Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк” ти Хәйбулла районында йәшәүсе Суриндар
“Ҡыҙ бала – өйгә биҙәк” ти Хәйбулла районында йәшәүсе СуриндарБәләкәй Арыҫланғол ауылынан Фариза менән Хөрмәт Суриндар үҙҙәренең ике улы ҙурайып, Өфөгә уҡырға киткәс, яндарына ике ҡыҙҙы тәрбиәгә ала.


Ошо ауылда тыуып үҫкән, бәхет­тәрен тыуған ерендә тапҡан Суриндар 1987 йылда өйләнешә. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы Радик һәм Илмир улдары донъяға килә.
Бөгөн уларҙың икеһе лә Себер тарафтарында эшләй. Радик кәләше менән сәскәләй ике ҡыҙ үҫтерә, бәләкәстәре әлегә өйләнмәгән. Улдарын оло тормош юлына оҙатҡан ғаилә ҙур йортта үҙҙәре генә тороп ҡала. Кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, мул, етеш тормошта йәшәйҙәр. Донъяларына нимәлер етешмәгән кеүек, етемһерәп торғандай тоя улар үҙҙәрен. Фариза Хөсәйен ҡыҙы ситләтеп кенә тормош иптәшенә берәй баланы тәрбиәгә алыу, бигерәк тә ҡыҙсыҡ тәрбиәләү тураһында һүҙ ҡуҙғата. Шуны ғына көткән тиерһең, Хөрмәт Азат улы шунда уҡ йәмәғәтенең һүҙен хуплай.
Күп тә үтмәй, тейешле документтар юллап, опека органдарына тапшырыла. Яуап һүҙ оҙаҡ көттөрмәй: ғаиләне Сибай ҡалаһына саҡыралар. Йөрәкһенеп, юлда бер-береһенә һүҙ ҡушырға ла ҡыймай, һәр кем үҙ уйҙарына бикләнеп, балалар приютына килә улар. Уларға ҡыҙҙың яңғыҙ түгеллеген, бер туған һеңлеһе барлығын да әйтәләр. Тәүҙә ҡыҙҙарҙы ун көнгә ғаилә менән таныштырыу маҡсатында Суриндарға алып ҡайтырға рөхсәт бирелә. Ул саҡта Ленаға ни бары алты, ә Әлиәгә өс йәш тә тулмаған була.
— Барып күргәс тә, ҡыҙҙар күңелгә оҡшаны. Лена урыҫса һөйләшә ине, — тип ул мәлде хәтергә алды хужабикә. — Тәүҙә өйҙөң һәр әйберен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул иттеләр, бигерәк тә малдарҙы яраттылар, тышта рәхәтләнеп уйнарҙар ине. Яйлап ҡыҙҙар менән уртаҡ тел таптыҡ, бер-беребеҙгә яҡыная башланыҡ, нисектер күңелгә яҡын һәм ҡәҙерле кешеләргә әүерелделәр.
Суриндар еткән улдары менән дә кәңәшләшә, атай-әсәйҙең был аҙымын улар ҙа хуплай. Хатта һеңлеләрен күрергә ҡайтып та етәләр. Тәғәйенләнгән көнгә Суриндар, ике ҡыҙҙарын машинаға ултыртып, хәҙер инде уларҙы ҡалдырырға түгел, ә документтар юллап, үҙҙәренә тәрбиәгә алырға бара. Шуны ла әйтергә кәрәк: ауылда тәрбиәгә балалар алғандар күп. Бер ауылда ғына дүрт ғаиләлә ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалған 10 бала тәрбиәләнә.
Бөгөн Лена 8-се класта, Әлиә 6-сыла белем ала. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә уҡыуға зирәк. “Беренсе класҡа башҡортса белмәй барған Ленаны уҡытыусыһы әкренләп өйрәтеп алды. Рәхмәт инде уға”, — ти Фариза Хөсә­йен ҡыҙы. Башҡортса рәхәтләнеп һөйләшкән был матурҡайҙарға ҡарап, әле бөрөләнеп тә өлгөрмәгән яҙмыш­тарының шул тиклем ҡатмарлы икән­леген төшөнмәҫһең дә, сөнки Суриндар уларҙы үҙҙәре­неке­ләй күреп ярата һәм баға. “Ҡыҙҙа­рым” тип кенә тора атайҙары ла.
Әсәләренә бигерәк тә ярҙамсы инде улар! Бергәләшеп телеңде йоторлоҡ тәмлекәстәр бешерһен­дәрме, бәйләү йә сигеүгә тотонһон­дармы — барыһын да күҙҙең яуын алырлыҡ итеп эшләп ҡуялар. Лена бейеүгә ғашиҡ, Оло Әбеш урта мәктәбендәге бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Әлиә мал ярата, уларҙы сәғәттәр буйы ҡарарға ла риза. Йәйге миҙгелдә ҡыҙҙар ял һәм һауыҡтырыу лагерҙарына бара, ағайҙары Себер яҡтарынан ялға ҡайтҡанда, бергәләшеп тәбиғәт ҡосағында ял итергә, балыҡ ҡармаҡларға, һыу инергә йөрөйҙәр.
— Ҡыҙҙарыма ҡарайым да күңел шатлана, — ти бәхетле әсә. –Уларҙың киләсәге матур булһын. Ғәмһеҙ бала саҡтарын ҡулдан килгәнсә шатлыҡлы һәм матур итергә тырыштыҡ. Ҡалғаны үҙ ҡулдарында, тәүфиҡлы булһындар.
Ысынлап та, нур һәм ҡот балҡыған был йорттан күңелебеҙ тулып, ҡыҙ­ҙарға һоҡланып сыҡтыҡ. Артабанғы тормоштары ла бөгөнгөләй нурлы, ҡотло һәм бәхетле булһын!

Хәйбулла районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне 13.11.2026 // Йәмғиәт

Балтас районынан хеҙмәт ветераны 95 йәшлек юбилейын билдәләне...

Тотош уҡырға 1

Календарь буйынса туй: 2027 йылда никах теркәү өсөн матур даталар билдәле булды
Республикала Әхәт Мортазиндың иҫтәлегенә дикторҙар конкурсы иғлан ителде
Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә

Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә 13.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡар, боҙлауыҡ һәм көслө ел көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды 13.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың өс районында һауа торошо боҙолоу сәбәпле трасса ябылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостандың 38 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре була

Башҡортостандың 38 ҡала һәм районында ауыл хужалығы йәрминкәләре була 13.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала йәшәүселәрҙе сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәләрендә көтәләр....

Тотош уҡырға 1

Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә

Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә 12.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала М-5 «Урал» трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнә...

Тотош уҡырға 3

Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар

Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар 12.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала хәрби комиссариаттарҙа контракт төҙөргә мәжбүр итеү тураһында фейкты кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 9

Республикала ноябргә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә

Республикала ноябргә хас булмаған йылы һауа торошо көтөлә 12.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә плюс температураһы һәм епшек ҡар яуыуы көтөлә, тип фаразлай ......

Тотош уҡырға 2

Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды

Салауат Юлаевтың элекке һәйкәлен ҡуйыу урыны билдәле булды 12.11.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Өфөгә Ағиҙел йылғаһы ярына Салауат Юлаев һәйкәле урынлаштырыласаҡ. Хәҙер уны скульптор ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк 12.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы: Өфөлә «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөп бөтәсәк...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн квоталар тураһында һорауға яуап бирҙе

Комментарий өҫтәргә