Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яратылып үҫһен һәр бала
Яратылып үҫһен һәр балаКоридорҙа атаһының ныҡлы ҡулдарына тотоноп атларға тырышҡан Нур башҡа балаларҙан бер яғы менән дә айырылмай. Тик уның йәшәүгә теләге ҙур: бар нәмәне танып белергә, кескәй туп артынан йүгерергә, ағаһы Рамазан менән бергә уйнарға, ата-әсәһенең янынан йәнәш атларға тырыша. Әммә уға һәр аҙым ауырлыҡ менән бирелә, һәр атҡан таң уның өсөн оло бәхеткә тиң. Нурҙың ата-әсәһе, Сибай ҡалаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы махсус табиптарҙың ҡарауы, кәрәкле инстанцияларҙың бер урында ҡабул итеүе хаҡында ишеткәс, Йылайыр районынан килеп етә.


Айһылыу Түләшеваның икенсе улы инвалид булып тыуа. Һабыр ауылында йәшәгән йәш ғаилә улының сәләмәтлеге хаҡына район үҙәгенә күсеп килергә мәжбүр була. Әлегә улар фатирҙы ҡуртымға алып йәшәй, киләсәктә ер урыны алып, йорт төҙөргә уйлай. Тик ниндәйҙер ҙур хыялдарын тормошҡа ашыра алмай Түләшевтәр, сөнки барлыҡ аҡса Нурҙы һауыҡтырыуға тотонола.
Быйыл малай беренсе класҡа уҡырға барған, уҡытыусы аҙнаның биш көнөндә йортҡа килеп белем бирә. Ике йыл һайын ғаилә Өфөгә, ВТЭК-ка, улдарының инвалидлығын раҫлатырға һәм оҙайтырға алып бара. Бының өсөн ҡайтанан документтар йыйыу, төрлө табип ишектәрен тапау, сирле баланы һәр ҡабул итеүҙәренә үҙең менән алып йөрөү мәшәҡәттәр генә тыуҙырмай, ә байтаҡ сығым да талап итә. Уныһына ла түҙергә мөмкин булыр ине, әммә Нур бындай хәлдәрҙе ауыр кисерә, сиренә көсөргәнешлек килә. Шуға күрә Айһылыу Түләшева улының инвалидлыҡ срогын 18 йәшкә тиклем оҙайтыу юлын хәстәрләй: диагноздарын дәлилләгән медицина картаһын, кәрәкле документтар теҙмәһен юллап, ире эшенән һорап, үҙ транспорты менән Нурҙы Өфөгә алып барып, белгестәрҙең ҡабул итеү сиратын көтә. Улдарының киләсәктә аяҡҡа баҫырына ышаныс аҙым һайын осраған ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә Түләшевтәргә.
Яратылып үҫһен һәр балаБаймаҡ районының Урғаҙа ауылынан Гүзәлиә Бикбованың улы Бәхтийәрҙең хәле лә яҡшынан түгел. Бөгөн ул неврологта булған, кәрәкле кәңәштәр алған. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларын тәрбиәләгән һәр ғаилә менән яҡындан танышып сыҡҡандан һуң уларҙың рухи ныҡлығына, сабырлығына һәм ихтыяр көсөнә хайран ҡалаһың. Үҙ сабыйын аяҡҡа баҫтырыу, уны һауыҡтырыу өсөн уларға төрлө юлдар үтергә, әллә ниндәй һүҙҙәр ишетергә, әллә күпме тупһалар аша ат­ларға тура килә. Ғүмерлек һынауға дусар булып, балаларын кеше итергә тырышҡан ғаиләләр күп осраҡта ҡанундарҙы үтәргә теләмәгән чиновниктар алдында баҙап ҡала.
Тап ошондай көнүҙәк мәсьәләләр Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендәге сарала ҡаралды. Унда физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр, төбәктәге инвалидтар ойошмаһы рәйес­тәре, район хакимиәттәренең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары ҡатнашты. Кәңәшмә фекер алышыу майҙанына әйләнде.
“Хеҙмәттәшлек синергияһы — физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләү системаһын үҫтереүҙең төп факторы” тигән темаға арналған “түңәрәк өҫтәл”дә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды президенты Айгөл Гәрәева, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рита Вәлиева һәм башҡалар ҡатнашты.
Тәүҙә ҡунаҡтар ҡаланың Балалар сәнғәт мәктәбендә һәм “Әкиәт” балалар баҡсаһында булды. Бында улар сәләмәт­лектәре сикләнгән балалар өсөн инклюзив белем биреү шарттары менән танышты, инвалид уҡыусыларҙың йыр-бейеү, һүрәт төшөрөү, балсыҡтан, ағастан төрлө әйбер­ҙәр яһау оҫталыҡтарын күреп һоҡланды. “Әкиәт” балалар баҡсаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған, бында өс йәшкә тиклем баланы реабилитациялау алымдары киң ҡулланыла, улар менән даими рәүештә махсус белгестәр — психолог, логопед, дефектологтар шөғөлләнә.
Ленара Хәким ҡыҙы, һөйләшеүҙе асып, үҙ сығышында ошондай сараның быға тиклем республиканың ете зонаһында үтеүен һәм Урал аръяғы төбәгендәге сараның әһәмиәтен билдәләне. Артабан тейешле һығымталар яһау, физик мөмкин­лектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләүсе ата-әсәне ниндәй һорауҙар борсоуын, ниндәй проблемаларға юлығыуҙарын, тәҡдимдәрен, фекерҙәрен ишетергә теләүен белдерҙе.
— Сәләмәтлектәре сикләнгән балалар­ҙы тәрбиәләүсе ата-әсәләр менән күҙмә-күҙ осрашып һөйләшеү урындарҙа ниндәй проблемалар булыуын, ниндәй һорауҙарға яуап, ярҙам кәрәклеген асыҡларға булыша. Артабан уларҙы тейешле урындарға, етәкселәргә еткереү, кәрәкле ярҙам күрһәтеү беҙгә ҡайтып ҡала. Икенсенән, бөгөн йәмғиәт инвалид­тарға йөҙ менән борола. Аҡрынлап булһа ла уңайлы шарттар тыуҙырыла. Ниһайәт, уларҙың хәлен, тауышын ише­теүселәр күбәйә. Баланың артабанғы яҙмышы, нисек кенә булмаһын, тәү сиратта ата-әсәһе­нә ҡайтып ҡала. Үҙ ваҡы­тында балаһына ярҙам күрһәтеүҙе һорап, ҡабул ителгән ҡанундарға таянып, яр һуға икән, бар яҡ­лап тейешле саралар күрелә. Шулай ҙа хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә юҡ түгел, ошолар хаҡында һөйләшәйек, — тине Ленара Иванова.
Яратылып үҫһен һәр бала“Мәрхәмәт” хәйриә фонды президенты Айгөл Гәрәева сарала ҡатнашыусыларҙы үҙе етәкселек иткән фонд тарафынан ниндәй ярҙам, гранттар бүленеүе хаҡында таныштырҙы һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың сәләмәтлеге сикләнгән балаларҙы дауалау, реабилитациялау өсөн ярҙам итеүҙә ҙур йоғонто яһауы хаҡында һөйләне. Мәрхәмәтлек фондтары төрлө йүнәлештә бушлай уҡытыу курстары үткәреүе хаҡында күптәрҙең хәбәрҙар булмауы асыҡланды. Был йүнәлештә Күмертау һәм Учалы ҡалаларының әүҙем эшләүе билдәләнде.
Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡалала физик мөмкинлек­тәре сикләнгән балалар өсөн булдырылған аныҡ эштәрҙе барланы. “Әле беҙҙә бар­лығы 312 инвалид бала бар. “Уңайлы мө­хит” программаһына ярашлы, 28 учреждениела һәм биш белем биреү усағында улар өсөн бар шарттар тыуҙырылған. Инклюзив белем биреүгә нигеҙләнеп, сәлә­мәтлектәре сикләнгән балалар үҙ тиҫтерҙә­ре менән бергә уҡый. Ҡаланың мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларында 27 төркөм ошо йүнәлештә эш алып бара, унда йөрөү­селәр, һаулыҡтарына ҡарап, төп дөйөм белем усаҡтарында, дистанцияла белем биреү үҙәгендә, коррекция мәктә­бен­дә белемен артабан камиллаштыра.
2011 йылда Сибайҙа асылған дистанцияла белем биреү үҙәгендә 77 бала шөғөлләнә, шуларҙың дүртеһе — Урал аръяғы райондарынан, ҡалғандары — Сибай һәм Баймаҡ ҡалаһынан. Өҫтәмә белем биреү учреждениеларына физик мөмкинлектәре сикләнгән 400-ҙән ашыу бала йөрөй. Ҡаланың коррекция мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Наҙгөл Байғужина икенсе йыл рәттән Башҡортостан йыйылма командаһында сығыш яһай һәм теннис буйынса призлы урын яулай. 2001 йылдан алып физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн реабилитация филиалы эшләй.
Медицина, психологик-педагогик ярҙам күрһәтеү үҙәгендә Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан балалар йыйыла. Шулай уҡ беҙҙә уңышлы эшләп килгән Психологик-медик-педагогик комиссияның (ПМПК) эшен дә ыңғай яҡтан баһалап китеү кәрәк. Үткән йылда ғына комиссия тарафынан 3 мең 150 бала күҙәтеү үткән һәм уларға квалификациялы белгестәр консультация­һы үткәрелгән. Инвалидтар ойошмаһы янында эшләп килгән “Әсә йөрәге” үҙ янына йөҙҙән ашыу инвалид баланы һәм уларҙың әсәләрен берләш­терҙе. Ете йыл рәттән Сибайҙа төбәк-ара “Таланттар балҡышы” фестивале үтә”, — тине ул үҙ сығышында.
Заман менән йәнәш атлаған, социаль эшҡыуарлыҡты үҙ иткән йәш эшҡыуар Илһам Әбделғужин, төбәктә тәүгеләрҙән булып “Азатлыҡ” автономиялы коммер­цияға ҡарамаған халыҡты социаль хеҙмәт­ләндереү үҙәге асып, оло йәштәгеләр, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн социаль бала ҡараусы” хеҙмәте асҡан. “Социальная няня” хеҙмәте өс йәшкә тиклем бала тәрбиәләгән йәки 18 йәшкә тиклем физик мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләгә ҡыҫҡа ваҡытлы ярҙам күрһәтә. Бала менән үҙәктең хеҙмәткәре ултырған саҡта ата-әсә үҙе теләгән урынға, театрға, дауа­ханаға, “Матурлыҡ” салонына, ҡунаҡҡа һәм башҡа ергә бара ала.
Был яңы инновациялы хеҙмәттән 23 бала һәм шул иҫәптән һигеҙ инвалид файҙаланған. Киләсәктә был йүнәлештә эште дауам итеү кәрәклеге белдерелде. Сибайҙан физик мөмкинлеге сикләнгән ул тәрбиәләгән Зәлиә Саникина мәктәпкәсә йәштәге учреждение һәм ғаилә араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек барлығы, белгестәр­ҙең даими рәүештә улы Тимур менән шөғөлләнеүе тураһында бәйән итте.
Бөрйәндән килгән Резеда Кәримова иһә районда кәрәкле белгестәрҙең (логопед, психолог) булмауына зарланды. Ауырыу бала эргәһендә 24 сәғәт буйы торорға тура килгән осраҡта ла, инвалид бала ҡарау өсөн айлыҡ түләү күләме төбәктәге йәшәү кимәленә лә тап килмәй. Алты меңгә лә тулмаған аҡсаға йәшәргә лә, баланы ҡарарға, кейендерергә, уның һаулы­ғын нығытырға кәрәк, тейешле медицина ярҙамы алырға ла тейеш. “Мин баламды яңғыҙ ҡалдыра алмау сәбәпле өйҙә ултырырға мәжбүрмен, ғаиләлә тағы икенсе бала бар, ирем бер үҙе эшләй. Күптән түгел балалар баҡсаһына ике сәғәткә булһа ла улымды йөрөтөү мөмкинлеге алдыҡ. Логопед ярҙамы өсөн Өфөгә алып йөрөтөргә, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәргә тура килә”, — тип күңелендә йөрөткән аһ-зарын асып һалды ул.
Уның һүҙҙәренә Баймаҡ районынан инвалид бала ҡараған әсә — Йәнбикә Мөхәмәтғәлиева ла ҡушылды. Йәнбикә Ғәлимйән ҡыҙы улына кәрәкле дарыуҙар ала алмауына зарланды. Федераль ҡануниәткә ярашлы, инвалид балалар сиренең айырым категорияһына ҡарап, бушлай дарыуҙар менән тәьмин ителергә тейеш. Әммә һуңғы ваҡытта тейешле дарыуҙарҙың булмауы йәки булып та ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында инвалид­тарға барып етмәүе күҙәтелә. Шулай уҡ бала мәктәпкә барғас та физкультура-дауалау гимнастикалары дауам ителһен ине, тигән тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
Ейәнсура районынан килгән Эльвира Туҡаеваның сығышы барыһы өсөн дә фәһемле булды. Бынан бер нисә йыл элек үҙе инвалид ҡыҙ тәрбиәләгән әсә балаһының сәләмәтлеге өсөн барыһын да эшләй. Һөҙөмтәлә әле ҡыҙы үҙе әсә, эшләй һәм башҡалар кеүек тормош иптәше менән бынамын тигән донъя көтә. “Һинең балаң үҙеңдән башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй, шуға күрә бигерәк тә әсәләргә сабырлыҡ һәм түҙемлек теләп, ныҡышма­лыраҡ булырға саҡырам. Һәр осраған ҡаршылыҡ, ауырлыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа, киреһенсә, алға барырға кәрәк. Шул сағында ғына йылдар буйы түгелгән хеҙмәтегеҙҙең һөҙөмтәһе буласаҡ”.
Әйткәндәй, ул үҙе “Ҡурсаҡ театры” түңәрәге ойошторған һәм әлегә тиклем уны етәкләй. Тормошо, хеҙмәте күптәргә өлгө, сирле балалар тәрбиәләүсе ғаилә­ләргә әҙер дәреслек булырлыҡ тәжрибә туплаған ханымға киләсәктә үҙ кисереш­тәрен китап итеп яҙһа, күптәр өсөн рухи этәргес булыр ине.
Йылайырҙан килгән вәкилдәр үҙҙәрендә эшләп килгән республика коррекция мәктәбе, унда каникулда ҡалған инвалид балаларҙы лагерҙа урынлаштырыу, һау­лыҡтарын нығытыу сараларын күреүҙәре хаҡында белдерҙе. Хәйбулла районы миҫалы иһә күптәргә өлгө. Улар үҙҙәренең “Нур” үҫмерҙәр клубында физик мөмкин­лектәре сикләнгән балалар менән эшләү өсөн штат булдырып, бөтә сараларға инвалид балаларҙы саҡырып, түңәрәктәргә йөрөтөү мөмкинлеген тыуҙырған.
Артабан Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һау­лыҡ һаҡлау, Мәғариф министрлыҡтары, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексә­һенең инвалидтарҙың реабилитацияһы өсөн техник саралар бүлектәре вәкилдәре сығыш яһаны. Улар әйтеүенсә, ҡабул итеүгә килгән күп ата-әсәләрҙең инвалид балалары өсөн реабилитация үҙәктәренең эшләүе хаҡында белмәүҙәре аптыратһа, урындағы район етәкселәренә ҡарата бер ниндәй ҙә ялыу булмауы һөйөндөргән. Тимәк, аҡрынлап булһа ла урындарҙа боҙ ҡуҙғала, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ғаиләләр ярҙамһыҙ ҡалмай, уларға ҡарата иғтибар арта, проблемаларҙы аҡрынлап булһа ла хәл итеү юлдары барлана. Ғаилә хәстәре миһырбанлы йәмғиәт иңендә икәнлеген урында ултырған етәкселәрҙең дә аңлауы һөйөндөрә. Әйткәндәй, кәңәшле илдән изгелек кәрәк, тигәндәй, Рәсәй Федера­цияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың да ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Федераль үҙәктәргә еткерер теләк-тәҡдимдәр әйтелде, пробле­ма­ларҙы ыңғай хәл итеүҙә ярҙам итәсәген белдерҙе.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар һәр береһе үҙе өсөн фәһемле кәңәштәр алды, ата-әсәләр белгестәрҙең яуаптарын ишетте, улар менән аралашыу мөмкинлегенә эйә булды. Улар әйтеүенсә, ауырлы ҡатындар табип күҙәтеүе үткәндә әйтелгән кәңәштәргә ҡолаҡ һалһын ине. Һәр бала үҙ ризығы менән донъяға килһә лә, уның һаулығы өсөн тәү нәүбәттә ата-әсәһе яуап бирә. Көтөп алынған бала ғаиләгә йәм һәм ҡот килтерһен өсөн дә уның һау-сә­лә­мәт булыуы мотлаҡ. Ә инде Хоҙай тарафынан баланың сәләмәтлеге сикләнгән булып тыуа икән, уға тәүге айҙарҙан уҡ дөрөҫ диагноз ҡуйылһа һәм медицина ярҙамы күрһәтелһә, киләсәктә уның һауығыуға ышанысы икеләтә арта. Шуның өсөн ата-әсәләргә үҙ сабыйына ҡарата иғтибарлы булырға, баланың һаулығында саҡ ҡына тайпылыш күренһә, шунда уҡ дауаханаларға алып барырға кәңәш ителде. Ул сағында ата-әсә өсөн Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында урынлаш­ҡан реабилитация үҙәктәре лә, Германия, Израиль клиникалары ла кәрәк булмаясаҡ.
Йәмғиәт физик мөмкинлектәре сиклән­гән­дәргә саҡ ғына иғтибарлыраҡ, ихти­рамлыраҡ булғанда, улар ҙа, тотош йәм­ғиәт тә бер-береһенә яҡлаусы һәм терәк була ала. Бер аҡыл эйәһе әйткәнсә, “изгелек — телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғы­рауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул”. Ҡыҫҡаһы, һәр бала, донъяға ниндәй хәлдә килеүенә ҡарамаҫтан, ғаиләлә яратылып үҫһен.

Сибай ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 697

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 798

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872