Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » АВТОНОМИЯ ИҒЛАН ИТЕЛГӘН ОСОР
АВТОНОМИЯ ИҒЛАН ИТЕЛГӘН ОСОРБашҡорт мәркәз шураһы тарафынан Ырымбурҙа 1917 йылдың 24 ноябрендә нәшер ителгән “Башҡорт” гәзитенең 13-сө һанынан.
15 ноябрҙә Башҡортостан автономияһы иғлан ҡылынды вә Ырымбур вәләйәтендә ғәмәлгә ҡуйыла башланы. 16 ноябрҙә Ҡаруанһарай Мәркәз шура ҡулына керҙе вә мосолман ғәскәрҙәре ҡарауылға ҡуйылды.


ОЛУҒ ШАТЛЫҠ

(Ҡаруанһарай ҡулға алыныу һәм Башҡортостан мөхтәриәте иғлан ҡылыныуы мөнәсәбәте менән)

Яңғырап, шаулап сыҡҡан шатлыҡ
йырын
Фәрештәләр һөйөнөп тыңлаһын.
Шатландырҙың, тәңрем, һибеп нурың,
Башҡортостан халҡы донъяһын!

Ябраил мәләк елпеп ап-аҡ ҡанат,
Осоп йөрөһөн Башҡортостанда!
Хәбәр бирһен тиеп, “Булдың азат,
Сыҡтың йәмле, гөллө бостанға...”

Азат булды ғәзиз Ҡаруанһарай,
Азат булды барлыҡ ерҙәрең.
Йырлап ебәр, һөйөнөп, уйнап ҡурай,
Сыҡһын тиҙерәк шатлыҡ йырҙарың...

Теләктәрең алға килеп тора!
Азатлыҡҡа ошо ғәләмәт.
Айнып тора “дәүләт”, ҡунып тора,
Киләсәгең яҡты, сәләмәт...

“Бәхет ҡыҙы” матур йөҙөн асып,
Һиңә табан ҡарап боролдо.
Шатлан, уйна, һикер ярһып-ярһып,
Күпме шатланһаң да урынлы!

Үләм... ташам... тормайым,
ашам күккә...
Үкенмәйем инде үлһәм дә...
Үкенмәйем инде тыуған йортҡа
Күктән ҡарап көлөп торһам да...
Шәйехзада Бабич.
Ырымбур, 16 ноябрь.


БӨЙӨК ТАРИХИ ВАҠИҒА

Башҡорт мәркәз шураһы 15 ноябрҙә Башҡортостан өлкәһен Рәсәйҙең автономиялы киҫәге тип иғлан итте һәм быны Ырымбур губернаһының башҡорттар йәшәгән өлөшөндә хәҙерҙән тәтбиҡ итә башларға ҡарар ҡылды. Бына шуның менән бик ҙур тарихи бер ваҡиға булды, Башҡортостан халҡының яҙмышы билдәләнде һәм һөйөклө илебеҙҙе тулыһынса үҙ идарабыҙға алырға ғәйәт ҙур аҙым яһалды.

Бынан ун ай элек беҙгә берәйһе килеп: “Башҡортостан тупраҡлы милли мөхтәриәт аласаҡ”, – тиһә, берәү ҙә ышанмаҫ ине. Ысынлап та, хәҙер Рәсәйҙә инаныуы ҡыйын булған бик күп эш башҡарылды, һәм бынан һуң да мәхәл тип әйтерлек эштәр барлыҡҡа киләсәктер. Рәсәйҙә йөмһүриәт иғлан ҡылынып, төрлө ваҡ милләттәр автономия аласаҡ, украиндар һәм казачийҙар урыҫтан айырым милләт булыуҙарын иғлан ҡылып, үҙҙәренә айырым дәүләт төҙөйәсәктәр, тип әйтелһә, шулай уҡ инаныусы аҙ булыр ине түгелме?
Һуңғы көндәрҙә Рәсәйҙә хөкөм һөргән башһыҙлыҡ, бар халыҡ тарафынан танылған бер хөкүмәттең юҡлығы, ғәскәрҙең интизамы китеүе, рус халҡының тамам аптырашта ҡалыуы һәм киләсәккә мәмләкәттең ҡан даръяһы эсендә ҡалыу ихтималы һәр халыҡтың үҙ көнөн үҙе күрергә, үҙ эшен үҙе ҡарарға мәжбүр итте. Шулай итеп, ваҡ халыҡтар береһе артынан икенсеһе автономия иғлан ҡыла башланы. Шул форсаттан башҡорт шураһы ла истифада итеүҙе тейеш тапты.
Башҡортостан автономияһын Учредительный йыйылышҡа ҡәҙәр иғлан ҡылып, бөтөн Рәсәйҙе әмре воҡуғ алдында ҡалдырыу эшенә шура юғарылағы сәбәптәрҙән башҡа икенсе юлдарҙы ла камил тикшергәйне. Быларҙан иң әһәмиәтлеһе Башҡортостанды көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыштан әйләндереп алған һәм ғәйәт мөкәммәл ғәскәри интизамға малик булған Ырымбур казачийҙарының быға нисек ҡарауҙары ине. Шөбһәһеҙ, йөҙ меңдәрсә һөңгөнөң күршебеҙҙә генә тороуы беҙҙең өсөн ғәйәт әһәмиәтле ине. Уның был тарафтан һис ҡурҡыныс булмаҫҡа тейешлеге камил тәғәйен ителде.
Ырымбур гарнизонынан килһәк, яртыһы мосолмандарҙан ғибәрәт булған был ҡеүәттең беҙҙең өсөн тәбиғ әһәмиәтлеһе лә үҙ милләттәштәребеҙ ине. Быларҙың башында торған хәрби комитет Башҡортостан тупраҡлы мөхтәриәтенә яҡшы ҡарағанға шөбһәһеҙ, уларға таянырға мөмкин ине. Рустар иһә партия низағтары менән бик баштары әйләнгәнгә ҡаршы килергә уйлаһалар ҙа, әллә ни ҡыла алмаҫтар тип өмөт ителде. 15 ноябргә ҡаршы һалдаттар һәм эшселәр шураһының ағзаларынан бәғзеһенең ҡулға алыныуы беҙҙең эште тағы ла еңеләйтә төштө. Иртә менән Башҡорт мәркәз шураһы Ҡаруанһарайҙа һөргән анархиянан истифада итеп, Башҡортостанды автономиялы өлөш тип иғлан ҡылды һәм мосолман хәрби комитетының ярҙамы менән милли һарайыбыҙ булған изге Ҡаруанһарай бинаһын үҙ ҡулына алды.
Был ваҡиғалар иғлан ҡылынғас, губерна комиссары ҡаршы һөйләп аҙапланды. Фәҡәт казачий правительство муафиҡ тип тапты. Ырымбур мосолман учреждение­ларының муафиҡ күргәнлеге һәм башҡа демократ рус йәмғиәттәренең ҡаршы түгеллектәре аңлашылды.
Инде мәркәз шура билфигел ғәмәлгә ҡуйырға башларға бөгөндән үк Ырымбур губернаһының башҡорт өлөшөндә 8 декабрь ҡоролтайҙы көтмәйенсә керешергә булды. Башҡа губерналарҙа иһә ҡоролтай йыйылышынан һуң ғәмәлгә ҡуйыласаҡ.
Шулай итеп, бөйөк мәҡсүдебеҙгә ирешә башланыҡ. Башҡортостан автономияһы 15 ноябрҙән башлап барлыҡҡа килә башланы, иншалла, яҡында тулы көйөнсә илебеҙ азат ителәсәктер. Хәҙер Ырымбур губернаһының башҡорт йәшәгән өлөшөндә башҡорттар бөгөндән башлап ер, урман, мәғдән, суд, һалым, хакимиәт һәм земство эштәрен, шулай уҡ мәғариф вә дини эштәрен бөтөнләй үҙ ҡулдарына ала, был эштәргә урыҫтарҙың һис ҡатнашыуы булмай. Унан һуң Башҡортостан өсөн милли эскадрондар төҙөүгә кереште. Башҡорт халҡы губерна һәм өйәҙ тигән әбей батша әкәмәттәренән ҡотола, бәлки, үҙенең милли кантонлыҡтарын яңырта Ырымбур губернаһын нисә кантонға бүлеү һәм нисек бүлеү низамдары тиҙ көндән ирешер.
Шөбһәһеҙ, бындай ҙур һәм ауыр эштәр бер-ике аҙнала ғына булып бөтә торған эштәр түгел, иншалла, тәртибе менән барлыҡҡа килтерелергә тырышыр.
Шуны ла әйтеп уҙырға кәрәк, Башҡорт­остан автономияһы иғлан ҡылынды, тип башҡаларҙы йәберләргә ярамай, улар менән татыулыҡты һаҡларға вә мөмкин тиклем тәртипте боҙмаҫҡа тейешлебеҙ. Онотмағыҙ, башҡорттар, арағыҙҙа ултырған ситтәргә, уларҙың аҙлығынан файҙаланып, йәбер итергә тотонһағыҙ, ситтәр араһында аҙлыҡта йәшәгән үҙ туғандарығыҙҙы улар йәбер итерҙәр.
Автономияны иғлан ҡылыу менән генә әле эш бөтмәй. Уны Учредительный йыйылыштан раҫлатырға һәм, итмәһәләр, мәжбүр итергә кәрәк буласаҡ. Шөбһәһеҙ иғлан ителеп ҡуйыуы әкренләп идараны миллиләштерергә, Учредительный йыйы­лыш­ҡа ҡәҙәр эштәребеҙҙе яҡшы уҡ юлға һалырға бик ҙур ярҙам итәсәктер. Федерацияны Учредительный йыйылышҡа ҡәҙәр әмре воҡуғ хәленә ҡуймаһаҡ, унда, бәлки, бик ныҡ тартышыуҙан да һәм хәйерселәнеүҙән дә файҙа сыҡмауы ихтимал ине.
Башҡортостан халҡының иң кәрәкле нәмәһе инде милли эскадрондарыбыҙҙы тергеҙмәктер. Һис шөбһә юҡ, иғлан ҡылынасаҡ милли мобилизация хөр Уралдың һәр тарафын һелкетәсәк. Сит дошманға ҡаршы һуғышыу өсөн түгел, тик Башҡортостанды ҡанға батырыуҙан һаҡлау һәм алынған автономиябыҙҙы яҡлау өсөн әле ҡәлбтәребеҙҙә һағынып һөйләнгән үҙебеҙҙең иҫке эскадронда­рыбыҙҙың яңынан барлыҡҡа килеүенә илен, динен һәм халҡын һөйгән һәр мосолман башҡорт шатлыҡ менән тырышасаҡ һәм бының өсөн һис бер нәмә аямаясаҡ.
Һөйгән тыуған илен ҡотҡарыу өсөн ике йөҙ йыл тартышҡан ҡаһарман башҡорт халҡы һәм милли ғәскәр барлыҡҡа килтереп, арҡа таяныс яһап ҡуйыуын кем генә өсөн булһа ла кәрәк икәнен бик яҡшы беләсәк, ҡарындаштарынан ялынып һорағансы һөңгөнө ялтыратып үҙ хаҡыңды талап итеү күп мәртәбә тәьҫирле булғанын һәр кем белһә кәрәк.
Шул сәбәпле беҙҙең бер нисә эшебеҙ бөтөн Урал улдарын бер байраҡ аҫтына йыйыусы һәм төрлө ерҙәргә таралған башҡорт егеттәрен (һалдаттарын) ҡиммәтле Башҡортостанға тартасаҡ. Шулай итеп, бер нисә ай эсендә йәмле Ағиҙел менән моңло Уралды мәдхиә итеп (маҡтап) матур башҡорт йырҙарын, көйҙәрен, төҙөлөп барған ғорурлы башҡорт эскадрондарын күрәсәкбеҙ вә шатлыҡтан күҙебеҙҙән йәштәр ағыҙасаҡбыҙ. Аһ, ҡаһарман бабайҙар, һеҙ күп һуғыштығыҙ. Шулай ҙа Ватанды дошман алып, нисә йылдар тапап хур иткән ине. Инде шул изге Ватанды хәҙер улдарығыҙ ҡотҡара башланы. Быны күреп, рухтарығыҙ шатлана һәм беҙгә доға ҡыла торғандыр.
Ишетегеҙ, бабайҙар, улдарығыҙ һөйөклө илдең бер аҙын ҡотҡарҙы, барыһын да ҡотҡарасаҡ, имен булығыҙ!
Һеҙҙең изге Ҡаруанһарайығыҙ бөгөн ҡотҡарылды, унда һеҙҙең улдарығыҙ ултыра, уға улдарығыҙ тамам хужа булды. Яҡында бөтөн Башҡортостан үҙенең улдарына күсәсәктер, йәшәһен автономиялы Башҡортостан һәм уның улдары! Йәшәһен башҡорттоң мәдар ифтихары булған үҙебеҙҙең Ҡаруанһарай!

БАШҠОРТ УЛЫ.


ҠАРУАНҺАРАЙ ХАҠЫНДА

Башҡорт мәркәз шураһы. 16 ноябрҙә һалдаттар советында Ҡаруанһарай мәсьәләһе ҡаралды. Шунда мәркәз совет Ҡаруанһарай башҡорт милке икәнлеген иғтираф ҡылып, ошондай ҡарарнамә сығарҙы:

“Ҡаруанһарай башҡорттарҙың милкелер. Шунлыҡтан һалдаттар советы унда бөгөнгә ҡәҙәр торған урындарынан сыға һәм башҡорттар тарафынан күрһәтелгән бүлмәләргә урынлаша”.
18 ноябрҙә мәркәз шура Ырымбур губернаһы распорядительный комитетына ошо мазмунда ҡағыҙ ебәрҙе:
“Башҡорт халҡының июлдә Ырымбурҙа булған беренсе съезы был халыҡтың үҙе тарафынан үҙ аҡсаһына үҙ көсө менән һалған Ҡаруанһарай бинаһын үҙ милке тип иғлан ҡылған ине. Шул хосуста эске эштәр министрына барлыҡ документтарҙы биреп, Әхмәтзәки Вәлидов, Мөхтәр Мутиндан ғибәрәт вәкилдәр ебәргән ине.
Министр Авксентьев Кржижановскийҙың башҡорттарҙы күп талағанын иғтираф ҡылып ҡайтарасағын һөйләгән ине.
Һалдаттар советы бинаның башҡорттар милке икәнлеген 16 ноябрь съезында иғтираф ҡылып, бөгөнгә ҡәҙәр торған бүлмәләренән сыҡты вә Башҡорт шураһы тарафынан күрһәтелгән биналарға урынлашты. Ошо 16 ноябрҙән башлап Башҡорт мәркәз шураһы рәсми һүрәттә Ҡаруан­һарайҙы тамам үҙ тасарруфына алды һәм уны һаҡлауҙы Мосолман хәрби комитетына тапшырҙы. Ошоноң өсөн был бинаны һеҙҙең ҡарамағығыҙҙа булған хазина биналары йөмләһенән сығарып, башҡорт мәркәз шураһы милке тип таныуығыҙ кәрәк”.
Башҡорт мәркәз шураһының рәйесе урынбаҫары Әхмәтзәки ВӘЛИДИ.

Ғәрәп графикаһынан транслитерацияны Әхәт СӘЛИХОВ башҡарҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне 06.05.2026 // Йәмғиәт

«Ул минең ҡояшым ине»: Нина Толкачева тормош иптәше хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә

Башҡортостанда почта бүлексәләре эш графигын үҙгәртә 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың почта бүлексәләре 9 майҙа Еңеү көнөн билдәләүгә бәйле эш графигын үҙгәртә, тип ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы 06.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан хөкүмәте башлығы яңы герой-әсә менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев менән хушлашалар...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров «Үлемһеҙ полк» акцияһына онлайн ҡушылырға саҡырҙы

Комментарий өҫтәргә