Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Краснокамалар һынатмай
Краснокамалар һынатмайБыйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһендә республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән 59 педагог көс һынашты. Бәйге ике турҙа үтте. Тәүгеһендә уҡытыусыларҙың асыҡ дәрестәре ҡаралды, алдан уҡ ебәрелгән эштәре баһаланды, дәрестәренә анализ бирелде. Икенсе этапта уҡытыусылар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Иң күп мәрәй йыйған 34 бәйгесе оҫталыҡ класы аша үҙҙәренең педагогик эшмәкәрлегендә ҡулланған иң әһәмиәтле алымдарын күрһәтте, лекция менән сығыш яһаны.
Абруйлы бәйгелә Краснокама районының Яңы Нуғай урта мәктәбе уҡытыусыһы Регина Ғибәҙуллина ла ҡатнашты. Ул “Минең визиткам” конкурсында баһалама ағзаларын мәктәбе, үҙенең педагогик эшмәкәрлеге менән шиғыр юлдары аша таныштырҙы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” темаһы буйынса инновацион проектын яҡланы.
Регина Айҙар ҡыҙының икенсе турҙа “Дәрестә уҡыусыларҙа тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү алымдары” темаһына уҙғарылған дәресе бер кемде лә битараф ҡалдырманы, уҡытыусы ҡулланған методик алымдар жюри ағзалары тарафынан юғары баһаланды.
Бәйгене ябыу тантанаһы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙғарылды. Регина Ғибәҙуллина “Өмөтлө киләсәк” номинацияһында еңеү яуланы, Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм диплом менән бүләкләнде.
Бындай юғары кимәлдәге бәйгелә ҡатнашыу еңел эш түгел. Бының өсөн тәүге сиратта юғары һәм төплө белем, ныҡышмалылыҡ һәм маҡсатҡа өлгәшеү теләге кәрәк. Был йәһәттән Регина Айҙар ҡыҙына “Афарин!” тип әйтәһе генә ҡала.
Марат МОРАТОВ.
Краснокама районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә