Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мөхәббәт байрамының мөхәббәт тарихы
Мөхәббәт байрамының мөхәббәт тарихыКем әйтмешләй, башта һүҙ булды. Бынан бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡта үҙебеҙсә, саф башҡортса йәштәрҙе берләштерерҙәй байрам ойошторорға тигән идея яралғас, әлбиттә, “кем һеҙгә егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы башҡаларҙан айырырға ҡушты?” тип ҡаршы төшөүселәр ҙә табылманы түгел. Мөхәббәт байрамы мөхәббәт тарихы һымаҡ шулай ҡаршылыҡтар, һынауҙар аша үҫте.


Шөкөр, айырылманы йәштәр, дөйөм ил киләсәге өсөн яна, үҙ милләтенең йола-ҡанундарына таянып, киреһенсә, ошо байрам нигеҙендә улар сит-ят ҡанун-йолаларҙан һаҡлана ла әле. Ә байрамға килгәндә, ул да йәшәй. Йәшәй генәме, быйыл республика кимәленә сыҡты “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы, ҡатнашыусылар иһә хатта сит өлкәнән килде. Башҡортостанда Ғаилә йылы иғлан ителеүе йәнә был сараның мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе.
“Ете ҡыҙ” легендаһына нигеҙләнеп ярал­ған “Етегән”дең сираттағыһы йо­ланың бигерәк тә нығыныуын иҫбат­ланы. Йола тигәндән, унда нәҡ халҡы­быҙҙың ғаилә институтын үҫтереүсе һәм нығытыусы күренештәрҙең тергеҙелеүенә шаһит булдыҡ. Вәғәҙә, һөйөүеңде белдереү, тоғролоҡ ҡанун­дары – барыһы ла сағылды байрам­дағы конкурс-уйындарҙа. Шул уҡ парлы бейеүҙәрҙе генә алайыҡ – һуң парлашып бейеү, парлашып йәшәү ир менән ҡатындың бер бөтөн икәнлеген һөйләй түгелме ни? Ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә мәҙәни хазина өлгөләре!
Шуныһы ла ҡиммәт: был байрам йәштәребеҙҙең берҙәмлеген һәм әүҙемлеген дә күрһәтте. Урамда оҫта итеп ойошторолған флэшмоб тура­һында ғына түгел һүҙем, 150-нән ашыу эш килде быйыл конкурстарға – кемдер матур итеп фильм төшөрә белә, кемдер – нәфис һүҙ оҫтаһы, бейеүсе, йырсы... Һай, талантлы ла һуң егет-ҡыҙҙарыбыҙ! Йәштәр генәме, кәңәштәрен бирер аҡһаҡалдар, инәйҙәр ҙә (ағинәйҙәр) гөрләне бергә был байрамда. Хәйер, арабыҙҙа өлгө күрһәтерҙәй оло быуындың йөрөп ятыуы – оло мәртәбә.
Оло быуын тигәндән, был байрамда оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарҙы бүләкләү тантанаһы үткәйне. Шул байрамда танышып, мөхәббәт тарихы яралғанына ла шаһит булдыҡ. Иң мөһиме — быйыл да кемдер был көндә үҙ яртыһын осратҡандыр, тип өмөт итәйек. Нисек кенә булмаһын, мөхәббәт байрамы бит!
Эйе, кемгәлер ҡасандыр был байрам оҡшап та етмәне. Миңә ҡалһа, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаның сығышында яңғыраған фекер ундайҙарҙа тос яуап:
— Бөгөн традицион ғаилә институты ҡиммәт һәм яҡлауға мохтаж, ә ошо байрам саф хистәр нигеҙендә яралған ысын ғаиләнең мәғәнәһен асып һала, ул ғаиләнең йәмғиәт өсөн ролен билдәләй, — тине ҡунаҡ.
Һүҙ ҙә юҡ, был байрамды булдырыу, уны халыҡҡа еткереүҙә һалған һәр кемдең хәләл көсө иғтибарға лайыҡ. Фамилия, ойошма теҙмәләренән арынып, йәштәр исеменән уларға рәхмәт еткерергә генә ҡалалыр.
...Һәм тағы: мөхәббәт байрамы ҡасандыр Стәрлетамаҡта яралды, быйыл баш ҡалабыҙға бөтә республиканан дан ғаиләләр саҡырылып, тәбрик­ләнде, шул уҡ ваҡытта әлеге сараның дауамы ике ҡала араһында сикләнмәй, бөтә Башҡортостанға таралһын ине. Һәр ҡала, һәр ауылдың үҙ мөхәббәт тарихтары, һоҡланыр ғаиләләре, ғашиҡ булыр егет-ҡыҙҙары юҡмы ни?!.
...Ә бит башта һүҙ булды һәм ҡайһылай матур күренешкә әүерелде ул идея. “Ете ҡыҙ” ғына түгел, “Етегән” легендаһы ла таралыр әле. Бирһен Хоҙай!


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә