Кем әйтмешләй, башта һүҙ булды. Бынан бер нисә йыл элек Стәрлетамаҡта үҙебеҙсә, саф башҡортса йәштәрҙе берләштерерҙәй байрам ойошторорға тигән идея яралғас, әлбиттә, “кем һеҙгә егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы башҡаларҙан айырырға ҡушты?” тип ҡаршы төшөүселәр ҙә табылманы түгел. Мөхәббәт байрамы мөхәббәт тарихы һымаҡ шулай ҡаршылыҡтар, һынауҙар аша үҫте.Шөкөр, айырылманы йәштәр, дөйөм ил киләсәге өсөн яна, үҙ милләтенең йола-ҡанундарына таянып, киреһенсә, ошо байрам нигеҙендә улар сит-ят ҡанун-йолаларҙан һаҡлана ла әле. Ә байрамға килгәндә, ул да йәшәй. Йәшәй генәме, быйыл республика кимәленә сыҡты “Етегән” ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ байрамы, ҡатнашыусылар иһә хатта сит өлкәнән килде. Башҡортостанда Ғаилә йылы иғлан ителеүе йәнә был сараның мәртәбәһен күтәреп ебәрҙе.
“Ете ҡыҙ” легендаһына нигеҙләнеп яралған “Етегән”дең сираттағыһы йоланың бигерәк тә нығыныуын иҫбатланы. Йола тигәндән, унда нәҡ халҡыбыҙҙың ғаилә институтын үҫтереүсе һәм нығытыусы күренештәрҙең тергеҙелеүенә шаһит булдыҡ. Вәғәҙә, һөйөүеңде белдереү, тоғролоҡ ҡанундары – барыһы ла сағылды байрамдағы конкурс-уйындарҙа. Шул уҡ парлы бейеүҙәрҙе генә алайыҡ – һуң парлашып бейеү, парлашып йәшәү ир менән ҡатындың бер бөтөн икәнлеген һөйләй түгелме ни? Ниндәй тәрән мәғәнәгә эйә мәҙәни хазина өлгөләре!
Шуныһы ла ҡиммәт: был байрам йәштәребеҙҙең берҙәмлеген һәм әүҙемлеген дә күрһәтте. Урамда оҫта итеп ойошторолған флэшмоб тураһында ғына түгел һүҙем, 150-нән ашыу эш килде быйыл конкурстарға – кемдер матур итеп фильм төшөрә белә, кемдер – нәфис һүҙ оҫтаһы, бейеүсе, йырсы... Һай, талантлы ла һуң егет-ҡыҙҙарыбыҙ! Йәштәр генәме, кәңәштәрен бирер аҡһаҡалдар, инәйҙәр ҙә (ағинәйҙәр) гөрләне бергә был байрамда. Хәйер, арабыҙҙа өлгө күрһәтерҙәй оло быуындың йөрөп ятыуы – оло мәртәбә.
Оло быуын тигәндән, был байрамда оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән парҙарҙы бүләкләү тантанаһы үткәйне. Шул байрамда танышып, мөхәббәт тарихы яралғанына ла шаһит булдыҡ. Иң мөһиме — быйыл да кемдер был көндә үҙ яртыһын осратҡандыр, тип өмөт итәйек. Нисек кенә булмаһын, мөхәббәт байрамы бит!
Эйе, кемгәлер ҡасандыр был байрам оҡшап та етмәне. Миңә ҡалһа, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллинаның сығышында яңғыраған фекер ундайҙарҙа тос яуап:
— Бөгөн традицион ғаилә институты ҡиммәт һәм яҡлауға мохтаж, ә ошо байрам саф хистәр нигеҙендә яралған ысын ғаиләнең мәғәнәһен асып һала, ул ғаиләнең йәмғиәт өсөн ролен билдәләй, — тине ҡунаҡ.
Һүҙ ҙә юҡ, был байрамды булдырыу, уны халыҡҡа еткереүҙә һалған һәр кемдең хәләл көсө иғтибарға лайыҡ. Фамилия, ойошма теҙмәләренән арынып, йәштәр исеменән уларға рәхмәт еткерергә генә ҡалалыр.
...Һәм тағы: мөхәббәт байрамы ҡасандыр Стәрлетамаҡта яралды, быйыл баш ҡалабыҙға бөтә республиканан дан ғаиләләр саҡырылып, тәбрикләнде, шул уҡ ваҡытта әлеге сараның дауамы ике ҡала араһында сикләнмәй, бөтә Башҡортостанға таралһын ине. Һәр ҡала, һәр ауылдың үҙ мөхәббәт тарихтары, һоҡланыр ғаиләләре, ғашиҡ булыр егет-ҡыҙҙары юҡмы ни?!.
...Ә бит башта һүҙ булды һәм ҡайһылай матур күренешкә әүерелде ул идея. “Ете ҡыҙ” ғына түгел, “Етегән” легендаһы ла таралыр әле. Бирһен Хоҙай!