Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ ереңә үҙең хужа булып
Үҙ ереңә үҙең хужа булыпБөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VII съезы асыла. Сарала урындағы үҙидаралыҡтар ҡарамағындағы халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу, идара итеүҙә сифатты һәм ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡарала.

Ауырғазы районының Семенкин ауыл хакимиәте, ошо маҡсаттарҙы бойомға ашырып, урындағы халыҡҡа уңайлы мөхит тыуҙырыуға ҙур өлөш индерә. Былтыр биләмәне үҫтереүҙәге социаль-иҡтисади ҡаҙаныштар өлкәһендә ауыл хакимиәте районда беренсе урын яулаған.
Уның башлығы Илдар Әбдел­ғәни улы Ишбулдин – тәжрибәле етәксе. Биләмәлә йәшәгән башҡорт, татар, сыуаш, морд­ва кеүек төрлө милләт вәкилдәре менән уртаҡ тел табып, 19 йыл ошо вазифаны баш­ҡарыуы уның үҙ эшенең оҫтаһы булыуы хаҡында һөйләй.
Үҙ ереңә үҙең хужа булыпБиләмә ҙур, әле унда 2719 кеше көн күрә. Һәр ауылға газ үткән, яңынан-яңы йорттар ҡалҡып сыға. Йыл һайын 12-14 йәш ғаилә өй туйлай. Йәштәр ауылда ҡалһын, йорттар һалһын өсөн ауыл хакимиәте уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Шәхси төҙөлөш өсөн 70 участка бүлергә йыйыналар. Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла бихисап эш атҡаралар. Быйыл Асау һәм Түрҫәгәҙе йылғалары ярҙарын таҙартыу, 17 саҡрым юлды һәм Түбәнге Бәгәнәш ауылына күперҙе ремонтлау ҡаралған. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” проекты сиктәрендә өр-яңы трактор һатып ал­ғандар. Әле Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерлек менән мәшғүлдәр.
Бына шулай тулы ҡанлы тормош менән йәшәй Семенкин ауыл биләмәһе халҡы.

Ауырғазы районы.


Автор: Р. ХӨСНУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә