Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күршеләргә барҙыҡ
Октябрьский Туймазы районы биләмәһендә урынлашһа ла, уның үҙ хакимиәте, үҙ етәксеһе. Шулай булһа ла, ошо ике ҡала араһы бик алыҫ, түгел, ярты сәғәтлек юл ғына айыра. Беҙҙең студенттар күрше ҡалаға йөрөп уҡый, уларҙыҡы беҙҙә белем ала.

Шулай уҡ күп кенә эшселәр ҙә төрлө ойошмаларҙа хеҙмәт итә. Күршеләрҙең хәлдәре нисек, ниндәй яңылыҡтары бар икәнен шулай белеп, күреп торабыҙ. Уларҙың ҡала башҡорт­тары ҡоролтайы ултырышына саҡырыуын шатланып ҡабул иттек. Бер төркөм “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары йыйынып, ашҡынып барҙыҡ осра­шыуға. Өфөнән дә ҡунаҡтар килгәйне.
Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Исхаҡов, ултырышты асып, ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты, уҡытыусыларҙың төрлө һорауҙарына төплө яуап бирҙе. Үҙ сиратында Рәйсә Абдрахман ҡыҙы һуңғы арала уҡытыусыларҙың иңенә яуаплы һынауҙар төшөүен, төрлө тикшереүҙәрҙе лайыҡлы үтеүҙәрен, белем биреүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙәрен юғары баһаланы, киләсәктә лә уңыштар теләне. Әммә шул уҡ ваҡытта белемдәрен һәр ваҡыт камиллаштырып тороуҙарын, закондарҙы белеүҙәрен, үҙҙәренең хоҡуҡтарын кәрәк ваҡытта яҡлай алыуҙарын да билдәләне.
Уҡытыусылар яңы дәреслектәр, уларҙың кимәле хаҡындағы һорау­ҙарға яуап та алды. Сәғәттәр кәмеүенең балаларға белемде тейешле кимәлдә биреүгә кире йоғонто яһауы ла телгә алынды.
– Әммә был күңелде төшөрөргә, ең һыҙғанып эшләйһе урынға, ҡул һелтәргә тигәнде аңлатмай. Ниндәй осраҡта ла, нисек ауыр булһа ла, киләсәк быуын, Тыуған илебеҙ хаҡына, балаларға туған телдә белем биреүҙе дауам итергә бурыслы, сөнки беҙ – туған тел һағында тороусылар, – тине Р. Күзбәкова. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын ҡарарға, тейешле органдарға етке­рергә вәғәҙә бирҙе Өфө ҡунаҡтары.
Артабан республикала “Ағинәйҙәр ҡоро”н ойоштороп, йыл дауамында төрлө сараларҙы юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ иткән “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева һүҙ алды. Ул республиканың төньяҡ-көнбайышында ла “Ағинәйҙәр ҡоро”н ойошторорға ваҡыт етеүен билдәләне. Туймазы ҡалаһы һәм районы ағинәйҙәренең бик әүҙем эшләүен, районда ғына түгел, республика кимәлендәге төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын, призлы урындар яулауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Милли кейем кейгән, боронғо биҙәүестәргә өҫтөнлөк биргән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөгөн күбәйә барыуы – ҡыуаныслы хәл. Ғаилә ҡотон, усағын һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һуңғы арала балаларыбыҙҙы тәрбиәләүгә, матур ғаиләнең ил ҡото булыуына тос өлөш индереүе, төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләүе йәшәйешебеҙҙе ҡотайта ғына. Әсәй-өләсәйҙәр, ағинәйҙәр бала табыусы ғына түгел, улар балаларына тәрбиә, белем биреүсе лә. Милли йолалары­быҙҙы тергеҙәйек, уларҙы киләсәк быуындарға еткерәйек, – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Фәһемле һөйләшеүҙән һуң сарала ҡатнашыусылар бер тауыштан 8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллинаны Октябрьский ҡалаһының “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе итеп һайланы. Гөлфиә Янбаева уға ойошманың таныҡлығын тапшырҙы.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә ҡунаҡтарҙы Халыҡтар дуҫлығы йортонда ҡаланың “Ынйылар” ансамбле ағзалары тарафынан әҙерләнгән сағыу йөкмәткеле концерт програм­маһы көтә ине. Унда өлкәндәр менән бер рәттән уҡыусы балаларҙың һәм колледж студенттарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, башҡорт телендә аһәңле шиғыр һөйләүҙәре ҡыуандырҙы. “Ынйылар” ансамбле ағзалары (етәксеһе Дилбәр Фәхрет­динова) милли йолаларҙан өҙөктәр ҙә күрһәтте. Тамаша халыҡ күңеленә хуш килде. Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Исхаҡов һәр ансамбль ағзаһына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Туймазы ҡалаһы ағинәйҙәре лә сәхнәгә күтәрелеп, сарала ҡатнашыу­ҙарына, ниһайәт, күршеләрҙә лә ағинәйҙәр ҡоро ойошторолоуына шат булыуҙарын белдерҙе, киләсәктә бергә-бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп, аралашып йәшәргә саҡырҙы.
Өфө ҡунаҡтары иһә был төбәккә юҡҡа килмәүҙәрен, асыҡтан-асыҡ
һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалыуҙарын, яңы дуҫтар табыуҙарын билдәләне. Киләсәккә яңы пландар ҡороп, бер-береһенә юғары үрҙәр, уңыштар теләп таралышты фәһемле һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар.

Гөлмирә БИКБУЛАТОВА,
уҡытыусы.


Туймазы ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә