Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илдең көсө – ғаиләлә
Илдең көсө – ғаиләлә“Ғаилә – бәләкәй дәүләт, ә дәүләт – оло ғаилә”. Был һүҙҙәр бер ҡасан да үҙ мәғәнәһен юғалтмай, һәр заман өсөн ауаздаш булып ҡала. Район үҙәге Иҫке Собханғолда күптән түгел үткән ярыштар быны йәнә бер ҡат дәлилләне.

“Атай, әсәй һәм мин – уҡытыусы ғаиләһе”. Был конкурс-фестивалдә йәш быуынға белем биргән, киләсәкте хәстәрләгән педагогтар һынау тотто. Ғаилә йылына ярашлы район хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан ойошторолған сара, ғөмүмән, республикала тәүге тапҡыр уҙғарылыуы менән әһәмиәтле. Башланғыс, һис шикһеҙ, киләсәктә күркәм йолаға әйләнер.
Сарала ҡатнашыусылар төрлө яҡлап талантын күрһәтте, йыр-бейеүгә маһир­лығын, ҡул эштәренә оҫталығын раҫланы, спортта ла һынатманы. Тәүҙә “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һигеҙ ғаилә – Яңы Усмандан Эльвира һәм Азамат Мәжитовтар, Тимерҙән Рәсимә менән Рөстәм Арыҫланғужиндар, Әбделмәм­бәттән Гүзәл һәм Зиннур Боҫҡоновтар, Ырғыҙлынан Земфира менән Инсур Кәримовтар, Байназарҙан Вәсилә һәм Варис Йәмилевтәр, Яңы Собханғолдан Альбина менән Факил Кинйәбаевтар, Брә­тәктән Әнзирә менән Илдар Ғәбитовтар, Аҫҡарҙан Ләйлә менән Азамат Мөхәмә­товтар – спорт ярыштарында көс һынашты. Атай-әсәйҙәрҙең ташып торған дәрт-сәме балаларына ла күсте. Оҙон­лоҡҡа һикереү, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, дартс, эстафета... Бөтә төр ярыштар буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән спорт һөйөүсе Боҫҡоновтар ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булды.
– Ошондай саралар бик кәрәк, – тип белдерҙе еңеүселәр. – Улар ғаиләләрҙе берләштерә, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға ыңғай йоғонто яһай.
Артабан конкурс-фестиваль район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Сараға ҙур абруй, хөрмәт ҡаҙанған хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, әлеге педагогтар, ошо йүнәлешкә тоғро ҡалған ғаилә династиялары йыйылды. Жюри ағзалары тәүҙә конкурсанттарҙың ғаилә тарихын, ҡул эштәрен сағылдырған күргәҙмәһе менән танышты. Бәйгеселәр татыу, бәхетле йәшәү серҙәрен асты, үҙ йолалары, шөғөлдәре тураһында бәйән итте.
Фестивалдең төп өлөшө педагогтар тарафынан әҙерләнгән концерт менән башланып китте. Сәхнә түренә бөгөн дә йәштәрҙең фекерҙәше, кәңәшсеһе булған ветеран-уҡытыусылар саҡырылды. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәбрикләне. Хаҡлы ялдағылар араһынан танылған мәғариф хеҙмәткәре Роберт Баязитов, һүҙ алып, әлеге сараға ыңғай баһа бирҙе, уның киң ҡолас алырына ҙур ышаныс белдерҙе. 
Ветерандарҙан һуң сәхнә түренә әле район мәктәптәрендә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән парлы уҡытыусылар саҡырылды. Педагогтарҙы хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Ришат Шәрипов тәбрикләне. Ул шулай уҡ “Минең ғаиләм” тип исемләнгән иншалар конкурсы еңеүселәрен атап, сертификаттар тапшырҙы.
Артабан конкурсанттарҙың айырым сығыштары башланды. Тамашасыны үҙе менән таныштырыуҙа һәр ғаилә ҡыҙыҡлы, йәнле алымдар файҙаланды. Мәҫәлән, берәүҙәр бал ҡорттары күсен һынлан­дырып, биш балаһы менән бергә геү килһә, икенселәр үҙ тормошон “Бишбармаҡ” бейеүе аша сәхнәләштереп күрһәтте.
Һөҙөмтәлә Эльвира һәм Азамат Мәжитовтар – “Ижади ғаилә”, “Иң күп балалы ғаилә”, “Үҙенсәлекле театр тамаша­һы”, Әлфиә менән Ғаян Ишемовтар – “Йыл асышы”, “Шиғриәт”, Миңзиә һәм Фәнил Бикмөхәмәтовтар – “Ғаилә ҡиммәт­тә­ре”, “Туған телде һаҡлаусылар”, “Вокал”, Вәсилә менән Варис Йәмилевтәр “Берҙәм ғаилә”, “Бейеү” номинацияларында еңеүсе тип табылды. Конкурс-фестивалдең төп бүләге иһә – Альбина һәм Факил Кинйәбаевтарҙа.

Бөрйән районы.


Автор: А. АҠЫЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә