Ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн иң яуаплы мәл яҡынлашты. Улар көндө-төнгә ялғап сәсеү агрегаттарын әҙерлек һыҙығына ҡуя, техниканы барлай, орлоҡ фондын хәстәрләй, яғыулыҡ-майлау материалдарын туплай. Шулай ҙа улар өсөн иң мөһиме – көндөң аяҙ тороуы, ерҙең ни тиклем иртәрәк йылыныуы.Баймаҡ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов белдереүенсә, быйыл районда 84 мең гектар майҙанда яҙғы сәсеү эштәре башҡарыласаҡ. Был үткән йылға ҡарағанда 2 мең гектарға күберәк. Быйыл аграрийҙар техник культураларҙы сәсеүгә өҫтөнлөк бирә, үткән йыл 3 мең гектарҙа сәселһә, быйыл был һан 6 меңдән ашып китә. Һуңғы йылдарҙа игенгә хаҡтың түбән булыуы, уңышты йыйып алып та уны һатып булмауы игенселәрҙең “баш ауыртыуы”на әйләнде. Кемдәрҙеңдер игенде һаҡлау урыны бар икән, был күренеш уларға ҡағылмай, сөнки ҡыш имен сыҡҡан ашлыҡты яҙ һатыу мөмкинлеге бар. Тәүге тапҡыр район аграрийҙары ноҡот борсағы, яҫмыҡ, гәрсис кеүек культуралар сәсәсәк.
Яуаплы һәм ҡыҙыу осорға Баймаҡ игенселәре тулыһынса әҙер: һәр хужалыҡта техника-агрегаттары тулыһынса ремонтланған, орлоҡ һатып алынған. Бигерәк тә Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы, “Илфат Сәфәрғәлин”, “Динар Ситдыҡов”, “Радик Ишмуллин” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яҙғы сәсеү миҙгеленә яуаплы ҡарай.
– Йылдан-йыл хужалыҡтарҙың техника паркы яңыра, күптән түгел ике берәмек комбайн, сәсеү комплекстары, иген таҙартыу машиналары, “КамАЗ” һатып алынды. Яңы техника хужалыҡтарҙа яҙғы сәсеү һәм уңыш йыйыу миҙгелен тиҙләтеп кенә ҡалмай, ә уны сифатлы һәм тиҙ арала атҡарып сығыу мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ хужалыҡтар сифатлы орлоҡтан ғына теләгән уңышты йыйып алыу ихтималлығын яҡшы аңлай һәм элиталы орлоҡтарға өҫтөнлөк бирә. Орлоҡтоң беҙҙең төбәккә хас тәбиғәт шарттарына торошлоһон дөрөҫ һайлау – иң мөһиме. Һуңғы йылдарҙа аграрийҙар ер эшкәртеүгә иғтибар йүнәлтә һәм яңылышмай. Көҙ район буйынса 21 мең гектарҙа ер туңға һөрөлдө һәм эшкәртелде, – ти Азат Булат улы.
Быйылғы яҙҙың һуңлауы, дымдың аҙ булыуы хаҡында тәжрибәле белгес һәм етәксенең үҙ фаразы. “Минең күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, йыл уңышлы буласаҡ. Быйылғы йыл 2006 йылға оҡшаш. Ул йылда ҡышын ҡарҙың аҙ яуыуы, әммә апрель аҙағында һәм май, июнь ямғырҙары игенсе өсөн бик ҡулай булды. Үҫемлекселек тармағы өсөн ямғырҙарҙың күп яуыуы мотлаҡ түгел: орлоҡто ергә һалғас, уға кәрәкле барлыҡ агротехник алымдарҙан һуң бер аҙ яуып, аҙаҡ бер-ике тапҡыр ерҙе туйындырһа, сәсеү үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк. Нисек кенә булмаһын, көҙөн мул уңыш алырбыҙ, тигән ышаныстабыҙ”.
Артабан райондың алдынғы хужалыҡтарының береһе “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшселәре менән яҡындан осраштыҡ. Хужалыҡ етәксеһе Илфат Сәлихов әйтеүенсә, әле техника паркы тулыһынса яҙғы сәсеүгә әҙер. Көндәр йылыныу менән механизаторҙар ер тырматыуға сығасаҡ. Эш башланған көндән алып ике аҙна тирәһендә тулыһынса баҫыу эштәрен атҡарып сығырға иҫәп. Дүрт техника-агрегат бөгөндән үк үҙ сәғәтен түҙемһеҙлек менән көтә.
– Сәсеүҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп атҡарып сығырға уйыбыҙ бар, яңы миҙгелгә техника тулыһынса механизаторҙар менән комплектланған, яғыулыҡ-майлау материалдары алынған, орлоҡ етәрлек, – ти Илфат Ринат улы. – Быйыл 2 мең 505 гектар майҙанда иген культуралары сәсеү планлаштырыла. Орлоҡто яңыртыу буйынса хужалыҡта етди эш алып барыла. Был йүнәлештә беҙ ғалимдар менән берлектә эшләйбеҙ. Әле “Һарытау-74” бойҙай сортына өҫтөнлөк бирәбеҙ, беҙҙең төбәк өсөн ҡулайлы. Хужалыҡтың 60 проценттан ашыу ере көҙ тейешле кимәлдә эшкәртелде, туңға һөрөлдө. Йылдағыса, сәсеү башланғас та ярыш шарттары иғлан ителәсәк, иң яҡшыларҙы дәртләндереү быйыл да ҡарала.
Әйткәндәй, “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте йылҡысылыҡ буйынса районда иң алдынғылар рәтендә. Хужалыҡтың алдынғы эшсәндәре Илшат Байбәков, Хәйҙәр Сәлихов, Сәйфулла Азаматов, Илфат Йосопов, Илгиз Сөләймәнов, Илфар Дияровтар, төрлө ауылдарҙан йөрөп эшләүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙ эштәренә яуаплы ҡарауы менән маҡтауға һәм хөрмәткә лайыҡ. Яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлек менән ҡаршы алған хужалыҡ эшселәре көндөң тиҙерәк йылыныуын түҙемһеҙлек менән көтә, сөнки игенсе өсөн иң көтөп алған һәм яуаплы осор яҡынлаша.
Баймаҡ районы.