Быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” төбәк-ара бәйгеһендә республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан, Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән 59 педагог көс һынашты. Бәйге ике турҙа үтте. Тәүгеһендә уҡытыусыларҙың асыҡ дәрестәре ҡаралды, алдан уҡ ебәрелгән эштәре баһаланды, дәрестәренә анализ бирелде. Икенсе этапта уҡытыусылар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Иң күп мәрәй йыйған 34 бәйгесе оҫталыҡ класы аша үҙҙәренең педагогик эшмәкәрлегендә ҡулланған иң әһәмиәтле алымдарын күрһәтте, лекция менән сығыш яһаны.
Абруйлы бәйгелә Краснокама районының Яңы Нуғай урта мәктәбе уҡытыусыһы Регина Ғибәҙуллина ла ҡатнашты. Ул “Минең визиткам” конкурсында баһалама ағзаларын мәктәбе, үҙенең педагогик эшмәкәрлеге менән шиғыр юлдары аша таныштырҙы, “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү” темаһы буйынса инновацион проектын яҡланы.
Регина Айҙар ҡыҙының икенсе турҙа “Дәрестә уҡыусыларҙа тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү алымдары” темаһына уҙғарылған дәресе бер кемде лә битараф ҡалдырманы, уҡытыусы ҡулланған методик алымдар жюри ағзалары тарафынан юғары баһаланды.
Бәйгене ябыу тантанаһы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында уҙғарылды. Регина Ғибәҙуллина “Өмөтлө киләсәк” номинацияһында еңеү яуланы, Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы һәм диплом менән бүләкләнде.
Бындай юғары кимәлдәге бәйгелә ҡатнашыу еңел эш түгел. Бының өсөн тәүге сиратта юғары һәм төплө белем, ныҡышмалылыҡ һәм маҡсатҡа өлгәшеү теләге кәрәк. Был йәһәттән Регина Айҙар ҡыҙына “Афарин!” тип әйтәһе генә ҡала.
Марат МОРАТОВ.
Краснокама районы.