Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урман ерҙәренә лә амнистия
Урман ерҙәренә лә амнистияРәсәйҙә тиҫтә йылдан ашыу ер участкаларына хоҡуҡты теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибе файҙаланыла. Халыҡ телендә уны “дача амнистияһы” тип йөрөтәләр. Хәҙер иһә ошондай уҡ тәртип урман фонды ерҙәрендәге участкаларға ла ҡағыла, ләкин ҡайһы бер ер бүлемдәре һәм уларҙағы ҡоролмалар был закондар йоғонтоһона эләкмәй. “Росреестр” мәғлүмәттәре ошо турала һөйләй.


2006 йылда 93-сө Федераль закон ғәмәлгә ингәс, дача участкалары хужалары унан файҙаланырға әллә ни ашыҡманы. Әммә 2009 йылға әүҙемлек юғары кимәлгә етте. Ул осорҙа 78 мең кеше дача, баҡса ерҙәренә, уларҙағы ҡоролмаларға милек хоҡуғын теркәгәйне. Артабан уларҙың һаны кәмей башланы. Былтыр төбәктә 20 мең, былтыр иһә ни бары биш мең кеше хоҡуғын теркәгән.
Шул уҡ ваҡытта күсемһеҙ милекте легалләштереүҙең ябайлаштырылған тәртибенә ихтыяж юҡҡа сыҡманы. Күптәр, теләге булыуға ҡарамаҫтан, “дача амнистияһы”нан файҙалана алманы, сөнки ерҙәре тулыһынса йәки өлөшләтә урман зонаһында урынлашҡайны.
Ваҡыт үтеү менән был ғәҙелһеҙлек яйға һалынды. Былтыр “урман амнистияһы” иғлан ителде. Әлегә 280-се Федераль закон мөмкинлектәренән файҙаланыусылар күп түгел. Әйткәндәй, ошо Законға ярашлы, Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәре Дәүләт урман реестры һәм төбәктәге урман планы мәғлүмәттәренә ҡарағанда өҫтөнөрәк, тип билдәләнә. Бының үҙенсәлеге нимәлә һуң? Урман реестрына ярашлы ерегеҙ урман фондына ҡараһа, ә Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәре буйынса ул бүтән категорияға, мәҫәлән, шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә бүленгән ерҙәргә инһә, бәхәс тыуҙырған участканы урман фондынан сығарасаҡтар һәм хужаһы уға милек хоҡуғын теркәйәсәк. Берҙәм дәүләт реестрында тейешле мәғлүмәттәр булмаһа, әммә улар ер хужаһындағы хоҡуҡты билдәләгән документтарҙа күрһәтелһә лә, участкаға хоҡуҡты теркәү мөмкинлеге бирелә.
Шул уҡ ваҡытта ҡағылмаған ерҙәр ҙә юҡ түгел. Беренсенән, участкаға хоҡуҡтың 2016 йылдың 1 ғинуарына тиклем барлыҡҡа килеүе шарт. Икенсенән, ул махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йәки мәҙәни мираҫ объекттары сигендә урынлашҡан, сәнәғәт, транспорт, оборона, йыһан эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән, шулай уҡ әйләнеше 2002 йылдың 24 июлендәге 101-се Федераль закон менән көйләнгән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр иҫәбенә инмәҫкә тейеш.
“Дача амнистияһы”на әйләнеп ҡайтайыҡ. Хоҡуҡты теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибе граждандарға 2001 йылдың 30 октябренә тиклем (Ер кодексы ғәмәлгә ингәнсә) шәхси ярҙамсы йәки дача хужалығын алып барыу, йәшелсәселек, баҡсасылыҡ, шәхси гараж йәки торлаҡ төҙөлөшө өсөн бирелгән ер участкаларына ғына ҡағыла. Ерҙе бүлеү тураһындағы ҡағыҙҙарҙа күрһәтелгән хоҡуҡтың төрө лә (милеккә, вариҫ булараҡ ғүмерлеккә йәки даими (срокһыҙ) файҙаланыуға) әһәмиәткә эйә. Хәйер, хоҡуҡтың төрө күрһәтелмәгән йәки уны билдәләү мөмкинлеге булмаған осраҡта ла хоҡуҡты теркәүҙең ябайлаштырылған тәртибенән файҙаланырға була.
Ғәмәлгә ингәндән алып “дача амнистияһы” байтаҡ үҙгәрештәр кисерҙе. Атап әйткәндә, 2017 йылдың 1 ғинуарынан баҡса, дача йорттарына, башҡа ҡаралтыларға хоҡуҡты теркәү алымы ҡатмарлашты. Элегерәк уларҙы декларацияға индереү ҙә етһә, былтырҙан башлап кадастр инженерына техник планға заказ бирергә кәрәк. Уның ҡарауы, шәхси торлаҡ төҙөлөшөнә бүленгән ерҙә йорт һалғандар иркен тын алып ҡалды, сөнки улар өсөн милек хоҡуғын теркәүҙең ябайлаш­тырылған тәртибе 2020 йылдың 1 мартына тиклем оҙайтылды.
Уҙған быуаттың 30 – 50-се йылдарында шәхси йорт һалыуға ла, баҡса үҫтереүгә лә бик күп ер участкаһы бүленгән. Әммә улар документ менән бөтөнләй рәсмиләштерелмәгән йәки был эш өлөшләтә генә башҡарылған. Ергә лә, йорттарға ла бер ниндәй ҙә документы булмаған кешеләр йәшәгән тотош ауылдар бар. Бындай хәлдә милек хоҡуғын алыуҙың берҙән-бер юлы – судҡа мөрәжәғәт итеү. Башта, әлбиттә, документтарҙы эҙләүҙең бөтә мөмкинлектәрен дә файҙаланып ҡарарға кәрәк. Ер комитеттарына, ауыл хакимиәттәренә мөрәжәғәт итеү ҙә артыҡ булмаҫ. Бынан тыш ер ҡоролошо, ерҙе инвентаризациялау, коллектив баҡсаларҙағы ерҙе ҡайтанан теркәү документтарын, шулай уҡ ауыл хужалығы предприятиеларын үҙгәртеп ойошторғанда ерҙе ҡабаттан бүлеү проекттарын табыу шарт.
– Күсемһеҙ милек объекттарының билдәле бер ҡатламы иғтибарҙан ситтә ҡалғайны. “Урман амнистияһы” тураһындағы закон был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Һәм һуңғыһы. Граждандарҙы йыш ҡына “Ябайлаштырылған тәртиптә милек хоҡуғын теркәү өсөн ерҙе межалау кәрәкме?” – тигән һорау борсой. Закон буйынса мотлаҡ түгел, ләкин киләсәктә күршеләрең менән ер участкаһының сигенә һәм майҙанына бәйле бәхәс тыумаһын тиһәгеҙ, быны эшләргә кәңәш ителә.


Автор: Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә