Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Исмаилда кемдәр йәшәй?
Исмаилда кемдәр йәшәй?Исмаил ауылында ғүмер иткән танышым хужалыҡ рәйесенең “Өфөгә яҡын урынлашҡанбыҙ, юл йөрөүе бигерәк уңайлы, оло юлға сығабыҙ ҙа баш ҡалаға елдерәбеҙ”, тип әйткәне иҫтә ҡалған. “Тимәк, етештергән тауарығыҙҙы һатыуы ла еңелдер”, – тинем. “Әлбиттә, уңайлы”, – тип раҫланы ул.

Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ғәле Мирҡасимовтың шатлығы ҙур, ғөмү­мән, эштәре яҡшы көйләнгән, әлеге ваҡытҡа килгәндә, яҙғы баҫыу мәшәҡәттәренә әҙерлек ҡыҙыу бара. Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына тигәнде иҫтә тота улар.













Исмаилда кемдәр йәшәй?Айырыуса Саҡмағош һәм Илеш ише алдынғы райондар менән сиктәш булыу һәр йәһәттән дә отошло икән. Күршеләрҙең бай тәжрибәһен өйрәнергә мөмкин, йәшерен-батырын түгел, сәмләнеү өсөн дә яйлы. Күршеләр тураһында һүҙ сыҡҡас, бына нимә тине ул:
– Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр. Илеш­тәрҙән, саҡмағоштарҙан уңдыҡ. Алыш-биреш итеү йәһәтенән дә отошло. Тағы ла мөһим бер әйбер хаҡында онот­майыҡ, хәҙер тауарыңды уңышлы итеп аҡсаға әйләндереү айырыуса мөһим. Беҙгә ҡалһа, һәр уңайлы форсатты ҡулдан ысҡындырмайбыҙ. Ә дөйөм алғанда, нимә генә тимәһендәр, ҡайҙа ла барыбер тырышлыҡ һәм уңғанлыҡ кәрәк.
Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы, “500 ферма” республика программаһында ҡатнашып, биналарын төҙөкләндергән, бүтән эштәрҙе атҡарған. Ә “Ауыл өйө” программаһы буйынса йәш белгестәр күркәм йорттар һалып ингән. 
Хужалыҡта малсылыҡты үҫтереү айырым программаға ярашлы ойошторолған, унда 200-ҙән ашыу кеше эшләй.
Исмаилда кемдәр йәшәй?– Былтыр 40977 центнер һөт етештерелде, 2016 йылға ҡарағанда 1386 гектарға күберәк, – тине хужалыҡ рәйесе. – Тулайым һатҡан 30424 центнер һөттөң 97 проценты юғары сортлы ине. Шул уҡ ваҡытта 3370 центнер ит етештерелде. Тоҡомло ун баш үгеҙ малы һатылды, бер баш малдың хаҡы – 81600 һум. Быйыл иһә тоҡомло 100 баш тана һатып алырға уйлайбыҙ. Малсылыҡ тармағында бынан да юғарыраҡ күрһәт­кестәргә өлгәшергә мөмкинлектәр бар.
“Эшләһәң, эш ҡарышмай” тигән мәҡәл бар халыҡта. Ысынында, Вәлиевтәр барыһына ла өлгө күрһәтә, маяҡ ролен үтәй.
Ҡайтырға юлланғанда эңер яҡын­лашҡайны, уның ҡарауы, хужалыҡта эштәр артабан да дауам итә ине. Киләсәккә ҡарап йәшәгәндәр генә тулы ҡанлы тормошта йәшәйҙер, моғайын да.

Дүртөйлө районы.


Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә