Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормоштары йырға оҡшаш
Тормоштары йырға оҡшаш“Тормоштары йырға оҡшаш” тиҙәр ҡайһы бер ғаиләләр хаҡында. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Гөлшат һәм Радмир Иҫәнбаевтар менән яҡындан танышҡас, уларҙың ғаиләһен “күңел түренән урғылып сыҡҡан моңло бер йырға” оҡшаттым. Сирек быуат иңгә-иң терәп йәшәгән пар әле булһа бер-береһенең күҙҙәренә һөйөү тулы наҙ менән баға.


Үҙ-ара һөйләшеүҙәре, әйтерһең дә, шишмә тауышын хәтерләтә, бер-береһенә ҡарата йылылыҡ, ихласлыҡ менән һуғарылған мөнәсәбәт йорттарына килеп кергәс тә һиҙелә. Бер-береһенә терәк булып, бер-береһен ҡәҙерләп, хөрмәт итеп өс балаға ғүмер биргән Иҫәнбаевтар район­да данлы һәм затлы араларҙан һанала. Ғүмерҙәрен мәғарифҡа арнаған ғаилә менән яҡындан танышҡас, уларҙың тормошто шул тиклем яратыуҙары, бер-береһенә ҡарата ихлас булыуҙары, балаларына бар яҡлап тәрбиә, белем биреүгә ынтылыуҙары, уларҙың һәләттәрен асырға ярҙам итеүҙәре һоҡландырҙы. Бөгөнгө геройҙарым – бер-береһен ҡәҙерләп һаҡлауҙың, ҡурсалап йәшәүҙең, ғүмер юлын татыу һәм бергә уҙыуҙың сағыу өлгөһө.
Ә бит уларҙың танышыуы һис көтмәгәндә, осраҡлы килеп сыға. Хәйер, икеһе лә Сибай педагогия училищеһында бер йылдарҙа белем ала, әммә яҙмыш уларҙы бер нисә йылдан, уйламағанда, Баймаҡ ҡалаһында осраштыра.
Райондың иң төпкөл ауылдарының береһе Ишейҙең ишле ғаиләһендә тыуып үҫкән Радмир Фитрат улы 1982–1986 йылдарҙа Сибай педагогия училищеһында уҡый, артабан хәрби бурысын үтәп, тыуған ауылына, үҙе белем алған мәктәптә хеҙмәт юлын башлай. Баймаҡ ҡыҙы Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы ла хеҙмәт юлын үҙенең туған мәктәбендә башлай. Ул ваҡытта алты йәшлек балалар ҡаланың “Күбәләк” балалар баҡсаһында уҡытыла. Көндәрҙең береһендә ошонда уҡ логопед булып эшләгән бер туған апайын, Нурия Фитрат ҡыҙын, эҙләп ҡустыһы Радмир килә. Ҡарағастай мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы егетте күргәс тә Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы бер аҙ юғалып ҡала – Сибайҙа уҡыу йортонда бергә белем алған Радмирҙы таный. Апайының кабинетына оҙатҡас, йәш ҡыҙ егеттең үткер ҡараштарын күңеле менән һиҙһә лә, иғтибар бирмәҫкә тырышып, тиҙ генә һаубуллашып, ашығып сығырға ынтыла. Әммә йөрәгенең дөпөлдәп һуғыуын, күңеленең тулҡынланыуын йәшерә алмай. Бер нисә көн үткәс, Радмир Фитрат улы йәнә ул эшләгән балалар баҡсаһына килә. Был юлы апайына түгел, ә һылыу ҡыҙ янына.
– Гөлшатты тәү күргәс тә оҡшаттым, – ти әңгәмәсем. – Студент йылдарыбыҙ бер осорға тап килһә лә, мин уны хәтерлә­мәйем. Ҡыҙҙар күп булғандыр, күрәһең (көлә). Нимәлер һиҙгән кеүек, апайым да уның тураһында яҡшы яҡтан ғына телгә алды. Артабан Баймаҡҡа юл йышайҙы, осрашып, дуҫлашып йөрөй башланыҡ.
1992 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй. Ҡала ҡыҙымын тип тормай Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы – төпкөлгә килен булып төшә. Ул ваҡытта Радмир Фитрат улы ҡарағайҙан шығырлап торған йорт күтәртеп ултыртҡан була, атаһы һәм туғандары ярҙамлашып, тиҙ арала уны төҙөп, буяп, йәштәрҙе яңы йортҡа сығарып та ҡуялар. Бәхеттәрен тулыландырып тәүҙә Азамат улдары, аҙаҡ сәскәләй ҡыҙ Гөлназ, төпсөктәре Искәндәр донъяға килә. Иҫәнбаевтар гөрләтеп донъя ла кө­тә, күпләп мал аҫрай, йәшелсә-емеш үҫ­терә. Береһе ауылдағы “Ләйсән” балалар баҡсаһын етәкләй, икенсеһе Ишей туғыҙ йыллыҡ мәктәбе директоры йөгөн тарта.
– Ишейҙә йәшәгән йылдарҙы тормошо­боҙҙоң иң матур мәлдәре булараҡ хәтерләп алабыҙ, – ти Иҫәнбаевтар. – Тотош бер урам йәштәр урамы булараҡ төҙөлдө, күршеләр менән шул тиклем татыу йәшәнек, ауыл халҡының эшле булған осоро. Үҙебеҙ ҙә дәртле булғанбыҙҙыр, күрәһең, мәктәптә, балалар баҡсаһында етәксе тип тормайбыҙ, ауылдың мәҙәни сараларын да үткәрәбеҙ. Өмә булһынмы, һуғым аштарымы, һәр саҡ бергәбеҙ. Балалар менән тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, төрлө экскурсиялар ойошторабыҙ. Ауыл халҡы берҙәм, дәртле, сәмле булды.
“Ҡаланы ташлап, ауылға китергә тәүә­кәллек итеүегеҙ – үҙе батырлыҡ инде” тигән һүҙемә, йорт хужабикәһе, тормош иптәшенә ҡарап, йылмайып: “Радмирға мин шул тиклем ышандым, шуға күрә ул хаҡта уйлап та бирмәнем. Ул – хәстәр­лекле атай, ышаныслы тормош иптәше, һөйөклө ир”, – тип яуапланы. “Шуға күрә төп­көлгә барыуым, унда 14 йыл йәшә­үебеҙ үҙе бер матур мәл, ғаиләбеҙҙең онотолмаҫлыҡ сағыу бер бите”.
Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, заман һулышын тойған Иҫәнбаевтар юғары белем алыу маҡсатында Сибайҙа асылған Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ педагогия университетының филиалында белем ала. Был ваҡытта Гөлназ бәләкәй була, шуға күрә уны һәр саҡ үҙҙәре менән алып йөрөй. Лекция ваҡытында кескәй бала артҡы партала йоҡлаһа, имтихан биргәндә, ата-әсәгә баланы алмашлап ҡарап торорға тура килә.
Радмир Фитрат улы директор булып эшләгән саҡта ауылда яңы мәктәп төҙөү теләге менән яна. Ишейҙәрҙең хыялы тормошҡа аша: 2004 йылда ике ҡатлы заманса йыһазландырылған социаль үҙәк сафҡа инә. Бында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, китапхана һәм фельдшер-акушерлыҡ пункты бер бинала урын ала. Талапсан етәксе 2006 йылда Темәс ауыл биләмәһе башлығы итеп тәғәйенләнә. Был юлы ла Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы тормош иптәше артынан яратҡан эшен, йыйған донъяһын ҡалдырып, күсеп килергә риза була. Артабан Радмир Иҫәнбаев Баймаҡ район хакимиәтендә эштәр идарасыһы, ҡала хакимиәте башлығының социаль өлкә буйынса урынбаҫары булып эшләй. Бөгөн ҡаланың 2-се һанлы мәктәбе директоры вазифаһын тарта. Ҡайҙа ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, ул – һәр саҡ талапсан, ғәҙел һәм ышаныслы етәксе. Әйткән һүҙенә тоғро ҡалған, үҙ эшен яҡшы белгән Радмир Иҫәнбаевты һәр ерҙә хөрмәт итәләр. Ябай уҡытыусынан алып юғары вазифа биләгән әңгәмәсем коллегалары өсөн иғтибарлы, хәстәрлекле етәксе булып ҡала, үҙ эшенең оҫтаһына әүерелә. Фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап Рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 2014 йылда Сочиҙа волонтерҙар хәрәкәтен ойошторғаны өсөн Рәсәй Президенты В. Путиндың Рәхмәт хатына һәм иҫтәлекле бүләгенә лайыҡ була. Оҙаҡ йылдар ҡаланың 4-се мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән, юғары категориялы уҡытыусы Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы күптән инде районда тәжрибәле педагогтар рәтендә.
Шулай ҙа Иҫәнбаевтарҙың иң ҙур байлығы һәм бәхете – уларҙың балалары. Оло улдары Азамат үҙенә оҡшаған һөнәрҙе үҙ иткән, тиҙҙән үҙ эшен асырға йыйына, әле Баймаҡта йәшәй, ер урыны алып, матур йорт төҙөүҙе башлаған. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлаған Гөлназ бала саҡтан табип һөнәренә ғашиҡ. Бала саҡ хыялына тап төшөрмәй, әле Башҡорт дәүләт медицина университе­тының 4-се курсында белем ала, киләсәктә балалар табибы буласаҡ. Искәндәр – районда билдәле шахмат һәм шашка оҫтаһы. Шахмат буйынса Урал аръяғының өс тапҡыр чемпионы. Шулай уҡ география фәне менән ҡыҙыҡһына, карта буйынса илдең һәр нөктәһе хаҡында сәғәттәр буйы таныштыра ала, Гагарин кубогына үткән бәйгелә география буйынса республикала еңеүсе, робототехника менән етди шөғөл­ләнә. Быйыл “башлы” егеткә Мәскәүгә Президент шыршыһына барыу бәхете йылмайған, киләсәктә “Артек”ҡа барырға хыяллана. Искәндәр буласаҡ һөнәрен әлегә аныҡ ҡына билдәләмәгән, әммә илдәр гиҙеүсе сәйәхәтсе булһа ла, роботтар ярҙамында төрлө асыштар яһаусы инженер һөнәрен һайлаһа ла, шашка һәм шахмат минең өсөн иң яратҡан шөғөлөм буласаҡ, ти.
Балаларының һәр башланғы­сын хуплап, уларҙы үҫтереүгә бар яҡлап ярҙам күрһәткән Иҫәнбаевтар күп ата-әсәләргә өлгө булып та тора. Әйткәндәй, ғаилә башлығының тағы бер яратҡан шө­ғөлө хаҡында әйтеп үтергә кәрәктер. Радмир Фитрат улы баҡса үҫтерергә әүәҫ. Улар­ҙың ихатаһында төрлө емеш ағас­тары, йәшелсәләр урын алған, виноград­тың ғына бер нисә төрө бар. Йорт ху­жабикәһе тәмле итеп бешеренергә ярата, ғаиләнең төп аш-һыуҙарының береһе – бишбармаҡ, ҡоймаҡ һәм сәк-сәк. Хәйер, Гөлшат Зәйнулла ҡыҙы матур йырлай ҙа, шуға күрә уның йырлап баҫҡан ҡамыры һәр саҡ уңып бешә, ашы тәмле, татлы була.
Бер-береһенә ҡарата һөйөү менән һуғарылған был бәхетле ғаилә менән аралашҡандан һуң, мәҡәлә геройҙа­рымдан матур йәшәү сере менән дә ҡыҙыҡһындым. “Иң мөһиме – бер-береңде ихтирам итеү, яратыу, бер-береңә ҡарата ышаныслы булыу”, – тип яуапланы улар бер тауыштан.
Бына шундай матур һәм өлгөлө ғаилә йәшәй Баймаҡ ҡалаһында. Матурлыҡ һәм уңғанлыҡ, һөйөү һәм мөхәббәт, наҙ һәм нур, бер-береңә ҡарата ихтирам тантана иткән ғаиләнән үҙебеҙ ҙә нурланып сыҡҡандай булдыҡ.

Баймаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Ильбакова Мамдуда
    Ильбакова Мамдуда от 15.05.2018, 08:42
    Матур мэкэлэ,афарин!Кэримэ!Шундай кешелэр тураhында куберэк яз!Рэхмэт.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 103

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 458

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 991

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 900

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 661

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 248

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 567

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 340

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524