Ҡабатланмаҫ бер ижад мәле10.04.2018
Наталья Савельеваның исеме районда ғына түгел, унан ситтә лә яҡшы таныш. Ул акварель, гуашь, баҫма графика техникаһында ижад итеүсе рәссам булараҡ билдәле.
Күптән түгел Наталья Савельеваның сираттағы күргәҙмәһен ҡарарға форсат тейҙе. Был юлы ул ижад һөйөүселәргә йәйге ике аҙна эсендә ”монотипия” рәүешендә яҙылған эштәрен тәҡдим итте. Рәссам төрлө предметтарҙы, гөл-сәскәләрҙе ҡулланып, ябай, шул уҡ ваҡытта сағыу, йәнле картиналар тыуҙырған. Ғәжәпләнерлек!
– Ҡыҫҡа арауыҡ эсендә шыршы ботаҡтарын, үләндәрҙе, сәскәләрҙе йыйып, ”баҫып” сығарырға тырыштым. Күргәҙмәгә исем дә бирмәнем, һәр кем уны үҙенсә атар, — ти ханым.
Монотипия — баҫма графиканың бер төрө. “Моно” – берәү, “типия” — эҙ, тейеү, оттиск, образ мәғәнәһендә, йәғни бер тейеүҙә, баҫыуҙа художестволы әҫәр тыуҙырыу тигәнде аңлата. Тәүге монотипистар, моғайын, мәмерйә стеналарында ҡулдарының эҙен ҡалдырған боронғо кешеләр булғандыр.
– Ябай ғына миҫал, мәҫәлән, һеҙ иренегеҙҙе помада менән буяп, салфеткаға тейҙерҙегеҙ, ти. Ҡағыҙҙа ҡалған эҙ монотипия була, – тип аңлатма бирҙе ижадсы.
Наталья Валерьевна Учалы ҡалаһында тыуа. Бәләкәйҙән ҡыҙыҡһыныусан, һәләтле бала булып үҫә. Музыка мәктәбенә йөрөй, һуңынан ата-әсәһе, ҡыҙҙарының һүрәт төшөрөүгә әүәҫлеген күреп, сәнғәт мәктәбенә бирә.
– Бәләкәйҙән сәнғәткә ғашиҡ булһам да, әхирәтемә эйәреп, медицина училищеһына уҡырға индем. Үҙәк ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә биш йыл эшләнем, әммә ижадһыҙ йәшәй алмағанымды аңланым һәм, тормошомдо ҡырҡа үҙгәртеп, Өфө дәүләт педагогия университетының һынлы сәнғәт-графика факультетына уҡырға индем. Әйткәндәй, ғаиләбеҙҙә барыһы ла һүрәт төшөрә ине. Атайым графика һәм һырлау менән мауыҡты. Әрме сафына Санкт-Петербургка саҡырыла, унда уны ижади төркөмгә тәғәйенләйҙәр, хеҙмәтенең аҙағынаса биҙәкләү эштәре менән булыша, – ти Наталья.
Дипломлы белгесте Себергә эшкә ебәрәләр. Төмәндә йәшәй, юғары уҡыу йортонда белем бирә, шул уҡ ваҡытта аспирантурала уҡый, ғилми эштәр яҙа. Буш ваҡыттарында, йәйге-ҡышҡы каникулға, ялға ҡайтҡан мәлдәрендә һүрәттәр төшөрә. Ижад өлгөләре менән ҡала, өлкә, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
Бөгөн Наталья Савельева – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы.
Һүрәттәренең һәр береһе үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ. Улар араһында Ирәмәл тауын, “Таш йылға”ны, ҡатын-ҡыҙ образын, сәскәләрҙе һәм башҡаһын күрергә мөмкин.
– Рәссам илһам килгәндә генә картина яҙа, тип әйтә алмайым. Рәссам һөнәре — башҡа икенсе эш кеүек үк ауыр хеҙмәт. Иң мөһиме – күңел тыныслығы кәрәк, – тигән фекерҙә оҫта.
Күргәҙмәнән ҡәнәғәтләнеп, илһамланып ҡайттыҡ. Һәләтле рәссамға ижади уңыштар насип булһын.
Учалы районы.