Исмаил ауылында ғүмер иткән танышым хужалыҡ рәйесенең “Өфөгә яҡын урынлашҡанбыҙ, юл йөрөүе бигерәк уңайлы, оло юлға сығабыҙ ҙа баш ҡалаға елдерәбеҙ”, тип әйткәне иҫтә ҡалған. “Тимәк, етештергән тауарығыҙҙы һатыуы ла еңелдер”, – тинем. “Әлбиттә, уңайлы”, – тип раҫланы ул.Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Ғәле Мирҡасимовтың шатлығы ҙур, ғөмүмән, эштәре яҡшы көйләнгән, әлеге ваҡытҡа килгәндә, яҙғы баҫыу мәшәҡәттәренә әҙерлек ҡыҙыу бара. Киләсәккә нигеҙ бөгөн һалына тигәнде иҫтә тота улар.
Айырыуса Саҡмағош һәм Илеш ише алдынғы райондар менән сиктәш булыу һәр йәһәттән дә отошло икән. Күршеләрҙең бай тәжрибәһен өйрәнергә мөмкин, йәшерен-батырын түгел, сәмләнеү өсөн дә яйлы. Күршеләр тураһында һүҙ сыҡҡас, бына нимә тине ул:
– Күрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиҙәр. Илештәрҙән, саҡмағоштарҙан уңдыҡ. Алыш-биреш итеү йәһәтенән дә отошло. Тағы ла мөһим бер әйбер хаҡында онотмайыҡ, хәҙер тауарыңды уңышлы итеп аҡсаға әйләндереү айырыуса мөһим. Беҙгә ҡалһа, һәр уңайлы форсатты ҡулдан ысҡындырмайбыҙ. Ә дөйөм алғанда, нимә генә тимәһендәр, ҡайҙа ла барыбер тырышлыҡ һәм уңғанлыҡ кәрәк.
Вәлиев исемендәге тоҡомсолоҡ заводы, “500 ферма” республика программаһында ҡатнашып, биналарын төҙөкләндергән, бүтән эштәрҙе атҡарған. Ә “Ауыл өйө” программаһы буйынса йәш белгестәр күркәм йорттар һалып ингән.
Хужалыҡта малсылыҡты үҫтереү айырым программаға ярашлы ойошторолған, унда 200-ҙән ашыу кеше эшләй.
– Былтыр 40977 центнер һөт етештерелде, 2016 йылға ҡарағанда 1386 гектарға күберәк, – тине хужалыҡ рәйесе. – Тулайым һатҡан 30424 центнер һөттөң 97 проценты юғары сортлы ине. Шул уҡ ваҡытта 3370 центнер ит етештерелде. Тоҡомло ун баш үгеҙ малы һатылды, бер баш малдың хаҡы – 81600 һум. Быйыл иһә тоҡомло 100 баш тана һатып алырға уйлайбыҙ. Малсылыҡ тармағында бынан да юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлектәр бар.
“Эшләһәң, эш ҡарышмай” тигән мәҡәл бар халыҡта. Ысынында, Вәлиевтәр барыһына ла өлгө күрһәтә, маяҡ ролен үтәй.
Ҡайтырға юлланғанда эңер яҡынлашҡайны, уның ҡарауы, хужалыҡта эштәр артабан да дауам итә ине. Киләсәккә ҡарап йәшәгәндәр генә тулы ҡанлы тормошта йәшәйҙер, моғайын да.
Дүртөйлө районы.