Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Маҡсаты бар ғына алға атлар
Маҡсаты бар ғына алға атларБылтыр декабрь айында Учалы ҡала-район инвалидтар ойошмаһы Рәсәй Президенты гранты менән бүләкләнде. Төрлө социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән конкурсҡа 9,5 мең ғариза ҡабул ителә, шуларҙың 2 меңгә яҡыны еңеп сыға. Учалыларҙың “Маҡсаты бар ғына алға атлар” тигән проекты мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе һауыҡтырыуға, спортҡа ылыҡтырыуға арнала. Президент фонды Грантын, йәғни 300 мең һум аҡсаны ойошма инклюзив спорт залын булдырыуға йүнәлтергә ҡарар итә.
Ошо көндәрҙә беренсе ҡора­малдар – йүгереү өсөн трена­жерҙар, “Новус” һәм “Керлинг” тип аталған өҫтәл уйындары, күҙҙәре насар күргәндәр өсөн тәғәйенләнгән шахмат, шашкалар, дартс уйыны йыйылмалары ҡайтарылды. Улар бигерәк тә баш мейеһе йәрәхәтләнеү арҡаһында хәрәкәт ағзалары зарарланғандар өсөн ҡулай. Тиҙҙән велотренажер, йәнә бер нисә өҫтәл уйындарының килеүен көтәбеҙ, ти ойошма ағзалары.
Ҡыуаныслы сара айҡанлы тантана ла ойошторолдо. Уға ҡа­ланың коррекцион мәктәбе, Учалы психоневрология интернатында тәрбиәләнеүселәр, инвалидтар ойошмаһы ағзалары ла саҡырылды.
– Был спорт ҡорамалдары һеҙгә һаулығығыҙҙы нығытырға, буш ваҡытығыҙҙы файҙалы, күңелле итеп уҙғарырға ғына түгел, ә төрлө кимәлдәге, төрлө йүнәлештәге спорт ярыштарына ла әҙерләнергә ярҙам итәсәк. Бөгөн һеҙҙең арала мөм­кинлек­тәре сикләнгән кешеләр өсөн уҙғарыласаҡ республика һәм Рәсәй ярыштары чемпиондары, призерҙары барлығына һис тә шигем юҡ, – тине тәрбиәләү һүҙендә муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко.
Маҡсаты бар ғына алға атларЫсынлап та, Учалы инвалидтар ойошмаһы сәләмәт тормошто, спорт һәм физкультураны пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара. Былтыр ғына ошо маҡсатта 600-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән. Республика кимә­лендәге уңыштары ла бихисап. Мәҫәлән, Баймаҡта өҫтәл уйындары фестивалендә ҡатнашып, теннис буйынса беренсе, өсөн­сө урындарҙы яулағандар, шахмат буйынса ла күрһәткес­тәре маҡтанырлыҡ, Сибайҙа ойошто­ролған балалар фестива­лендә лә уңышлы сығыш яһағандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем ойошма ағзаларының күнекмәләр үткәреү өсөн махсус урындары булмай, подвалда шөғөлләнергә тура килә уларға. Беренсенән, унда коляскалар менән төшөр өсөн шарттар ҡаралмаһа, икенсенән, подвалда еүеш тә була. Муниципаль район хакимиәте хәстәрлеге менән хәлдәр тамырынан үҙгәрергә тора. Әлеге ваҡытта ҡайтарылған спорт ҡорамалдары ваҡытлыса “Стиль” йәштәр үҙәгенә урын­лаш­тырылған. Тиҙҙән, ремонт эштәре тамамланғас, спорт менән шөғөлләнеү, күнекмәләр үткәреү өсөн Балалар ижады йорто бинаһында махсус бүлмә бүленәсәк.
– Беҙҙең төп маҡсат – мөмкин­лектәре сикләнгән граждандарҙы йәмәғәт тормошона, спортҡа, мәҙәни сараларға күберәк йәлеп итеү. Бер кем дә үҙен яңғыҙ, кәмһетелгән итеп тоймаҫҡа тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бигерәк тә ҡайһы бер йәштәр әүҙем түгел, үҙ ауырыуҙарынан оялалармы, кеше күҙенә артыҡ күренергә тырышып бармайҙар, – тип үкенес белдерҙе ойошма рәйесе Любовь Баранова.
Бер йыл арауығында ойошма тарафынан төрлө форматтағы 22 сара үткәрелгән, Ахун менгир­ҙарына, мәсеттәргә, тәбиғәт ҡоса­ғына экскурсия-походтар ойошто­ролған. Мәҙәни саралар, конкурс­тар ҙа инвалидтар тормошон йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә.
– Иң борсоған проблемалар ниндәй? – тип һорайым ойошма рәйесенән.
– Ҡала-район буйынса ете меңгә яҡын инвалид иҫәпләнә. Шу­ларҙың 136-һы коляскала ултыра. Мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ ҙа, сәләмәт кеше­ләр менән бер рәттән, социаль-мәҙәниәт уңайлыҡтарҙан файҙа­лана, төрлө дәүләт учреждениеларына бер ҡаршылыҡһыҙ инеп-сыға алырға тейеш. 2000 йылдан алып ошо мөмкин­лектәрҙе булдырыу маҡсатында планға ярашлы эш алып барыла. Ҡала магазиндарында, дарыуха­наларҙа һәм башҡа социаль объекттарҙа пандустарҙан тыш, “саҡыртыу төймәләре” һәм башҡа яйланмалар хаҡында ла онот­маҫҡа кәрәк. Үкенес, ҡалалағы ҡайһы бер пандустар тейешенсә эшләнмәгән, коляска менән күтәрелеүе бик ауыр, йәки бөтөн­ләй кереп булмай. Ә бына филармония, Пенсия фонды, халыҡ суды, халыҡты социаль яҡлау идаралығы, почта биналарында был тәңгәлдә хәл яҡшы. Поликлиникала инвалидтар өсөн бик ҡулай ремонт үтте, беренсе ҡатта махсус бүлмәлә фельдшерҙан ҡаралырға була һәм шунда уҡ табипты саҡырырға мөмкин, уңайлы махсус бәҙрәфте лә хәстәрләнеләр. Тиҙҙән балалар поликлиникаһы ла шулай уҡ ҡулайлаштырыласаҡ. Ололар поликлиникаһында лифтҡа бәйле проблемалар ғына ҡалды, лифт шахтаһы бәләкәй булыу сәбәпле, киңәйтеп булмай, – тип бәйән итте Любовь Ивановна.
Күптәрҙе борсоған фатир мәсьәләһе лә киҫкен тора икән.
– Былтыр ни бары бер торлаҡ бүленде. Район буйынса әлеге ваҡытта 165 кеше фатирға сиратта тора. Яңғыҙ, аҡсаһыҙ, ҡыҙ­ғаныс хәлдә йәшәгән инвалидтар бар. Ҡайһылары үҙҙә­ренең йәш­лек хаталары, насар ғәҙәттәре арҡаһында шундай көнгә ҡалған. Уларҙы ла күҙ уңынан ысҡын­дырмайбыҙ, ауыл советтары, “Ихтирам” хәйриә фонды, башҡа учреждение-ойошмалар менән бергәләп ярҙам итергә тыры­шабыҙ. Яҡташтарыбыҙ инвалид­тарға ҡарата мәрхәмәтле, иғти­барлы булһын, мөмкинлектәре булһа, ярҙамдан баш тартмаһын ине, – тигән теләктәрен белдерҙе ойошма етәксеһе.


Автор: Рима СОЛТАНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә