Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кешелектең еңеү йыры булып...
Кешелектең еңеү йыры булып...Һүҙем башҡорт халҡының ҡаһарман улы хаҡында. Фәтих Кәрим Бишбүләк районының Айыт ауылында 1909 йылдың
9 ғинуарында донъяға килгән. Уның олатаһы, 1859 йылғы ревизия документтарынан күренеүенсә, Мөхәмәткәрим Ҡорбанғәлин, башҡорт милләтенән булып, Айыт ауылында өс бисә, ун ул, бихисап туған-тыумасаһы менән йәшәгән.



Беренсе бисәһе – Бибихөсниямал һәм улдары – Мөхәмәтзариф, Мөхәмәтсадиҡ, Мөхәмәтйән. Икенсе бисәһе – Шәмсе­ҡәмәр. Улдары – Әхмәҙей, Әхмәтсаный, Әхмәтһаҙый, Әхмәтвәли, ҡыҙҙары – Фәғиҙә. Өсөнсө бисәһе – Әсҡәпъямал, улдары – Әхмәтгәрәй, Мөхәмәтғариф, Әхмәҙей. Ауыл байы Мөхәмәткәримдең икенсе бисәһе Шәмсеҡәмәрҙән тыуған кесе улы Әхмәтвәли һәм уның икенсе ҡатыны Гөлъямал Иҙрис ҡыҙы – Фәтих Кәримдең ата-әсәләре. Был ғаиләлә 12 бала булған. Иң кесеһе – Фәтих. Мөхәмәткәрим ғаиләһендә Иҙрис, Йонос, Мөхәмәтгәрәй, Ғәйниямал, Ғафифа, Фатима исемле апаһының балалары бергә йәшәүе билдәле.
Әхмәтвәли ауыл муллаһы вазифаһын башҡара, мәктәптә, мәҙрәсәлә балаларға белем бирә. Шиғыр яҙғаны, мөнәжәттәр сығарғаны, байрамдарҙа моңло итеп ҡурай тартҡаны ла билдәле. Ҡәләм тибрәткән йәштәрҙең беренсе әҫәрҙәре башлыса ата-әсәһенә бағышлана. Фәтих Кәримдең матбуғатта баҫылған иң тәүге “Хәҙер һеҙҙең менән” шиғыры ла ошо юҫыҡта.
...Урман буйында һыҙғырған
йырҙарымды
Хәҙер һеҙҙең менән йырлаймын,
Йырлаймын да
Шунда, шашып китеп,
Ҡурайымды һуҙып уйнаймын.
Ҡурай — миңә атай бүләге ул,
Моңландырып беҙҙе йырлатҡан...
Әхмәтвәли мулла балаларына төплө белем бирергә тырышҡан. Улы Ғабдулла Кәримов (1899 – 1936) – әҙәбиәт белгес­тәренә Ярлы Кәрим исеме менән таныш, һәр төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп уҡырға, белемен арттырырға ынтылған шәхес. 1916 йылда Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсәһенә урынлаша, Рәсәй батшаһын ҡолатҡан Февраль революцияһынан һуң ул мәҙрәсәнән педагогия курстарына күсә. 1917 йылдың йәйендә Шәйехзада Бабич менән таныша, дуҫлаша, уның менән ярышып шиғырҙар яҙа, Башҡортостан мөхтәриәте хәрәкәтендә ҡатнаша.
Ғабдулла Кәримов 1919 йылда Петроград янында Юденичты тар-мар итеүгә ҙур өлөш индергән башҡорт бригадаһында ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ рота комиссары булып хеҙмәт итә. Ул, Граждандар һуғышының сәбәбен аңлатып, яугирҙәргә ялҡынлы һүҙ ҙә әйтә, шәхси батырлыҡ та күрһәтә. Үлемесле был бәрелештә ҡаһарман егет ҡаты яралана. Оҙаҡ ҡына госпиталдә дауалана. Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылғас, уны Стәрлетамаҡҡа Бәләкәй Башҡортостан хөкүмәте ҡара­мағына эшкә ебәрәләр. Юлда бөтә документтарын юғалта. Ҡайтып бер аҙ торғас, Ғабдулла Кәримовты чекистар, ошо хәлде сәбәп итеп, ҡулға ала. Төрмәнән уны Башҡортостан мөхтәриәте хәрәкәте етәксеһе Зәки Вәлиди ҡотҡара. Белмәгән кешене, әлбиттә, бер кем дә төрмәнән сығармай. Ошо тарихи фактҡа таянып, улар бер-береһенә ышаныслы таяныс булған, тип әйтә алабыҙ.
Башҡортостан үҙәге Өфөгә күсерелгәс, Ярлы Кәрим “Башҡортостан” гәзитендә сәйә­си секретарь, комиссар хеҙмәтен атҡа­ра. Ғүмеренең һәр минутын ҡәҙерләп, мәҡәләләр, ялҡынлы шиғырҙар яҙа. Халыҡ­ты белем алыуға өндәй, коммунис­тик режимдың ярлы-ялпының йәшәйешен еңеләйтеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлеген хуплай, үҙенең башҡорт милләтенән булыуы менән ғорурлана. Бына “Мин ҡайттым” тигән бәләкәй генә шиғыры:
Мин үҙем башҡорт ауылында
Тыуып үҫкән бер бала,
Шуға ла бик-бик беләм
Башҡорт эсендә ни яна.
Эйе, мин йырлайым иҙелгән
Ярлы башҡорт йырҙарын,
Эйе, мин бер һандуғас,
Башҡорт – йәшел йәш бер ҡайын.
Бына ошо ялҡынлы юлдарҙың авторы Ярлы Кәрим ҡустыһы, буласаҡ атаҡлы шағир Фәтих Кәримде тәүҙә Бәләбәй педагогия техникумы ҡарамағындағы әҙерлек курсына урынлаштыра, унан һуң Ҡазанға алып китә. Ун биш йәшлек Фәтих бер йыл Надежда Крупская исемендәге балалар йортонда тәрбиәләнә. 1925 – 1929 йыл­дарҙа Ҡазан ер төҙөлөшө техникумында белем ала. Студент мәлендә үк ең һыҙғанып ижад менән шөғөлләнә, гәзит редакцияһында эшләй.
Тыуған төйәге Айытҡа бер ҡайтҡа­нында, күрше Туҡһанбай ауылына барып, Аҡмулланың биографияһын белеүсе кешеләр менән осраша. Аҡһаҡал, атаһы кеүек мулла Шәйхетдин Динмөхәмәт улынан бөйөк башҡорт шағиры тураһында байтаҡ мәғлүмәт яҙып ала һәм Ҡазанда “Беҙҙең юл” (1928 йыл, №6/7, 32-се б.) журналында баҫтырып сығара.
Утыҙынсы йылдар Фәтих Кәрим өсөн иң уңышлы һанала. Ул танылған әҙиптәр менән бергә СССР һәм ТАССР Яҙыусылар союздарын ойоштороуҙа ҡатнаша. Ете әҙәби китап авторы, 25 йәшлек Фәтих Кәрим буласаҡ Советтар Союзы Геройы, әҙәбиәт өлкәһендә Ленин премияһы лауреаты Муса Йәлил, шағир Һаҙи Таҡташ, яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлимйән Ибраһимов, Ҡәүи Нәжми, Мирсәй Әмир, Хәсән Туфан һәм башҡалар менән ТАССР-ҙың ижтимағи, сәйәси һәм мәҙәни тормошонда ҙур роль уйнай. Танылған яҙыусы булып өлгөрә. Ләкин уның башҡорт мил­ләтен яҡлауы, ғәҙел һәм тура һүҙлелеге әҙәбиәт янындағы байтаҡ кешегә оҡшамай. Ул ижады сәскә атҡан осорҙа, көнсөл әҙәмдәрҙең яла яғыуы хупланған Сталин режимының репрессияһына эләгеп, 1938 йылдың 3 ғинуарында ҡулға алына. Дүрт йылдан ашыу төрмәлә ултыра.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, бер төркөм тотҡондо, улар араһында Фәтих Кәрим дә була, баржаға тейәп, диңгеҙ уртаһына сығарып, шартлатып батыралар.
Ошо афәттән шағир бер үҙе ҡотола, мөғжизәгә ышанған ауылдаштары феке­ренсә, уға боҙло диңгеҙҙе йөҙөп, йырып сығырға Дим йылғаһының шифалы һыуында йәштән сынығып үҫеүе һәм йөрәгендә туған халҡының тормошон матурларға, йәмләндерергә йыйылған илаһи көс ярҙам иткәндер. Был ваҡиғанан һуң, 1941 йылдың декабрендә, уның эше буйынса яңынан суд була, һәм Фәтих Кәримде ғәйепһеҙ тип табалар. Бөтә ғәйепләнеүҙәрҙән аҡланып төрмәнән сыҡҡас, Фәтих Кәрим үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Үлемесле һуғыш яланында, окопта, ул 150-гә яҡын шиғыр, биш поэма, бер драма әҫәре (“Шакир Шигаев”), ике повесть (“Разведчик яҙмалары”, “Яҙғы төндә”) ижад итә. “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (1943), “Моң һәм көс” (1944) тип аталған шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыға.
Яуҙағы ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Ялҡынлы шағир, взвод командиры 1945 йылдың 19 февралендә Кенигсберг округындағы Каврен ауылы янында һәләк була. Ошо алышта күрһәткән батырлығы өсөн, үлгәндән һуң, ул I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Музейҙа ошо тарихи материалдарға, Фәтих Кәримдең шәжәрәһенә өҫтәп, уның ижад юлын эҙмә-эҙлекле аңлатҡан экспонаттар, төрмәгә ни өсөн ултыртылыуы, нисек ҡотолоп сығыуы, фронттан яҙған хаттары, шиғырҙарының ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, фотолары, иллеләгән китабы ҡуйылған.
Фәтих Кәримдең Айыт ауылындағы музейын экспонаттар йыйып ойоштороуҙа утыҙ йыл мәктәптә балаларға әҙәбиәт серҙәрен өйрәткән Хәтирә Сәмиғулла ҡыҙы Ғиззәтуллина ҙур өлөш индерә. Музейҙың тәүге мөдире булып Сайма Тимерғәли ҡыҙы Хәйруллина эшләй. Әле был оло яуаплы вазифа Фәтих Кәрим ижадына ғашиҡ Рәйсә ханым Хафизоваға йөкмәтелгән. Мөдир, музей менән таныштырып сыҡҡас, Фәтих Кәримдең башҡорт телендә бер генә лә китабы нәшер ителмәгәнгә үкенесен белдерҙе.
Музейҙың дөйөм майҙаны – 62,4 квадрат метр. Унда 180 берәмек төп фонд һәм 132 ярҙамсы ҡомартҡы һаҡлана. Һәр кемде һоҡландырып ҡаршы алған бюсын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, скульптор Хәниф Хәбибрахманов ижад иткән.
Айыт ауылы халҡы, Бишбүләк районы етәкселәре данлыҡлы шағир Фәтих Кәрим менән ысын-ысындан ғорурлана, яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереү өлкәһендә лә күп эш башҡара.
Бишбүләк район хакимиәте тарафынан Фәтих Кәрим исемендәге премия булды­рыл­ған. Лауреаттары араһында Рәсәй Федерацияһында билдәле шәхестәр ҙә бар: Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың халыҡ рәссамы Рәшит Имашев, биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре Тимербәк Ниғмәтул­лин, шағирҙың ҡыҙы Ләлә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай.
Айыт урта мәктәбе лә Фәтих Кәрим исемен йөрөтә. Музей даими төрлө диспуттар, викториналар, тантаналы экскурсиялар үткәрә, шағирҙың тыуған һәм һәләк булған көндәрендә хәтер кисәләре ойоштора. Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбе директоры Илмир Шафиҡов фекеренсә, музей – балалар һәм өлкәндәр өсөн өҫтәмә уҡыу йорто.
– Беҙ, – ти Илмир Рәшит улы, – баш­ҡорт, татар, рус әҙәбиәте һәм тарих дәрестәрен ошонда үткәрәбеҙ. Бындағы һәр ҡомартҡы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡ­һыныу тыуҙыра, оло шәхестең тормош юлы, әҙәби эшмәкәрлеге, һуғыштағы ҡаһарманлығы йәш йөрәктәрҙә ғорурлыҡ уята. Музейҙы ҡарап сыҡҡас, беҙ ҙә быға инандыҡ. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле дуҫтар, башҡорт халҡының ҡаһарман улы, дан­лыҡ­лы шағир Фәтих Кәрим музейына!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21