Һаулыҡтың ни тиклем ҙур байлыҡ икәнлеген аңлатып тораһы түгел: физик һәм рухи яҡтан сәләмәт булған кеше генә донъяның бар ҡыуаныстарын кисереп, матурлығын күреп, тулы ҡанлы тормошта йәшәй ала. Ошо көндәрҙә Өфөлә асылған “Башҡортостан Республикаһында һаулыҡ аҙналығы” медицина форумы ошо ябай, әммә мөһим хәҡиҡәт хаҡында тағы берҙе иҫкәртә һәм һаулыҡ һаҡлау мәсьәләһе һәр ваҡыт көнүҙәк булып ҡалғанын иҫбатлай.Һәр йәһәттән күләмле форум – беҙҙең төбәктәге заман медицинаһын һәм һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарының барыһын да берләштергән, бер майҙанда абруйлы эксперттарҙы – ғәмәли табиптарҙы, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе белгестәрен, ғалимдарҙы туплаған берҙән-бер проект, ул өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Сарала Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте белгестәре, РосАтом дәүләт корпорацияһы вәкилдәре, Италия, Нидерланд, Ҡытай, Сербия илдәренән килгән ҡунаҡтар ҡатнаша. 3 апрелдән 6-һына тиклем дауам итәсәк форум-күргәҙмәлә төрлө йүнәлешле мәғлүмәт алыу менән бер рәттән, медицина яңылыҡтары менән танышырға, эшлекле тәҡдимдәр яһарға һәм алырға, белгестәр менән фекер алышырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкин. Шулай уҡ ошо көндәр эсендә ҡаланың төрлө майҙандарында биш тиҫтәгә яҡын фәнни-ғәмәли конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар ойоштороласаҡ. “ВДНХ-Экспо” үҙәгендә ойошторолған экспозицияла иһә Рәсәйҙең ике тиҫтәгә яҡын төбәгенән 150 алдынғы компания ҡатнаша. Бында заман талаптарына ярашлы медицина ҡорамалдары, медицина йүнәлешле изделиелар, яңы технологиялар, фәнни-сәнәғәт яңылыҡтары, ғөмүмән, һаулыҡ һаҡлау тармағындағы Рәсәйҙең һәм донъя етештереүселәренең һуңғы ҡаҙаныштары тәҡдим ителгән.
Ғәмәли эш алып барған табиптар өсөн дә бихисап профессиональ мөмкинлектәр тәҡдим ителгән. Медицина иҫкәртеүе, кардиология, гериатрия, акушерлыҡ һәм гинекология, гастроэнтерология, генетика, ВИЧ инфекцияһын иҫкәртеү һәм дауалау, хирургия һәм башҡа йүнәлештәр буйынса форум барышында секциялар эшләйәсәк, төрлө саралар үткәреләсәк.
Әйткәндәй, форум һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренең белемен, ҡараштары даирәһен, һөнәри мөмкинлектәрен киңәйтеү йәһәтенән уникаль эшлекле майҙансыҡ булһа, бында ҡәҙимге кешеләрҙең дә килеп медицина яңылыҡтары менән танышыу, өр-яңы заман аппараттарында һаулыҡ торошон тикшереү, белгестәрҙән консультациялар алыу мөмкинлеге бар. Улар өсөн “Диагностика”, “Ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы”, “Кардиомодуль”, “Стоматология” күсмә мобиль комплекстары эшләй, шулай уҡ терапевт, педиатр, стоматолог, гастроэнтеролог, психолог һәм башҡа белгестәр бушлай консультациялар үткәрә. Шулай уҡ теләгән һәр кем төрлө темаларға үткәрелгән лекцияларҙы тыңлау, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеүгә йүнәлтелгән акцияларҙа ҡатнашыу, сәләмәт тормош алып барырға өйрәткән эксперттар менән әңгәмәләшеү хоҡуғына эйә.
Кисә иһә форумдың төп сараларының береһе – “Сәләмәт быуын – сәләмәт төбәк” пленар ултырышы үтте. Унда һөнәри берләшмә алдында торған иң көнүҙәк проблемалар тикшерелде, уларҙы хәл итеү юлдары барланды. Ултырыш эшендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡатнашты.