Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яуаплы һәм ҡыҙыу осор
Яуаплы һәм ҡыҙыу осорАуыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң яуаплы мәл яҡынлашты. Улар көндө-төнгә ялғап сәсеү агрегаттарын әҙерлек һыҙығына ҡуя, техниканы барлай, орлоҡ фондын хәстәрләй, яғыулыҡ-майлау материалдарын туп­лай. Шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме – көндөң аяҙ тороуы, ерҙең ни тиклем иртәрәк йылыныуы.


Баймаҡ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов белдереүенсә, быйыл районда 84 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Был үткән йылға ҡарағанда 2 мең гектарға күберәк. Быйыл аграрийҙар техник культураларҙы сәсеүгә өҫтөнлөк бирә, үткән йыл 3 мең гектарҙа сәселһә, быйыл был һан 6 меңдән ашып китә. Һуңғы йылдарҙа игенгә хаҡтың түбән булыуы, уңышты йыйып алып та уны һатып булмауы игенселәрҙең “баш ауыртыуы”на әйләнде. Кемдәрҙеңдер игенде һаҡлау урыны бар икән, был күренеш уларға ҡағылмай, сөнки ҡыш имен сыҡҡан ашлыҡты яҙ һатыу мөмкинлеге бар. Тәүге тапҡыр район аграрийҙары ноҡот борсағы, яҫмыҡ, гәрсис кеүек культуралар сәсәсәк.
Яуаплы һәм ҡыҙыу осорға Баймаҡ игенселәре тулыһынса әҙер: һәр хужалыҡта техника-агрегаттары тулыһынса ремонтланған, орлоҡ һатып алынған. Бигерәк тә Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Илфат Сәфәрғәлин”, “Динар Ситдыҡов”, “Радик Ишмуллин” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҙғы сәсеү миҙгеленә яуаплы ҡарай.
– Йылдан-йыл хужалыҡтарҙың техника паркы яңыра, күптән түгел ике берәмек комбайн, сәсеү комплекстары, иген таҙартыу машиналары, “КамАЗ” һатып алынды. Яңы техника хужалыҡтарҙа яҙғы сәсеү һәм уңыш йыйыу миҙгелен тиҙләтеп кенә ҡалмай, ә уны сифатлы һәм тиҙ арала атҡарып сығыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ хужалыҡтар сифатлы орлоҡтан ғына теләгән уңышты йыйып алыу ихтималлығын яҡшы аңлай һәм элиталы орлоҡтарға өҫтөнлөк бирә. Орлоҡтоң беҙҙең төбәккә хас тәбиғәт шарттарына торошлоһон дөрөҫ һайлау – иң мөһиме. Һуңғы йылдарҙа аграрийҙар ер эшкәртеүгә иғтибар йүнәлтә һәм яңылышмай. Көҙ район буйынса 21 мең гектарҙа ер туңға һөрөлдө һәм эшкәртелде, – ти Азат Булат улы.
Быйылғы яҙҙың һуңлауы, дымдың аҙ булыуы хаҡында тәжрибәле белгес һәм етәксенең үҙ фаразы. “Минең күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, йыл уңышлы буласаҡ. Быйылғы йыл 2006 йылға оҡшаш. Ул йылда ҡышын ҡарҙың аҙ яуыуы, әммә апрель аҙағында һәм май, июнь ямғырҙары игенсе өсөн бик ҡулай булды. Үҫемлекселек тармағы өсөн ямғырҙарҙың күп яуыуы мотлаҡ түгел: орлоҡто ергә һалғас, уға кәрәкле барлыҡ агротехник алымдарҙан һуң бер аҙ яуып, аҙаҡ бер-ике тапҡыр ерҙе туйындырһа, сәсеү үҙ һөҙөм­тәһен бирәсәк. Нисек кенә булмаһын, көҙөн мул уңыш алырбыҙ, тигән ышаныстабыҙ”.
Артабан райондың алдынғы хужалыҡта­рының береһе “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре менән яҡындан осраштыҡ. Хужалыҡ етәксеһе Илфат Сәлихов әйтеүенсә, әле техника паркы тулыһынса яҙғы сәсеүгә әҙер. Көндәр йылыныу менән механизаторҙар ер тырматыуға сығасаҡ. Эш башланған көндән алып ике аҙна тирәһендә тулыһынса баҫыу эштәрен атҡарып сығырға иҫәп. Дүрт техника-агрегат бөгөндән үк үҙ сәғәтен түҙемһеҙлек менән көтә.
– Сәсеүҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарып сығырға уйыбыҙ бар, яңы миҙгелгә техника тулыһынса механизаторҙар менән комплектланған, яғыулыҡ-майлау материалдары алынған, орлоҡ етәрлек, – ти Илфат Ринат улы. – Быйыл 2 мең 505 гектар майҙанда иген культуралары сәсеү планлаштырыла. Орлоҡто яңыртыу буйынса хужалыҡта етди эш алып барыла. Был йүнәлештә беҙ ғалимдар менән берлектә эшләйбеҙ. Әле “Һарытау-74” бойҙай сортына өҫтөнлөк бирәбеҙ, беҙҙең төбәк өсөн ҡулайлы. Хужалыҡтың 60 проценттан ашыу ере көҙ тейешле кимәлдә эшкәртелде, туңға һөрөлдө. Йылдағыса, сәсеү башланғас та ярыш шарттары иғлан ителәсәк, иң яҡшыларҙы дәртләндереү быйыл да ҡарала.
Әйткәндәй, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылҡысылыҡ буйынса районда иң алдынғылар рәтендә. Хужалыҡтың алдынғы эшсәндәре Илшат Байбәков, Хәйҙәр Сәлихов, Сәйфулла Азаматов, Илфат Йосопов, Илгиз Сөләймәнов, Илфар Дияровтар, төрлө ауылдарҙан йөрөп эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙ эштәренә яуаплы ҡарауы менән маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлек менән ҡаршы алған хужалыҡ эшселәре көндөң тиҙерәк йылыныуын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки игенсе өсөн иң көтөп алған һәм яуаплы осор яҡынлаша.

Баймаҡ районы.


Автор: Кәримә УСМАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә