Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йөҙ йәшә, апайым…
Йөҙ йәшә, апайым…Сит-ят кеше яҡын була ла,
Яҡын дуҫтар дошман
була ла…
(Йырҙан).
Азия Кусимова менән беҙ күптән таныш. Хәйер, Өфөлә, Әбйәлилдә уны белмәгән берәйһе бармы икән? Был юлы иһә яҙмыш беҙҙе башҡасараҡ, икенсе шарттарҙа тап иттерҙе.

Улым ҡаты ауырып киткәс, баш ҡалаға операцияға килдек, бер кискә генә Азия апайҙа туҡталдыҡ… һәм мин бер айға тиерлек унда тороп ҡалдым. Быға тиклем дә уның бик күп кешелек сифаттарын белә инем. Азия Хажим ҡыҙы һәр саҡ тормош ур­таһында ҡайнап йәшәй: яҡташ­тары өсөн алыштырғыһыҙ ойоштороусы, ярҙам ҡулы һуҙыусы, әле ниндәйҙер йыйынтыҡ әҙерләшә, әбйәлилдәрҙең эшен күрһәтер саралар үткәрә, кемделер ауыр хәлдән сығарыша… Ә бит бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә, хатта бәғзе бер сит илдәрҙә таралыу һәм танылыу алған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыуына нигеҙ һалыусы ла ул. Азия Хажим ҡыҙы 1952 йылда, әле үҙе йәш кенә сағында, “Әйҙәгеҙ, әбйәлилдәр, бер осрашып, тынысланып ала­йыҡ әле” тигән башланғыс менән сығыш яһай. Тәүге осрашыуға баш ҡалала уҡып йөрөгән ун биш студент йыйыла. Улар араһында педагогия институты студенттары Нәғим Ишбулатов, Хәлижә Өмөт­баева, Ким Әхмәтйәнов, Таң­һылыу Кусимова, Мөхәмәтйән Хисмәтов, Тәңребирҙе Муллағәл­ләмов һәм башҡалар була.
– Ленин урамындағы фотоателье эргәһендә йыйылдыҡ, – тип хәтерләй Азия апай. – Унда элек “Детский мир” магазины ла була торғайны. Унан һуң тәбиғәт ҡосағына сыҡтыҡ…
Бер район студенттары шулай яҡындан аралаша башлай: музейҙарға, күргәҙмәләргә бара, театрҙарға йөрөй, “Аулаҡ өй”ҙәр ойоштора. Тора-бара осрашыу-аралашыуҙар киңерәк төҫ ала, уларҙа Өфөлә эшләп йөрөгән яҡташтар ҙа ҡатнаша башлай.
Былары һүҙ ыңғайында ғына. Ә һөйләргә теләгәнем – Әбйәлил­дең данлы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар республиканың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Азия апай хаҡында.
Күп балалы, татыу Бибиәсмә менән Хажим Кусимовтар ғаилә­һендә тыуып үҫә ул. Кусимов­тарҙың һәр береһе тураһында айырым бер китап яҙырлыҡ: улар барыһы ла лайыҡлы тормош юлы үткән абруйлы кешеләр. Атай-ағайҙары, һеңлеләре кеүек Азия Хажим ҡыҙы ла рухлы, ил, милләт тип янып йәшәгән кеше. Ауыр һуғыш йылдарында тормоштоң әсе-сөсөһөн етерлек татыған, һуңынан да яҙмыш һынауҙарын үткән шәхесте ауырлыҡтар һындыра алмаған: былтыр 85 йәшен тултырған апай бөгөн дә өйөндә бикләнеп ултырмай, баш ҡалала уҙғарылған сараларҙың береһен дә ҡалдырмай. Әленән-әле уға райондан шылтыраталар, теге йәки был тантананы үткәреү буйынса кәңәш һорайҙар йәки кемгә лә булһа Өфөлә йәшәгән яҡташтың адресы, телефоны кәрәк була, берәй актер йә рәссамдың тыуған көнөнә бүләк һайлаумы, ҡотлаумы – бында ла Азия апай “Ашығыс ярҙам” ролен үтәй.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәм­ғиәтендә төрлө йылдарҙа ғали­мәләр Нәжибә Мәҡсүтова, Фир­ҙәүес Хисамитдинова, шағирә Гүзәл Ситдыҡова, сәсәниә Роза­лиә Солтангәрәева етәкселек итте. Ә урынбаҫар булып Азия Кусимова эшләне. Күҙҙәренә операция яһатырға булғас ҡына, 2016 йылда, урынбаҫарлыҡтан китте, әммә бөгөн дә, йәмғиәт ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштә­рендә әүҙем ҡатнаша.
– Элекке йонсоу тормошто хәтерләһәң, бөгөн шөкөр итергә генә ҡала. Мин, хәйер, бөтә ҡыҙ туғандарым кейенергә яраттыҡ. Ә кейем юҡ. Тормош та еңелдән түгел. Умырзая йыйып, дарыу­ханаға тапшырабыҙ ҙа марля алабыҙ. Әсәй уны крахмаллай. Шул марлянан блузка, күлдәк тегәм. Бер ваҡыт өләсәй, әсәй, мин еләккә киттек. Ниәтебеҙ – уны Магнит ҡалаһына алып барып һатып, кәрәк-яраҡ алыу. Күпмелер йөрөгәс, әсәйем: “Көлсә ҡайҙа?” – тип һорай. Эҙләйбеҙ – юҡ. Баҡтиһәң, көлсә төшөп ҡалған. Астан-ас йөрөп ҡайтырға тура килде. Ә былай атай менән әсәй беҙҙе асыҡтырмаҫ өсөн бик тырышты. Картуфты күп үҫтерә инек, баҙ туп-тулы була торғайны. Һабынды ла әсәй үҙе ҡайнатты. Һыйыр, һарыҡтар тоттоҡ, ләкин тотош халыҡҡа төшкән нужа, әлбиттә, беҙҙе лә урап үтмәне, – тип хәтерләй апай.
…Азия туғандары артынан Өфөгә юллана, бәләкәй генә көйөнсә хеҙмәт юлын башлай, үҫә төшкәс, финанс техникумына уҡырға инә. Һуңынан төрлө ойошмаларҙа инспектор, ревизор, бухгалтер булып эшләй, артабан белем үҫтерергә кәрәкле­ген аңлап, ситтән тороп институт тамамлай. Ҡыҫҡаһы, үҙ яҙмышын үҙе ҡора.
Тормошҡа сыҡҡас, алмалай ике ҡыҙҙары донъяға килә. Өлкәне Гүзәл институт тамамлап, ғаилә­һе менән үҙаллы йәшәй баш­лағас, фажиғәле һәләк була. Ике улы, Булат менән Азат, етем ҡала. Ҡайғынан бөгөлөп төшкән Азия Хажим ҡыҙына ҡасандыр үҙе эшкә өйрәткән дуҫтары ярҙамға килә: витамин заводында эшләп, 45 йәштә генә хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатынға яңы эшкә урынлашырға ярҙам итәләр.
– Миңә һәр ваҡыт яҡшы кешеләр осрап ҡына торҙо. Улар ҡыйынлыҡтарҙы еңергә булышты, уларға ҡарап мин дә үҫкәнмендер, тим. Хәсрәтемде эш менән баҫтым. Кейәү бала­ҡайға малайҙарҙы үҫтерешергә ярҙам иттем, – ти ул.
Азия апайҙың кесе ҡыҙы Айһылыу иһә ғаиләһе менән Өфөлә тора, айырым йортта бынамын итеп йәшәйҙәр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 694

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 825

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 768

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 478

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 101

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 044

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 777

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 871