Күршеләргә барҙыҡ28.03.2018
Октябрьский Туймазы районы биләмәһендә урынлашһа ла, уның үҙ хакимиәте, үҙ етәксеһе. Шулай булһа ла, ошо ике ҡала араһы бик алыҫ, түгел, ярты сәғәтлек юл ғына айыра. Беҙҙең студенттар күрше ҡалаға йөрөп уҡый, уларҙыҡы беҙҙә белем ала.
Шулай уҡ күп кенә эшселәр ҙә төрлө ойошмаларҙа хеҙмәт итә. Күршеләрҙең хәлдәре нисек, ниндәй яңылыҡтары бар икәнен шулай белеп, күреп торабыҙ. Уларҙың ҡала башҡорттары ҡоролтайы ултырышына саҡырыуын шатланып ҡабул иттек. Бер төркөм “Ағинәйҙәр ҡоро” ағзалары йыйынып, ашҡынып барҙыҡ осрашыуға. Өфөнән дә ҡунаҡтар килгәйне.
Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Исхаҡов, ултырышты асып, ҡунаҡтарҙы сәләмләне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Рәйсә Күзбәкова, “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашты, уҡытыусыларҙың төрлө һорауҙарына төплө яуап бирҙе. Үҙ сиратында Рәйсә Абдрахман ҡыҙы һуңғы арала уҡытыусыларҙың иңенә яуаплы һынауҙар төшөүен, төрлө тикшереүҙәрҙе лайыҡлы үтеүҙәрен, белем биреүҙә яҡшы күрһәткестәргә өлгәшеүҙәрен юғары баһаланы, киләсәктә лә уңыштар теләне. Әммә шул уҡ ваҡытта белемдәрен һәр ваҡыт камиллаштырып тороуҙарын, закондарҙы белеүҙәрен, үҙҙәренең хоҡуҡтарын кәрәк ваҡытта яҡлай алыуҙарын да билдәләне.
Уҡытыусылар яңы дәреслектәр, уларҙың кимәле хаҡындағы һорауҙарға яуап та алды. Сәғәттәр кәмеүенең балаларға белемде тейешле кимәлдә биреүгә кире йоғонто яһауы ла телгә алынды.
– Әммә был күңелде төшөрөргә, ең һыҙғанып эшләйһе урынға, ҡул һелтәргә тигәнде аңлатмай. Ниндәй осраҡта ла, нисек ауыр булһа ла, киләсәк быуын, Тыуған илебеҙ хаҡына, балаларға туған телдә белем биреүҙе дауам итергә бурыслы, сөнки беҙ – туған тел һағында тороусылар, – тине Р. Күзбәкова. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын ҡарарға, тейешле органдарға еткерергә вәғәҙә бирҙе Өфө ҡунаҡтары.
Артабан республикала “Ағинәйҙәр ҡоро”н ойоштороп, йыл дауамында төрлө сараларҙы юғары кимәлдә үткәреүгә булышлыҡ иткән “Киске Өфө” гәзите мөхәррире Гөлфиә Янбаева һүҙ алды. Ул республиканың төньяҡ-көнбайышында ла “Ағинәйҙәр ҡоро”н ойошторорға ваҡыт етеүен билдәләне. Туймазы ҡалаһы һәм районы ағинәйҙәренең бик әүҙем эшләүен, районда ғына түгел, республика кимәлендәге төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙарын, призлы урындар яулауҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Милли кейем кейгән, боронғо биҙәүестәргә өҫтөнлөк биргән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бөгөн күбәйә барыуы – ҡыуаныслы хәл. Ғаилә ҡотон, усағын һаҡлаған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һуңғы арала балаларыбыҙҙы тәрбиәләүгә, матур ғаиләнең ил ҡото булыуына тос өлөш индереүе, төрлө сетерекле хәлдәрҙән сығыу юлдарын эҙләүе йәшәйешебеҙҙе ҡотайта ғына. Әсәй-өләсәйҙәр, ағинәйҙәр бала табыусы ғына түгел, улар балаларына тәрбиә, белем биреүсе лә. Милли йолаларыбыҙҙы тергеҙәйек, уларҙы киләсәк быуындарға еткерәйек, – тине Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы.
Фәһемле һөйләшеүҙән һуң сарала ҡатнашыусылар бер тауыштан 8-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөлфиә Сафиуллинаны Октябрьский ҡалаһының “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе итеп һайланы. Гөлфиә Янбаева уға ойошманың таныҡлығын тапшырҙы.
Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә ҡунаҡтарҙы Халыҡтар дуҫлығы йортонда ҡаланың “Ынйылар” ансамбле ағзалары тарафынан әҙерләнгән сағыу йөкмәткеле концерт программаһы көтә ине. Унда өлкәндәр менән бер рәттән уҡыусы балаларҙың һәм колледж студенттарының моңло йырҙары, дәртле бейеүҙәре, башҡорт телендә аһәңле шиғыр һөйләүҙәре ҡыуандырҙы. “Ынйылар” ансамбле ағзалары (етәксеһе Дилбәр Фәхретдинова) милли йолаларҙан өҙөктәр ҙә күрһәтте. Тамаша халыҡ күңеленә хуш килде. Октябрьский ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ринат Исхаҡов һәр ансамбль ағзаһына Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Туймазы ҡалаһы ағинәйҙәре лә сәхнәгә күтәрелеп, сарала ҡатнашыуҙарына, ниһайәт, күршеләрҙә лә ағинәйҙәр ҡоро ойошторолоуына шат булыуҙарын белдерҙе, киләсәктә бергә-бергә, ҡулға-ҡул тотоношоп, аралашып йәшәргә саҡырҙы.
Өфө ҡунаҡтары иһә был төбәккә юҡҡа килмәүҙәрен, асыҡтан-асыҡ
һөйләшеүҙән ҡәнәғәт ҡалыуҙарын, яңы дуҫтар табыуҙарын билдәләне. Киләсәккә яңы пландар ҡороп, бер-береһенә юғары үрҙәр, уңыштар теләп таралышты фәһемле һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар.
Гөлмирә БИКБУЛАТОВА,
уҡытыусы.
Туймазы ҡалаһы.