Хоҡуғыңды бел08.05.2018
— Фатир һатып алырға уйлайбыҙ. Мутлашыусылар тоҙағына эләкмәҫ өсөн иң тәүҙә нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Мәрйәм БАЙБУЛДИНА.
Барлыҡ күсемһеҙ мөлкәтте һатып алыр алдынан иң тәүҙә уның тарихын өйрәнеү мөһим. Уны Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан (КМБДР) алынған күсермә ярҙамында белергә мөмкин. Документта бинаның барлыҡ мәғлүмәттәре бирелә: кадастр һаны, күсемһеҙ милектең төрө, адресы, уның эйәләре.
Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты теркәү датаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Уны белгәндә, судҡа дәғүә ғаризаһын тапшырыу һәм килешеүҙе тарҡатыу тураһында ваҡытында асыҡларға мөмкин.
***
— Күптән түгел фатир һатып алдым. Ремонт эшләр алдынан уның планировкаһын үҙгәртергә булдыҡ. Таныштар әйтеүенсә, бының өсөн тәүҙә рөхсәт алырға кәрәк. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәк һуң?
Морат ҒӘЗИЗОВ.
Һәр торлаҡ бинаһының планировкаһын үҙгәртеү ҡала хакимиәте йәки үҙегеҙ йәшәгән урындағы төбәк етәкселегенең рөхсәтенә ярашлы башҡарылырға тейеш. Бының өсөн мөлкәт документтарын, ғариза, планировка проектын тапшырырға кәрәк. Ә инде фатирҙағы үҙгәртеү эштәре тамамланғас, ҡабул итеү комиссияһы уны акт менән раҫлай. Һуңынан уны һәм яңы техник документты электрон формала йәки үҙеңә Күп функциялы үҙәккә тапшырырға кәрәк.
***
— Ирем менән ике айға ялға китергә йыйынам. Фатирҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырыу ҡурҡыныс. Бындай хәүефтән үҙеңде һаҡлау сараһы бармы?
Сания ИСХАҠОВА.
Һәр кем милкен үҙенең ҡатнашлығынан тыш һатыуҙы тыйырға хоҡуҡлы. Бындай ғаризаны Күп функциялы үҙәктә ҡалдырырға мөмкин. Шулай уҡ ғаризаны электрон формала www.rosreestr.ru cайты аша тапшырырға ла мөмкин. Яҙма күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрына индерелә һәм теләһә ҡайһы һатып алыу барышында етди тикшерелә. Был төр хеҙмәт түләүһеҙ һәм дәүләт пошлинаһы ла алынмай.
Марина МАРТЫНОВА,
“Росреестр” идаралығының Башҡортостан буйынса ойоштороу һәм күҙәтеү бүлеге начальнигы.