Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бәләкәй булһа ла, ҡурҡыныс бөжәк
Әйтергә кәрәк, ергә яҙ етеүен, донъяның ҡарҙан әрселгәнен кешелек кенә түгел, бар тәбиғәт, йәнлек-ҡоштар ҙа ашҡынып көтә. Әммә, нисек кенә булмаһын, шуны ла оноторға ярамай: апрель-май айында талпан әүҙемләшә, шуға күрә ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә уяу булырға, зарарлы бөжәктән һаҡланырға кәрәк.


Талпан үҙ ауырлығынан тиҫтәләрсә тапҡырға күберәк ҡан һурырға һәләтле. Күҙе юҡ, әммә еҫте бик яҡшы тоя: кешене йәки йәнлекте ун метр алыҫлыҡтан уҡ һиҙә, һәрмәүестәре ярҙамында хәрәкәт итә. Япраҡлы йәки ҡатнаш үлән үҫкән урмандарҙа айырыуса күп осрай. Күләгәле йырындар, шырлыҡтар, урман шишмәләре буйындағы таллыҡтар, үләнле һуҡмаҡтар – зарарлы бөжәктең яратҡан төйәге.
Әйткәндәй, урман һуҡмаҡтары буйында улар бигерәк тә күп була, сөнки бында талпанды үтеп-һүтеп йөрөгән кешеләрҙең һәм йәнлектәрҙең еҫе ылыҡтыра. Күптәр иһә, талпан өҫтән һикерергә һәләтле, тип уйлап яңылыша: ул ярты метрҙан да бейегерәк булмаған үләнгә, һабаҡҡа, һерәйеп торған ағас ботағына ултырып ҡорбанын көтә, йәбешкәс, уңайлы урын эҙләп, тәнгә ҡаҙала. Ата талпан ҡорбанының тәнендә оҙаҡ тормай – кәрәгенсә ҡан һурғас, ысҡынырға ашыға. Инә талпандың иһә алты тәүлеккә тиклем йәбешеп тороуы ихтимал. Ул ҡанды иҫ киткес күп һура (үҙ ауырлығынан йөҙ тапҡырға тиклем күберәк). Туҡ талпандың бармаҡ башы ҙурлыҡ булыуы ихтимал.
Кешеләргә талпан хәүефле инфекция йөрөтөүсе булараҡ билдәле: йоға ҡалһа, нервы системаһын ҡаҡшатҡан талпан энцефалитының һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе ихтимал. Шуныһы бар: бөжәктәрҙең барыһы ла зарарлы түгел, әммә быны махсус лабораторияла ғына тикшереп була. Шуға күрә, тәбиғәт ҡосағынан ҡайтҡандан һуң талпан ҡаҙалғанын күрһәгеҙ, уны тиҙерәк тартып сығарырға (үҙегеҙҙең хәлдән килмәй икән, яҡындағы медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ), артабан махсус лабораторияға тапшырырға кәрәк. Талпан зарарһыҙ тип табылһа, көйәләнергә урын юҡ. Әгәр ҙә энцефалитлы бөжәк ҡаҙалған икән, кисекмәҫтән дауалана башларға кәрәк. Иң тәьҫирле ысул – иммуноглобулин ҡаҙатыу. Уның ярҙамында организм вирусҡа ҡаршы көрәшә. Башҡа дауалау ысулдары ла бар.
Әйткәндәй, талпан энцефалиты сире тиҙ үҫешә – бөжәк тешләгәндән һуң 1,5 – 3 аҙна эсендә кеше ауырып та китә. Вирус мейе, арҡа мейеһе, периферия нервылары эшмәкәрлегенә зыян килтерә. Мускулдарҙа тартышыу барлыҡҡа килә, һиҙеү тойғоһо ҡырҡа кәмей. Вирус мейене тулыһынса ялмап алғандан һуң, баш ауыртыуы көсәйә, уҡшыта, ауырыуҙың иҫен юғалтыуы йәки ориентиры буталыуы ихтимал. Артабан йөрәк-ҡан тамырҙары, аш һеңдереү ағзалары зарарлана. Тән температураһы бик юғары була. Ауырыуҙың хәле хөртәйгән осраҡта, фалиж һуғыуы бар. Кеше организмының талпан энцефалитын күтәрмәүе лә бар: сир тарихында үлем осраҡтары ла теркәлгән.
Талпан энцефалитын иҫкәртеүҙең иң тәьҫирле ысулы – прививка яһатыу. Уны көҙ-ҡыш миҙгелендә үк эшләтергә кәрәк. Икенсе юл – урман-ҡырҙа ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү: тән тулыһынса ҡапла­ныр­лыҡ итеп кейенеү, талпандарҙы ҡур­ҡытҡан репеллент һибеү, ҡайтҡас, тәнде ентекле тикшереү. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: талпан энцефалитын иҫкәртеү, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү дауалауҙан күпкә еңел.

Ә һеҙ беләһегеҙме?

1. Талпандың бер төрөнәң инә ағзаһы үҙ ғүмере эсендә 15-20 мең самаһы йомортҡа һала. Хайуандар донъяһында бындай “уңыш” менән бик һирәк фауна вәкилдәре генә маҡтана ала.
2. Талпандың аталанмаған йомортҡа һалыуы ла ихтимал. Уларҙан йәшәүгә һәләтле ҡарышлауыҡтар сыға. Был күренеш “партеногенез” тип атала һәм енси партнер осратмағанда ла нәҫелде дауам итеү мөмкинлеге бирә.
3. Талпан ашамайынса ла йәшәй ала. Был осор ике йылға тиклем дауам итеүе һәм бөжәккә бер ниндәй ҙә зыян килтермәүе бар.
4. Климат үҙгәрешенә ҡарап, талпан үҙенең үҫешен яйлата ала. Мәҫәлән, инә талпан йомортҡа һалыуҙы бер нисә айға кисектереп торорға мөмкин, ә ҡарышлауыҡ – ҡаттарын ташлауын. Был һәләт ҡоролоҡто, аҙыҡ етмәүҙе, һауа температураһының түбәнәйеүен үткәреп ебәрергә ярҙам итә.
5. Талпан күп ашауы менән дә аптырата. Мәҫәлән, инә талпан туҡланған саҡта уның тән ауырлығы 80-100 тапҡыр арта. Әгәр кеше лә шулай ашаһа, уның күпмегә артырын күҙаллайһығыҙмы?
6. Талпан бик күп сирҙәрҙе йөрөтөүсе булып тора. Йәнлектәргә – бабезиоз (пироплазмоз), кешеләргә боррелиоз һәм энцефалит йоҡтороуы ихтимал.
7. Ҡоштарға йәбешеп талпандың бик йыраҡ араларҙы үтеүе, яңы урында тиҙ генә үрсеп китеүе ихтимал.
8. Талпан үҫешенең төрлө осорҙарында ҡанһурғыс томшоғо төрлө оҙонлоҡта була һәм, шуға ҡарап, ҡанэскес хайуан кешенең йә йәнлектең кәүҙәһендә йәбешергә төрлө урындар эҙләй.
9. Донъяла талпандың 48 меңдән ашыу төрө осрай.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда «Ракета хәүефе» режимы ғәмәлдән сығарылды
Башҡортостан Башлығы төҙөкләндереү объекттары өсөн тауыш бирергә саҡырҙы
Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе 09.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсының шарттары үҙгәрҙе...

Тотош уҡырға 2

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла

Өфө – Ырымбур трассаһында Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙең яртыһы бер айға ябыла 09.06.2026 // Йәмғиәт

Бәрҫеүән йылғаһы аша күперҙә трафик тәүлегенә 105 меңдән ашыу автомобиль тәшкил итә....

Тотош уҡырға 2

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы

«Шулай шул»: башҡорт ҡыҙы менән ҡытай егетенең ғаилә ҡороу тарихы 08.06.2026 // Йәмғиәт

Ҡайҙалыр Мәскәүҙә, машинала башҡортса йыр яңғырай. Рулдә ҡытай егете ултыра һәм үҙ алдына ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана

Башҡортостанда көслө ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана 08.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан ҡотҡарыусылары, Башгидромет мәғлүмәттәренә һылтанып, 9 июндә ямғырлы һауа торошо ......

Тотош уҡырға 4

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды

Республикала ауыр йөк машиналарын тикшереү башланды 08.06.2026 // Йәмғиәт

Сараларҙы көсәйтеүгә хәүефле статистика сәбәпсе булды....

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә