Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
— Фатир һатып алырға уйлайбыҙ. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Мәрйәм БАЙБУЛДИНА.

Барлыҡ күсемһеҙ мөлкәтте һатып алыр алдынан иң тәүҙә уның тарихын өйрәнеү мөһим. Уны Күсемһеҙ милектең бер­ҙәм дәүләт реестрынан (КМБДР) алынған күсермә ярҙамында белергә мөмкин. Документта бинаның барлыҡ мәғлүмәттәре бирелә: кадастр һаны, күсемһеҙ милектең төрө, адресы, уның эйәләре.
Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү датаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Уны белгәндә, судҡа дәғүә ғаризаһын тапшырыу һәм киле­шеүҙе тарҡатыу тураһында ваҡытында асыҡларға мөмкин.
***
— Күптән түгел фатир һатып алдым. Ремонт эш­ләр алдынан уның плани­ров­каһын үҙгәртергә бул­дыҡ. Таныштар әйтеүенсә, бының өсөн тәүҙә рөхсәт алырға кәрәк. Ҡайҙа мөрә­жәғәт итергә кәрәк һуң?

Морат ҒӘЗИЗОВ.

Һәр торлаҡ бинаһының планировкаһын үҙгәртеү ҡала хакимиәте йәки үҙегеҙ йәшәгән урындағы төбәк етәкселегенең рөхсәтенә ярашлы башҡарылырға тейеш. Бының өсөн мөлкәт документтарын, ғариза, планировка проектын тапшырырға кәрәк. Ә инде фатирҙағы үҙгәртеү эштәре тамамланғас, ҡабул итеү комиссияһы уны акт менән раҫлай. Һуңынан уны һәм яңы техник документты электрон формала йәки үҙеңә Күп функциялы үҙәккә тапшырырға кәрәк.
***
— Ирем менән ике айға ялға китергә йыйынам. Фатирҙы ҡараусыһыҙ ҡал­дырыу ҡурҡыныс. Бындай хәүефтән үҙеңде һаҡлау сараһы бармы?

Сания ИСХАҠОВА.

Һәр кем милкен үҙенең ҡатнашлығынан тыш һатыуҙы тыйырға хоҡуҡлы. Бындай ғаризаны Күп функциялы үҙәктә ҡалдырырға мөмкин. Шулай уҡ ғаризаны электрон формала www.rosreestr.ru cайты аша тапшырырға ла мөмкин. Яҙма күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына индерелә һәм теләһә ҡайһы һатып алыу барышында етди тикшерелә. Был төр хеҙмәт түләүһеҙ һәм дәүләт пошлинаһы ла алынмай.

Марина МАРТЫНОВА,
“Росреестр” идаралығының Башҡортостан буйынса ойоштороу һәм күҙәтеү бүлеге начальнигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә