Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Араҡыға ҡаршы бер дәлил
Гәзитебеҙҙең быйылғы 32-се һанында сыҡҡан “Араҡыға ҡаршы ун бер дәлил” тигән мәҡәләне уҡып һөйөндөм. “Граждандар контроле”, “Башланғыстар”, “Айыҡ ҡала”, “Мәҙәниәт фонды” исемле йәмәғәт ойошмалары мегапо­лис­та спиртлы эсемлектәр һатыуҙы бөтөнләй тыйыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүе хаҡында яҙыла унда. Араҡының кеше һаулығына, уҡыуға, ғаилә тормо­шона, әҙәм балаларының йәмғиәттәге эшенә зыяны, рулгә ултырыусыларҙы һәләкәткә тарытыу, һәр төрлө енәйәт атҡа­рыу­ға килтереү ихтималлығы һәм башҡа зыяны хаҡында ун бер дәлил дә килтерелә.

Айыҡ тормош алып барған һәр кем үрҙә һаналған ойошмаларҙың әүҙем эшләүен хуплайҙыр, тип уйлайым, сөнки тирә-яғыбыҙға иғтибар менән баҡһаҡ, ысынлап та, ниндәй генә фажиғәле осраҡ­тарҙы йә ҡылынған енәйәттәрҙе алып ҡарама, барыһы ла тиерлек ана шул эскелек менән бәйле бит, йәмәғәт. Мәҡәләлә килтерелгәндәрҙе раҫлап, уларҙы хуплау менән генә сикләнмәҫкә ниәтем, әммә шул уҡ ваҡытта уларға өҫтәп, араҡыға ҡаршы тағы шундай бихисап дәлилдәрҙе лә һанап сығырға йыйынмайым.
Ҡәҙерле туғандар, бөгөнгө һүҙем әҙәм балаларын бына шул ифрат та оло афәткә әйҙәгән араҡыға ҡаршы мөһимдәрҙән-мө­һим булған тик бер дәлил хаҡында. Баш­та бәләкәй генә хикәйәт һөйләмәксемен.
Бер батша үҙ биләмәләрендәге ҡала башлыҡтарынан һәр саҡ ул килгәндә үҙен пушкалар залпы менән ҡаршы алыуҙарын талап иткән. Бойороғон үтәмәгәне өсөн уларҙы ҡаты язалау менән янаған. Ҡала башлыҡтары, әлбиттә, уның был әмерен һәр саҡ үтәй торған булған. Әммә бер мәл, шундай ҡалаларҙың береһенә килгән батшаны ҡаршы алғанда, пушкалар ни өсөн­дөр тынып тора. “Ни өсөн минең әмерҙе үтәмәнегеҙ, ниңә мине залпһыҙ ҡаршы алдығыҙ?!” – тип асыулана батша. Ә ҡала башлығы падишаһына былай тип яуап бирә: “Ғәли йәнәптәре, хәҙерге көндә пуш­каларҙан залп биреү мөмкин түгел. Быны раҫлаусы 40 дәлил бар. Шуларҙы һанап китергә рөхсәт ит”. Батша рөхсәт биргәс, ҡала башлығы һанай башлай: “Хөрмәтле ғәли йәнәптәре, һеҙҙе залп менән ҡаршы ала алмауыбыҙҙың беренсе сәбәбе – ҡалабыҙҙа бөтөнләйгә дары запасы бөттө, икенсе сәбәбе...” “Етер, аңлашылды, – ти батша. – Ҡалған утыҙ туғыҙын һанамаһаң да була!”...
Шундайын да етди темаға һөйләшкән мәлдә ни өсөн ошо лаҡапты иҫләгәнемде, моғайын, барыһы ла төшөнгәндер. Хәмергә ҡаршы иң беренсе һәм иң төп дәлил итеп изге китап — Ҡөрьән Кәримдә Аллаһ Тәғәләнең иҫерткес эсемлектәрҙе хәрәм ҡылыуын, йәғни уны ҡулланыуҙы бөтөнләйгә тыйыуын, әммә кешеләрҙең бына шул әмерҙе инҡар итеүен килтермәк булам. Аллаһ ҡәтғи тыйған нәмәне “мөмкин” тип атау – ололарҙан-оло гонаһ! Хатта кемдәрҙер кәңәш иткән “мәҙәни эсеү”ҙе лә Раббыбыҙ рөхсәт итмәй. Аллаһ Тәғәләгә ышанып, Уға буйһоноп, Ислам дине ҡанундары буйынса йәшәгән боронғо ата-бабаларыбыҙҙа бына шундай проблема бер ҡасан да тормаған.
Яҙыусы Әхмәр Үтәбай, Рамаҙан Өмөт­баевтың тикшеренеү мәғлүмәттәренә таянып, “Киске Өфө” гәзитендә баҫылған бер мәҡәләһендә бына шундай миҫал килтер­гәйне: ун туғыҙынсы быуатта (бер быуат эсендә!) хәҙерге Әбйәлил районы биләмә­һендә бер генә суицид осрағы булған. Ул да булһа сит яҡтарҙан килгән эскесе бер кеше икән. Ә хәҙер милләттәштәре­беҙҙең эскелек арҡаһында ғүмере ҡыйыл­ғандар һаны һәр районыбыҙҙа (йыл һа­йын!) тиҫтәләрсә иҫәпләнә! Ни бары йөҙ йыл эсендә халҡыбыҙҙа ни өсөн шундай “бөйөк” үҙгәреш? Сөнки юғарыла һаналған бихисап кире яҡтары булған ана шул әшәке ағыуҙы (башҡаса атарға тел бармай) тотошлай тыйған изге китапҡа – Ҡөрьән Кәримгә ышанғандар, унда яҙылғандарҙы үтәгәндәр һаны юҡ кимәлгә төшөп бара!
Хәҙерге мәлдә республикабыҙҙа үҙен мосолман динендә тойоп йәшәгән (улар һан буйынса халҡыбыҙҙың яртыһынан күберәк өлөшөн тәшкил итә) яҡташтары­быҙҙы ғына алып ҡарайыҡ. Аллаһ Тәғәләнең бойороғон бына ошо кешеләр генә үтәп йәшәгән хәлдә лә, эскелек арҡаһындағы һәр төрлө афәттәр илебеҙҙә мәртәбәләргә кәмер ине, сөнки изге китап талабын үтәү – иҫерткес эсемлекте бөтөнләйгә тыйыу тигән һүҙ. Бәлки, кемдер минең менән ризалашмаҫ та, әммә, ныҡлы инаныуымса, күптәр тәҡдим иткән “мәҙәни эсеү”, хәмергә хаҡ өҫтәү, магазиндарҙа араҡы һатыуҙың ваҡытын сикләү, “һыра шешәләрен бәләкәсәйтеү” һымаҡ саралар ҡый үләнен өҫтән-мөҫтән өҙгөләүгә генә оҡшаш. Эскелектән бөтөнләйгә ҡотолоу­ҙың бер генә юлын күрәм: был – балалары­быҙға, йәштәребеҙгә бәләкәйҙән үк имани тәрбиә биреү. Мәктәп программаһына аҙнаһына бер сәғәт булһа ла “Иман” тигән дәрес индереп, мәҙрәсәлә белем алған имам-мөғәллим тарафынан дәрестәр үткәреү ҡаралған хәлдә, республикабыҙ­ҙағы бына ошо проблеманы хәл итеү күпкә еңеләйер ине, минеңсә. Имам араҡының ашҡаҙанға зыяны йә ғаилә бюджетына “һуғыуы” хаҡында ғына түгел, кем ул Аллаһ, Уның пәйғәмбәре, нимә ул Ҡөрь­ән тигән һорауҙарға яуап бирер, Раббыбыҙ­ҙың ана шул Китабында яҙылған талаптарҙы үтәмәй ғүмер итеүҙең нисек аяныслы икәнлеге тураһында ғилем өйрәтер. Дин ҡанундарын бәләкәйҙән үк йөрәктәренә һеңдереп үҫкән балаларҙа бына шул хәмергә ҡарата ерәнеү тойғоһо тыуырына шикләнмәйем.
Әлеге мәҡәләлә әйтмешләй, араҡы яһаған йәмәғәтселек ойошмалары хәмер эсеүҙе ҡағиҙә тип һанаһа ла, хатта магазин кәштәләрендә шул эсемлектәр тулып ултырған хәлдә лә, уның арҡаһында оло гонаһтар яһауҙан ҡурҡҡан кешеләр был ағыуға ҡағылып та ҡарамаҫ ине.
Ә “мәҙәни эсеү”гә килгәндә, ул әле генә үҫеп килгән балаларҙы ҡыҙыҡтырған матур сара булып, “үҫкәс тә ана шулай матур итеп кенә эсергә кәрәк” тигән тәрбиә биреүҙән дә ары үтмәүенә иманым камил. Ә үҫә биргәс, ана шул “мәҙәни”гә тағы йөҙ-илле грамм ғына өҫтәүе була, бәғзе үҫмер өсөн был ысын мәғәнәһендә фажиғәгә әйләнә...
Һыу, аҡһым, углевод, май, витамин һәм башҡа микроэлементтар һымаҡ, тәне­беҙгә мотлаҡ рәүештә кәрәк булған матдә­ләр рәтенә кешеләр тарафынан (әлбиттә, шайтан ярҙамында!) спиртлы эсемлектәр­ҙең мәжбүри индерелгәнлеге хаҡында беләйек. Бына шул төп мәсьәләне хәл итмәгән хәлдә, ошо проблема, быуындан быуынға күсеп, быуаттар буйы барасаҡ.
Эскелеккә ҡаршы көрәш хаҡында һүҙ алып барышлай, сағыштырыу өсөн йыш ҡына осраған “аппендицит” тигән сирҙе миҫал итеп килтерергә була. Кеше һуҡыр эсәгенең “червеобразный отросток” (латинса атамаһы “аппендикс”) тип аталған бармаҡ буйы ғына бер тармағы бар. Ниндәйҙер сәбәп менән ана шул “ботаҡса” сиргә һабыша икән, кешегә күпме генә антибиотик, витаминдар, ниндәй генә көслө дарыуҙар биргән хәлдә лә, быны йүнәлтеп булмай. Бындай “консерватив” дауалау сирле кешенең үлеменә килтерә (иң яҡшы осраҡта ла хроник аппендицитҡа әүерелә).
Был сиргә ҡарата бөтә донъя хирургта­рының уртаҡ фекере бар һәм уны дауалауҙың берҙән-бер сараһы – ашығыс рәүештә хирургик юл менән әлеге “тармаҡ”­ты киҫеп ташлау. Тап шуның һымаҡ, мин, элекке хәрби хирург та булараҡ, хәмер эсеүгә ҡаршы көрәш мәсьәләһенә ҡарата бына ошондай “хирургик тактика” яҡлы­мын. Әммә быны ҡасандыр һәр кемебеҙгә таныш булған “ҡоро закон” менән бутарға ярамай. Араҡы эсеү тигән нәмәне тотош аңыбыҙҙан ҡырҡып ташлау кәрәк!
Әйткәндәй, ҡоро закон булған дәүер күптәрҙең иҫендәлер әле. Магазиндарҙа араҡы һатыу ныҡ ҡыҫҡартылғас, кешеләр береһенән-береһе “сифатлыраҡ” һәм “ҡе­үәт­лерәк” булған сәмәйҙәр эшләргә өйрән­де (шәкәрҙе ҡыҫҡартып булмай бит!). “Мейес тикшергән” кеше булып, закон һаҡсыларының өйҙәргә әленән-әле рейд үткәреүе лә ярҙам итмәне, илдә эскеселәр һаны һис кенә лә кәмемәне.
Киләһе һүҙем башлыса ата-әсәгә ҡағы­ла. Минең инаныуымса, Аллаһ Тәғәләнең тыйғандарынан тыйылып йәшәүҙең мот­лаҡ­лығы һәммә кешенең йөрәгендә бәлә­кәй генә сағынан уҡ ныҡлы урын алырға тейеш! Үкенескә, бик күп ата-әсә балаһына Аллаһ тураһында бөтөнләйгә мәғлүмәт бирмәй. Күп балалар был хаҡта үҫә-килә унан-бынан ғына тигәндәй, сит кешеләрҙән ары-бире мәғлүмәт ала башлай. Әммә был ваҡытта уның аңы “атеист” рухында фор­малашып өлгөргән дә була. Бала тәрбиә­ләүҙә бына ошо ифрат та мөһим нәмәне онотоу ярамай.
Ябай ғына бер ғәмәлгә иғтибар итәйек әле: сабыйҙары донъяға килгәс, имамдан йә иһә башҡа берәй ябай мулланан ғәзи­зенә исем ҡуштырмаған бер милләттә­ше­беҙ ҙә юҡтыр. Исем ҡушҡан мулла ошо бала өсөн Аллаһ Тәғәләгә нимә тип доға ҡылыуы хаҡында аҙ ғына булһа ла ҡыҙыҡ­һынған кеше бармы икән? Ә бына нимә һорап Раббыбыҙға ялбара һәр имам: “Йә, Аллаһ, ошо баланы изге итеп, Ислам ди­не эсендә үҫтер, Донъяла һәм Ахирәттә уның бәхетле булыуын насип ҡыл!” Әммә сабыйыбыҙ артабан Ислам дине рухында үҫһен өсөн бик күптәребеҙ ҡыл да ҡыбырҙатмай бит!
“Дөйәң ҡасып китмәһен өсөн, иң тәүҙә уны бәйләп ҡуй, шунан Аллаһ Тәғәләгә ошо хаҡта доға ҡыл” тип өйрәткән Аллаһ илсеһе, йәғни Раббыбыҙға ялбарып, доға ҡылыу менән генә сикләнмәй, ғәмәлдәр ҙә үтәргә ҡушҡан. Балаһының имани рухында үҫеүе өсөн Аллаһ Тәғәлә алдында иң беренсе нәүбәттә ата-әсәһе яуаплы. Бына шулай, ҡәҙерле туғандар. Динебеҙ талаптарына өҫтән-мөҫтән, еңелсә генә ҡарамайыҡ. Был ифрат та етди мәсьәлә. Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәракәтүһ!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876