Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сигенмәһәң, еңерһең...
Сигенмәһәң, еңерһең...Һуңғы ваҡытта йәштәрҙең ауылда ҡалыуы, малсылыҡ тармағында үҙ эшен асыуы матур күренешкә әйләнә бара. Һәр районда тиерлек малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешен үҙ итеүселәр бихисап. Шундайҙарҙың береһе Хәйбулла егете Илнур Сөләймәнов менән яҡындан танышырға насип булдыҡ.

Илнур Сөләймәнов Яңы Украинка ауылында йәшәй. Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлаған егет хеҙмәт юлын һайлаған һөнәре буйынса башлай. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, атаһына ярҙамлаша. Әйткәндәй, атаһы Салауат Сөләймәнов шәхси ихатала күпләп мал аҫрай, игенселек менән булыша. Илнурҙың олатаһы Килдебай Сөләймәнов — оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләп, фиҙакәр хеҙмәте өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған ветерандарҙың береһе. Ул да ейәненең киләсәге ер менән бәйләнеүен теләй, уға фәһемле кәңәштәр бирә.
— Әрменән ҡайтҡас, ауылда ҡалыу, үҙ эшемде асыу теләге тыуҙы. Олатайым менән атайым да дәртләндергәс, ихласлыҡ менән был эшкә тотонорға йөрьәт иттем. 200 гектар ерҙә иген сәстек, ярайһы уҡ уңыш алдыҡ. Һарыҡсылыҡ тармағын һайларға уйлайым. “Яңы эш башлаусы” дәүләт программаһына документтар әҙерләп тапшырғайным, үтмәнем. Шулай ҙа бирешергә иҫәп юҡ, быйыл йәнә шәхси эшҡыуарҙар өсөн төрлө республика һәм федераль программаларҙа ҡатнашып, грант оторға тырышасаҡмын. Мал һатып алыу өсөн аҡса кәрәк, — ти йәш эшҡыуар.
Олатаһының кәңәштәрен тотоп, атаһының иңенә таянып, эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдарын яһаған Илнур Сөләймәновтың хыялдары изге, маҡсаттары ҙур. Тәүәккәл егеттең юлы уң булһын.

Хәйбулла районы.


Автор: К. Усманова.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә