Сит-ят кеше яҡын була ла,
Яҡын дуҫтар дошман
була ла…
(Йырҙан).
Азия Кусимова менән беҙ күптән таныш. Хәйер, Өфөлә, Әбйәлилдә уны белмәгән берәйһе бармы икән? Был юлы иһә яҙмыш беҙҙе башҡасараҡ, икенсе шарттарҙа тап иттерҙе.
Улым ҡаты ауырып киткәс, баш ҡалаға операцияға килдек, бер кискә генә Азия апайҙа туҡталдыҡ… һәм мин бер айға тиерлек унда тороп ҡалдым. Быға тиклем дә уның бик күп кешелек сифаттарын белә инем. Азия Хажим ҡыҙы һәр саҡ тормош уртаһында ҡайнап йәшәй: яҡташтары өсөн алыштырғыһыҙ ойоштороусы, ярҙам ҡулы һуҙыусы, әле ниндәйҙер йыйынтыҡ әҙерләшә, әбйәлилдәрҙең эшен күрһәтер саралар үткәрә, кемделер ауыр хәлдән сығарыша… Ә бит бөгөн Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә, хатта бәғзе бер сит илдәрҙә таралыу һәм танылыу алған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” осрашыуына нигеҙ һалыусы ла ул. Азия Хажим ҡыҙы 1952 йылда, әле үҙе йәш кенә сағында, “Әйҙәгеҙ, әбйәлилдәр, бер осрашып, тынысланып алайыҡ әле” тигән башланғыс менән сығыш яһай. Тәүге осрашыуға баш ҡалала уҡып йөрөгән ун биш студент йыйыла. Улар араһында педагогия институты студенттары Нәғим Ишбулатов, Хәлижә Өмөтбаева, Ким Әхмәтйәнов, Таңһылыу Кусимова, Мөхәмәтйән Хисмәтов, Тәңребирҙе Муллағәлләмов һәм башҡалар була.
– Ленин урамындағы фотоателье эргәһендә йыйылдыҡ, – тип хәтерләй Азия апай. – Унда элек “Детский мир” магазины ла була торғайны. Унан һуң тәбиғәт ҡосағына сыҡтыҡ…
Бер район студенттары шулай яҡындан аралаша башлай: музейҙарға, күргәҙмәләргә бара, театрҙарға йөрөй, “Аулаҡ өй”ҙәр ойоштора. Тора-бара осрашыу-аралашыуҙар киңерәк төҫ ала, уларҙа Өфөлә эшләп йөрөгән яҡташтар ҙа ҡатнаша башлай.
Былары һүҙ ыңғайында ғына. Ә һөйләргә теләгәнем – Әбйәлилдең данлы ҡыҙы, оҙаҡ йылдар республиканың ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе урынбаҫары булып эшләгән Азия апай хаҡында.
Күп балалы, татыу Бибиәсмә менән Хажим Кусимовтар ғаиләһендә тыуып үҫә ул. Кусимовтарҙың һәр береһе тураһында айырым бер китап яҙырлыҡ: улар барыһы ла лайыҡлы тормош юлы үткән абруйлы кешеләр. Атай-ағайҙары, һеңлеләре кеүек Азия Хажим ҡыҙы ла рухлы, ил, милләт тип янып йәшәгән кеше. Ауыр һуғыш йылдарында тормоштоң әсе-сөсөһөн етерлек татыған, һуңынан да яҙмыш һынауҙарын үткән шәхесте ауырлыҡтар һындыра алмаған: былтыр 85 йәшен тултырған апай бөгөн дә өйөндә бикләнеп ултырмай, баш ҡалала уҙғарылған сараларҙың береһен дә ҡалдырмай. Әленән-әле уға райондан шылтыраталар, теге йәки был тантананы үткәреү буйынса кәңәш һорайҙар йәки кемгә лә булһа Өфөлә йәшәгән яҡташтың адресы, телефоны кәрәк була, берәй актер йә рәссамдың тыуған көнөнә бүләк һайлаумы, ҡотлаумы – бында ла Азия апай “Ашығыс ярҙам” ролен үтәй.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтендә төрлө йылдарҙа ғалимәләр Нәжибә Мәҡсүтова, Фирҙәүес Хисамитдинова, шағирә Гүзәл Ситдыҡова, сәсәниә Розалиә Солтангәрәева етәкселек итте. Ә урынбаҫар булып Азия Кусимова эшләне. Күҙҙәренә операция яһатырға булғас ҡына, 2016 йылда, урынбаҫарлыҡтан китте, әммә бөгөн дә, йәмғиәт ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.
– Элекке йонсоу тормошто хәтерләһәң, бөгөн шөкөр итергә генә ҡала. Мин, хәйер, бөтә ҡыҙ туғандарым кейенергә яраттыҡ. Ә кейем юҡ. Тормош та еңелдән түгел. Умырзая йыйып, дарыуханаға тапшырабыҙ ҙа марля алабыҙ. Әсәй уны крахмаллай. Шул марлянан блузка, күлдәк тегәм. Бер ваҡыт өләсәй, әсәй, мин еләккә киттек. Ниәтебеҙ – уны Магнит ҡалаһына алып барып һатып, кәрәк-яраҡ алыу. Күпмелер йөрөгәс, әсәйем: “Көлсә ҡайҙа?” – тип һорай. Эҙләйбеҙ – юҡ. Баҡтиһәң, көлсә төшөп ҡалған. Астан-ас йөрөп ҡайтырға тура килде. Ә былай атай менән әсәй беҙҙе асыҡтырмаҫ өсөн бик тырышты. Картуфты күп үҫтерә инек, баҙ туп-тулы була торғайны. Һабынды ла әсәй үҙе ҡайнатты. Һыйыр, һарыҡтар тоттоҡ, ләкин тотош халыҡҡа төшкән нужа, әлбиттә, беҙҙе лә урап үтмәне, – тип хәтерләй апай.
…Азия туғандары артынан Өфөгә юллана, бәләкәй генә көйөнсә хеҙмәт юлын башлай, үҫә төшкәс, финанс техникумына уҡырға инә. Һуңынан төрлө ойошмаларҙа инспектор, ревизор, бухгалтер булып эшләй, артабан белем үҫтерергә кәрәклеген аңлап, ситтән тороп институт тамамлай. Ҡыҫҡаһы, үҙ яҙмышын үҙе ҡора.
Тормошҡа сыҡҡас, алмалай ике ҡыҙҙары донъяға килә. Өлкәне Гүзәл институт тамамлап, ғаиләһе менән үҙаллы йәшәй башлағас, фажиғәле һәләк була. Ике улы, Булат менән Азат, етем ҡала. Ҡайғынан бөгөлөп төшкән Азия Хажим ҡыҙына ҡасандыр үҙе эшкә өйрәткән дуҫтары ярҙамға килә: витамин заводында эшләп, 45 йәштә генә хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатынға яңы эшкә урынлашырға ярҙам итәләр.
– Миңә һәр ваҡыт яҡшы кешеләр осрап ҡына торҙо. Улар ҡыйынлыҡтарҙы еңергә булышты, уларға ҡарап мин дә үҫкәнмендер, тим. Хәсрәтемде эш менән баҫтым. Кейәү балаҡайға малайҙарҙы үҫтерешергә ярҙам иттем, – ти ул.
Азия апайҙың кесе ҡыҙы Айһылыу иһә ғаиләһе менән Өфөлә тора, айырым йортта бынамын итеп йәшәйҙәр.