Һуңғы ваҡытта йәштәрҙең ауылда ҡалыуы, малсылыҡ тармағында үҙ эшен асыуы матур күренешкә әйләнә бара. Һәр районда тиерлек малсылыҡ һәм үҫемлекселек йүнәлешен үҙ итеүселәр бихисап. Шундайҙарҙың береһе Хәйбулла егете Илнур Сөләймәнов менән яҡындан танышырға насип булдыҡ.Илнур Сөләймәнов Яңы Украинка ауылында йәшәй. Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлаған егет хеҙмәт юлын һайлаған һөнәре буйынса башлай. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, атаһына ярҙамлаша. Әйткәндәй, атаһы Салауат Сөләймәнов шәхси ихатала күпләп мал аҫрай, игенселек менән булыша. Илнурҙың олатаһы Килдебай Сөләймәнов — оҙаҡ йылдар ауыл хужалығында эшләп, фиҙакәр хеҙмәте өсөн Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған ветерандарҙың береһе. Ул да ейәненең киләсәге ер менән бәйләнеүен теләй, уға фәһемле кәңәштәр бирә.
— Әрменән ҡайтҡас, ауылда ҡалыу, үҙ эшемде асыу теләге тыуҙы. Олатайым менән атайым да дәртләндергәс, ихласлыҡ менән был эшкә тотонорға йөрьәт иттем. 200 гектар ерҙә иген сәстек, ярайһы уҡ уңыш алдыҡ. Һарыҡсылыҡ тармағын һайларға уйлайым. “Яңы эш башлаусы” дәүләт программаһына документтар әҙерләп тапшырғайным, үтмәнем. Шулай ҙа бирешергә иҫәп юҡ, быйыл йәнә шәхси эшҡыуарҙар өсөн төрлө республика һәм федераль программаларҙа ҡатнашып, грант оторға тырышасаҡмын. Мал һатып алыу өсөн аҡса кәрәк, — ти йәш эшҡыуар.
Олатаһының кәңәштәрен тотоп, атаһының иңенә таянып, эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдарын яһаған Илнур Сөләймәновтың хыялдары изге, маҡсаттары ҙур. Тәүәккәл егеттең юлы уң булһын.
Хәйбулла районы.