулына диплом алғас, Башҡортостан телевиде­ние­һының телерадио­тапшырыу­ҙар бүлегенә саҡыралар, радиола “Аҡ елкән” тапшырыуын алып бара. Бер аҙ тәжрибә туплағас, телевидениеға күсә – “Тере шишмәләр” тапшырыуында эшләй.
Зөлфиә Туҡаева Александр Ибаевҡа кейәүгә сыға. Егет – “Глокар” компания­һында генераль директор, ә Зөлфиә шул уҡ компанияла директор урынбаҫары булып эшләй.
– Мин бәхетле, ҡошсоҡтарымдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнгәнмен, – ти Тән­зилә Туҡаева. – Хәҙер тормош шул хәт­лем яҡшырҙы, өҫтәл ризыҡтан һығылып тора, кейемдең ниндәйе генә юҡ. Донъяларҙың тыныс булыуына һөйөнәм, беҙ көслө илдә йәшәйбеҙ.
Туҡаевтарҙың бәрәкәтле йортонда буй еткереп, оло тормош мәктәбен үткән балалар ҡайҙа ғына хеҙмәт күрһәтмәй. Иң мөһиме — уларҙың береһе лә ғәзиздә­ренең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, ғаилә йолаһына, тәрбиә ҡанундарына хыянат итмәй, атай-әсәйҙең кәңәшен тотоп ғүмер кисерә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511