Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡабатланмаҫ бер ижад мәле
Наталья Савельеваның исеме районда ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы таныш. Ул акварель, гуашь, баҫма графика техникаһында ижад итеүсе рәссам булараҡ билдәле.

Күптән түгел Наталья Савельеваның сираттағы күргәҙмәһен ҡарарға форсат тейҙе. Был юлы ул ижад һөйөүселәргә йәйге ике аҙна эсендә ”монотипия” рәүешендә яҙылған эштәрен тәҡдим итте. Рәссам төрлө предметтарҙы, гөл-сәскәләрҙе ҡулланып, ябай, шул уҡ ваҡытта сағыу, йәнле картиналар тыуҙырған. Ғәжәпләнерлек!
– Ҡыҫҡа арауыҡ эсендә шыршы ботаҡтарын, үләндәрҙе, сәскәләрҙе йыйып, ”баҫып” сығарырға тырыштым. Күргәҙмәгә исем дә бирмәнем, һәр кем уны үҙенсә атар, — ти ханым.
Монотипия — баҫма графиканың бер төрө. “Моно” – берәү, “типия” — эҙ, тейеү, оттиск, образ мәғәнәһендә, йәғни бер тейеүҙә, баҫыуҙа художестволы әҫәр тыуҙырыу тигәнде аңлата. Тәүге монотипистар, моғайын, мәмерйә стеналарында ҡулдарының эҙен ҡалдырған боронғо кешеләр булғандыр.
– Ябай ғына миҫал, мәҫәлән, һеҙ иренегеҙҙе помада менән буяп, салфеткаға тейҙерҙегеҙ, ти. Ҡағыҙҙа ҡалған эҙ монотипия була, – тип аңлатма бирҙе ижадсы.
Наталья Валерьевна Учалы ҡала­һында тыуа. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныу­сан, һәләтле бала булып үҫә. Музыка мәктәбенә йөрөй, һуңынан ата-әсәһе, ҡыҙҙарының һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеген күреп, сәнғәт мәктәбенә бирә.
– Бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ булһам да, әхирәтемә эйәреп, медицина училищеһына уҡырға индем. Үҙәк ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә биш йыл эшләнем, әммә ижадһыҙ йәшәй алмағанымды аңланым һәм, тормошомдо ҡырҡа үҙгәртеп, Өфө дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт-графика факультетына уҡырға индем. Әйткәндәй, ғаиләбеҙҙә барыһы ла һүрәт төшөрә ине. Атайым графика һәм һырлау менән мауыҡты. Әрме сафына Санкт-Петербургка саҡырыла, унда уны ижади төркөмгә тәғәйенләйҙәр, хеҙмә­тенең аҙағынаса биҙәкләү эштәре менән булыша, – ти Наталья.
Дипломлы белгесте Себергә эшкә ебәрәләр. Төмәндә йәшәй, юғары уҡыу йортонда белем бирә, шул уҡ ваҡытта аспирантурала уҡый, ғилми эштәр яҙа. Буш ваҡыттарында, йәйге-ҡышҡы каникулға, ялға ҡайтҡан мәлдәрендә һүрәттәр төшөрә. Ижад өлгөләре менән ҡала, өлкә, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Бөгөн Наталья Савельева – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.
Һүрәттәренең һәр береһе үҙенсә­лекле, ҡабатланмаҫ. Улар араһында Ирәмәл тауын, “Таш йылға”ны, ҡатын-ҡыҙ образын, сәскәләрҙе һәм башҡаһын күрергә мөмкин.
– Рәссам илһам килгәндә генә картина яҙа, тип әйтә алмайым. Рәссам һөнәре — башҡа икенсе эш кеүек үк ауыр хеҙмәт. Иң мөһиме – күңел тыныслығы кәрәк, – тигән фекерҙә оҫта.
Күргәҙмәнән ҡәнәғәтләнеп, илһам­ланып ҡайттыҡ. Һәләтле рәссамға ижади уңыштар насип булһын.


Учалы районы.


Автор: Әлиә ДАУЫТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә