Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сәләмәт быуын – сәләмәт дәүләт
Сәләмәт быуын – сәләмәт дәүләтҺаулыҡтың ни тиклем ҙур байлыҡ икәнлеген аңлатып тораһы түгел: физик һәм рухи яҡтан сәләмәт булған кеше генә донъяның бар ҡыуаныстарын кисереп, матурлығын күреп, тулы ҡанлы тормошта йәшәй ала. Ошо көндәрҙә Өфөлә асылған “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ аҙналығы” медицина форумы ошо ябай, әммә мөһим хәҡиҡәт хаҡында тағы берҙе иҫкәртә һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡалғанын иҫбатлай.


Һәр йәһәттән күләмле форум – беҙҙең төбәктәге заман медицинаһын һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарының барыһын да берләштергән, бер майҙанда абруйлы эксперттарҙы – ғәмәли табиптарҙы, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәрен, ғалимдарҙы туплаған берҙән-бер проект, ул өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Сарала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте белгестәре, РосАтом дәүләт корпорацияһы вәкилдәре, Италия, Нидерланд, Ҡытай, Сербия илдәренән килгән ҡунаҡтар ҡатнаша. 3 апрелдән 6-һына тиклем дауам итәсәк форум-күргәҙмәлә төрлө йүнәлешле мәғлүмәт алыу менән бер рәттән, медицина яңылыҡтары менән танышырға, эшлекле тәҡдимдәр яһарға һәм алырға, белгестәр менән фекер алышырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкин. Шулай уҡ ошо көндәр эсендә ҡаланың төрлө майҙандарында биш тиҫтәгә яҡын фәнни-ғәмәли конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойоштороласаҡ. “ВДНХ-Экспо” үҙәгендә ойошторолған экспозицияла иһә Рәсәйҙең ике тиҫтәгә яҡын төбәгенән 150 алдынғы компания ҡатнаша. Бында заман талаптарына ярашлы медицина ҡорамалдары, медицина йүнәлешле изделиелар, яңы технологиялар, фәнни-сәнәғәт яңылыҡ­тары, ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау тармағындағы Рәсәйҙең һәм донъя етештереүселәренең һуңғы ҡаҙаныш­тары тәҡдим ителгән.
Ғәмәли эш алып барған табиптар өсөн дә бихисап профессиональ мөмкинлектәр тәҡдим ителгән. Медицина иҫкәртеүе, кардиология, гериатрия, акушерлыҡ һәм гинекология, гастроэнтерология, генетика, ВИЧ инфекцияһын иҫкәртеү һәм дауалау, хирургия һәм башҡа йүнәлештәр буйынса форум барышында секциялар эшләйәсәк, төрлө саралар үткәреләсәк.
Сәләмәт быуын – сәләмәт дәүләтӘйткәндәй, форум һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренең белемен, ҡараштары даирәһен, һөнәри мөмкинлектәрен киңәйтеү йәһәтенән уникаль эшлекле майҙансыҡ булһа, бында ҡәҙимге кешеләрҙең дә килеп медицина яңылыҡтары менән танышыу, өр-яңы заман аппараттарында һаулыҡ торошон тикшереү, белгестәрҙән консультациялар алыу мөмкинлеге бар. Улар өсөн “Диагностика”, “Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы”, “Кардиомодуль”, “Стоматология” күсмә мобиль комплекстары эшләй, шулай уҡ терапевт, педиатр, стоматолог, гастроэнтеролог, психолог һәм башҡа белгестәр бушлай консультациялар үткәрә. Шулай уҡ теләгән һәр кем төрлө темаларға үткәрелгән лекцияларҙы тыңлау, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән акцияларҙа ҡатнашыу, сәләмәт тормош алып барырға өйрәткән эксперттар менән әңгәмәләшеү хоҡуғына эйә.
Кисә иһә форумдың төп сараларының береһе – “Сәләмәт быуын – сәләмәт төбәк” пленар ултырышы үтте. Унда һөнәри берләшмә алдында торған иң көнүҙәк проблемалар тикшерелде, уларҙы хәл итеү юлдары барланды. Ултырыш эшендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡатнашты.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә