Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Закон ҡатмарлы булып сыҡты...
“Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов беренсе бала тыуғанда 300 мең һум түләү тураһында Указға ҡул ҡуйғас, ҡыуанғайныҡ. Әммә был хоҡуҡты ғәмәлгә ашырыу ҡатмарлы булып сыҡты. Минең туғанымдың беренсе балаһы тыуҙы. Бала өсөн аҡсаны әле һаман юллап ала алмай интегәләр. Улар ауылда йәшәй. Йорттарында өс кеше теркәлгән. Район хакимиәтендә: “Госстрой”ҙан белешегеҙ”, – тигәндәр. Хәҙер бөтә кеше Өфөгә барырға тейеш булып сығамы? Аҡсаны юллап алыу бик ҡатмарлы, юлдары бигерәк буталсыҡ, лабиринттары күп. Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине...

Л. НУРМӨХӘМӘТОВА”.



Эйе, был Указды һәр ғаилә ҡыуанып ҡа­бул итте. Яңы тормош башлап торған, торлаҡ булмау сәбәпле ныҡлап аяҡҡа баҫҡансы тип бала табыуҙы кисектереп килгән ғаиләләр өсөн бик таман булды. Әммә күптәр өсөн уны алыу, ысынлап та, ауыр булып сыҡты. Төрлө кәртәләргә зар­ланғандар ҙа юҡ түгел. Район һәм ҡала хакимиәттәре, башҡа инстанциялар тупһа­һын тапап, ғәҙеллеккә өлгәшә алмағандар хатта прокуратураға ла мөрәжәғәт итә. Яңыраҡ Илеш районынан бер ғаилә 300 мең һум аҡсаны түләүҙән баш тартҡандары өсөн Прокуратураға яҙған. “Госстрой” хеҙмәткәрҙәре уларҙың ғаризаһын дүрт ай ҡараған, ә закон буйынса бер ай эсендә яуап бирелергә тейеш.
Ошо ҡанунды ғәмәлгә ашырыу өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәр, нигеҙһеҙ өҫтәмә белешмә талап итеп, йәш ғаиләнең законһыҙ рәүештә ярҙам аҡсаһын алыу хоҡуғын таныуҙан баш тартҡан. “Прокуратура, алты туғаны менән бәләкәй йортта көн күргән йәштәрҙең хоҡуғын яҡлау маҡсатында, Комитетҡа күрһәтмә сығарҙы”, – тип белдерҙеләр республика Прокуратураһында. Шулай итеп, күҙәтеү органы ҡыҫылғандан һуң ғына йәш ғаилә 300 мең һумға сертификат алған, ә бүлек начальнигы һәм белгесе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Бына шулай, дөрөҫлөктөң осона сыға алмаған ғаиләләргә үҙҙәре йәшәгән район йә ҡала прокуратураһына мөрәжәғәт итергә тура килә.
Башлыҡ Указына ярашлы, 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2018 йылдың 31 декабренә тиклем беренсе сабыйы тыуған ғаилә­ләр­ҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 300 мең һум күләмендәге суммаға та­ныҡлыҡ бирелә. Ғаилә ағзаларының ике­һенә лә 35 йәше тулмаған йәштәр был ярҙамға дәғүә итә ала. Һуңғы индерелгән үҙгәрештәргә бәйле яңғыҙ атай йә әсәйҙең дә был ярҙамға хоҡуғы бар. Тағы ла бер мөһим шарт – ғаилә торлаҡҡа мохтаж бу­лырға тейеш. Алған аҡсаны йорт һалыу йә төҙөлөштө тамамлау, ипотека кредитын ҡаплау маҡсатында файҙаланырға мөмкин.
– Әгәр ҙә ғаиләлә бер кешегә 12 квадрат метрҙан кәм торлаҡ майҙаны тура килһә, шул саҡта ғаилә мохтаж тип иҫәпләнә. Ғаиләлә ҡатындың беренсе сабыйы тыуған осраҡта ғына ул беренсе бала тип һанала, был атайҙарға ҡағылмай. Ошо хоҡуҡ таныҡлыҡ менән раҫлана һәм ул алты ай ғәмәлдә була. 30 көн эсендә ғаиләне түләү алыуға хоҡуғы булғандар исемлегенә индереү мәсьәләһен хәл итергә тейешбеҙ, – тип белдерә Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының (“Госстрой”) социаль торлаҡ программаларын тор­мошҡа ашырыу буйынса бүлеге начальнигы Ирина Булатова.
Ниндәй документтар талап ителә? Паспорт, тыуыу тураһында һәм никах таныҡ­лыҡтарының күсермәләре, һуңғы биш йыл өсөн Росреестрҙан гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәр тураһындағы документтар.
“Башҡортостан Республикаһындағы демографик хәлде яҡшыртыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында”ғы Указға 2017 йылдың 9 мартында ҡул ҡуйылды. Республикалағы демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында ошо саралар күрелә. Яҡшы яңылыҡты күптәр ҡыуанып ҡабул итһә, шикләнеп ҡараусылар ҙа булды, әлбиттә. Мәҫәлән, “Башҡортостандың күп балалы ғаиләләре берҙәмлеге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рөстәм Шәйәхмәтов: “300 мең һум түләп кенә тыуымды арттырып булмай. Программала сикләүҙәр күп, шуға был мөмкинлектән һанаулы ғаиләләр генә файҙалана аласаҡ. Тәҡдим күптәр өсөн көтөлмәгән булды, шул иҫәптән Хөкүмәткә лә. Яңы тыуған һәр балаға ла 300-әр мең һум бирергәме? Бының өсөн бюджеттан ете миллиард һум табырға тура киләсәк. Әлбиттә, уйланаһы урын бар”, – тине.
Ысынлап та, йәш ғаиләләргә 300 мең һум аҡса алыу өсөн күп йүгерергә тура килә. Мәҫәлән, Әбйәлил районында йәшәгән ғаиләнең сабыйы Магнитогорск ҡалаһындағы бала табыу йортонда тыуған. Сит өлкәлә тыуған, тип уларға ла сертификат биреүҙән баш тарталар. Был хаҡта мәғлүмәт матбуғат сараларында ла яҡтыртылды.
Ошо етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү маҡса­тында, яңыраҡ “Госстрой”, беренсе сабыйы тыуғандарға бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүгә дәғүәселәр исемлеген ки­ңәйтеү өсөн Башҡортостан Респуб­ликаһы Хөкүмәте ҡарары проектын әҙер­ләгән. Әле был документ тейешле килешеү процедураһы үтә. Әгәр документ ҡабул ителһә, йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге артасаҡ. Йәғни:
lберенсе баланың Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә тыуыуы мотлаҡ түгел;
lэштәрҙе башҡарыу (хеҙмәт күрһәтеү) буйынса гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеүҙәрҙе төҙөү физик шәхестәр араһында ла рөхсәт ителә;
lтаныҡлыҡтың көсө алты айҙан туғыҙ айға тиклем оҙайтыла;
l2017 йылдың 1 ғинуарынан 31 де­кабренә тиклем балалары тыуған ғаилә­ләргә ғариза һәм документтар тапшырыу ваҡыты алты айға тиклем оҙайтыла.
Былтыр майҙа сертификат өсөн документтар ҡабул итә башланылар. Уны тапшырыу өсөн Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә лә мөмкин. Быйыл ошо маҡсатта 325 миллион һум тотоноу күҙаллана. Өс йыл дауамында был хоҡуҡтан ике меңдән ашыу йәш ғаилә файҙаланыр, тип көтөлә. Әле 3 594 ғариза ҡабул ителгән, уларҙың 1750-һенә таныҡлыҡ тапшырылған. Шул иҫәптән 118-е түләүгә бирелгән, ә 629 ғаилә ошо хоҡуҡтан файҙаланған.
Комитетта белдереүҙәренсә, документ­тарҙы шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем ҡабул итәләр. Шулай уҡ килеп тыуған мәсьәләләр буйынса 8 (347) 218-08-93 һандарына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Ведомствоның сайтында ла ошо хаҡта мәғлүмәттәр бар.


Автор: Рәмилә МУСИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды

Башҡортостанда Иҫке Ғүмәр – Кушнаренко автобус рейсы асылды 29.05.2026 // Йәмғиәт

14 майҙан Иҫке Ғүмәр ауылынан Кушнаренкоға тиклем (Ҡаратәкә ауылында туҡтай) автобус маршруты ......

Тотош уҡырға 1

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан

Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү: Өфөлә ВИЧ-инфекциялы ҡатын нисек һау-сәләмәт бала тапҡан 29.05.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн бар донъяла өсөнсө быуын ВИЧ-инфекция менән йәшәй. Араларында вирусты ата-әсәһенән йоҡторған ......

Тотош уҡырға 1

Республикала йәшәүселәрҙе ҡырау, ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәрттеләр
Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне 29.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәҙер үҙенең ниндәй китап уҡыуы хаҡында һөйләне...

Тотош уҡырға 2

Авиакомпания Өфө – Владикавказ маршруты буйынса тәүге рейс башҡара
Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде 29.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Китап байрамы» йәрминкәһендә МХО геройҙарының иҫтәлеген мәңгеләштереү мәсьәләһе тикшерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин

Башҡортостанда йәшәүселәр Салауат Юлаев майҙанының дизайн-проектын һайларға мөмкин 29.05.2026 // Йәмғиәт

2027 йылда Салауат Юлаев һәйкәлен һәм уның тирәләй майҙанды төҙөкләндереүҙе тамамлау планлаштырыла. ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ

Башҡортостан Стажировка үҙәге аша үҙенең студенттарын нисек ҡайтарасаҡ 28.05.2026 // Йәмғиәт

Йыл һайын Башҡортостандан егет-ҡыҙҙар берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл йыйып, илебеҙҙең баш ......

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров: «Беҙҙең ир-егеттәрҙең миссияһы —  ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлау»
Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән 28.05.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда меценат ауылдаштарына мәсет бүләк иткән...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында хәрәкәт сикләнә 28.05.2026 // Йәмғиәт

Сикләү «Йәшел марафон» үткәреү менән бәйле, тип хәбәр иттеләр мэриянан....

Тотош уҡырға 2

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде 28.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә сәйәхәтсе Йоханнес Баденхорстың экспедицияһы килде...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә