“Ғаилә – бәләкәй дәүләт, ә дәүләт – оло ғаилә”. Был һүҙҙәр бер ҡасан да үҙ мәғәнәһен юғалтмай, һәр заман өсөн ауаздаш булып ҡала. Район үҙәге Иҫке Собханғолда күптән түгел үткән ярыштар быны йәнә бер ҡат дәлилләне.
“Атай, әсәй һәм мин – уҡытыусы ғаиләһе”. Был конкурс-фестивалдә йәш быуынға белем биргән, киләсәкте хәстәрләгән педагогтар һынау тотто. Ғаилә йылына ярашлы район хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан ойошторолған сара, ғөмүмән, республикала тәүге тапҡыр уҙғарылыуы менән әһәмиәтле. Башланғыс, һис шикһеҙ, киләсәктә күркәм йолаға әйләнер.
Сарала ҡатнашыусылар төрлө яҡлап талантын күрһәтте, йыр-бейеүгә маһирлығын, ҡул эштәренә оҫталығын раҫланы, спортта ла һынатманы. Тәүҙә “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында һигеҙ ғаилә – Яңы Усмандан Эльвира һәм Азамат Мәжитовтар, Тимерҙән Рәсимә менән Рөстәм Арыҫланғужиндар, Әбделмәмбәттән Гүзәл һәм Зиннур Боҫҡоновтар, Ырғыҙлынан Земфира менән Инсур Кәримовтар, Байназарҙан Вәсилә һәм Варис Йәмилевтәр, Яңы Собханғолдан Альбина менән Факил Кинйәбаевтар, Брәтәктән Әнзирә менән Илдар Ғәбитовтар, Аҫҡарҙан Ләйлә менән Азамат Мөхәмәтовтар – спорт ярыштарында көс һынашты. Атай-әсәйҙәрҙең ташып торған дәрт-сәме балаларына ла күсте. Оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол кәрзиненә туп ырғытыу, дартс, эстафета... Бөтә төр ярыштар буйынса иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән спорт һөйөүсе Боҫҡоновтар ғаиләһе Гран-приға лайыҡ булды.
– Ошондай саралар бик кәрәк, – тип белдерҙе еңеүселәр. – Улар ғаиләләрҙе берләштерә, уртаҡ маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға ыңғай йоғонто яһай.
Артабан конкурс-фестиваль район мәҙәниәт һарайында дауам итте. Сараға ҙур абруй, хөрмәт ҡаҙанған хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, әлеге педагогтар, ошо йүнәлешкә тоғро ҡалған ғаилә династиялары йыйылды. Жюри ағзалары тәүҙә конкурсанттарҙың ғаилә тарихын, ҡул эштәрен сағылдырған күргәҙмәһе менән танышты. Бәйгеселәр татыу, бәхетле йәшәү серҙәрен асты, үҙ йолалары, шөғөлдәре тураһында бәйән итте.
Фестивалдең төп өлөшө педагогтар тарафынан әҙерләнгән концерт менән башланып китте. Сәхнә түренә бөгөн дә йәштәрҙең фекерҙәше, кәңәшсеһе булған ветеран-уҡытыусылар саҡырылды. Уларҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов тәбрикләне. Хаҡлы ялдағылар араһынан танылған мәғариф хеҙмәткәре Роберт Баязитов, һүҙ алып, әлеге сараға ыңғай баһа бирҙе, уның киң ҡолас алырына ҙур ышаныс белдерҙе.
Ветерандарҙан һуң сәхнә түренә әле район мәктәптәрендә ең һыҙғанып эшләп йөрөгән парлы уҡытыусылар саҡырылды. Педагогтарҙы хакимиәттең мәғариф идаралығы етәксеһе Ришат Шәрипов тәбрикләне. Ул шулай уҡ “Минең ғаиләм” тип исемләнгән иншалар конкурсы еңеүселәрен атап, сертификаттар тапшырҙы.
Артабан конкурсанттарҙың айырым сығыштары башланды. Тамашасыны үҙе менән таныштырыуҙа һәр ғаилә ҡыҙыҡлы, йәнле алымдар файҙаланды. Мәҫәлән, берәүҙәр бал ҡорттары күсен һынландырып, биш балаһы менән бергә геү килһә, икенселәр үҙ тормошон “Бишбармаҡ” бейеүе аша сәхнәләштереп күрһәтте.
Һөҙөмтәлә Эльвира һәм Азамат Мәжитовтар – “Ижади ғаилә”, “Иң күп балалы ғаилә”, “Үҙенсәлекле театр тамашаһы”, Әлфиә менән Ғаян Ишемовтар – “Йыл асышы”, “Шиғриәт”, Миңзиә һәм Фәнил Бикмөхәмәтовтар – “Ғаилә ҡиммәттәре”, “Туған телде һаҡлаусылар”, “Вокал”, Вәсилә менән Варис Йәмилевтәр “Берҙәм ғаилә”, “Бейеү” номинацияларында еңеүсе тип табылды. Конкурс-фестивалдең төп бүләге иһә – Альбина һәм Факил Кинйәбаевтарҙа.
Бөрйән районы.