Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең VII съезы асыла. Сарала урындағы үҙидаралыҡтар ҡарамағындағы халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, социаль һәм иҡтисади хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу, идара итеүҙә сифатты һәм ҡарарҙарҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу кеүек мөһим мәсьәләләр ҡарала. Ауырғазы районының Семенкин ауыл хакимиәте, ошо маҡсаттарҙы бойомға ашырып, урындағы халыҡҡа уңайлы мөхит тыуҙырыуға ҙур өлөш индерә. Былтыр биләмәне үҫтереүҙәге социаль-иҡтисади ҡаҙаныштар өлкәһендә ауыл хакимиәте районда беренсе урын яулаған.
Уның башлығы Илдар Әбделғәни улы Ишбулдин – тәжрибәле етәксе. Биләмәлә йәшәгән башҡорт, татар, сыуаш, мордва кеүек төрлө милләт вәкилдәре менән уртаҡ тел табып, 19 йыл ошо вазифаны башҡарыуы уның үҙ эшенең оҫтаһы булыуы хаҡында һөйләй.
Биләмә ҙур, әле унда 2719 кеше көн күрә. Һәр ауылға газ үткән, яңынан-яңы йорттар ҡалҡып сыға. Йыл һайын 12-14 йәш ғаилә өй туйлай. Йәштәр ауылда ҡалһын, йорттар һалһын өсөн ауыл хакимиәте уңайлы шарттар тыуҙырырға тырыша. Шәхси төҙөлөш өсөн 70 участка бүлергә йыйыналар. Ауылдарҙы төҙөкләндереү буйынса ла бихисап эш атҡаралар. Быйыл Асау һәм Түрҫәгәҙе йылғалары ярҙарын таҙартыу, 17 саҡрым юлды һәм Түбәнге Бәгәнәш ауылына күперҙе ремонтлау ҡаралған. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” проекты сиктәрендә өр-яңы трактор һатып алғандар. Әле Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерлек менән мәшғүлдәр.
Бына шулай тулы ҡанлы тормош менән йәшәй Семенкин ауыл биләмәһе халҡы.
Ауырғазы районы.