Былтыр декабрь айында Учалы ҡала-район инвалидтар ойошмаһы Рәсәй Президенты гранты менән бүләкләнде. Төрлө социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән конкурсҡа 9,5 мең ғариза ҡабул ителә, шуларҙың 2 меңгә яҡыны еңеп сыға. Учалыларҙың “Маҡсаты бар ғына алға атлар” тигән проекты мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе һауыҡтырыуға, спортҡа ылыҡтырыуға арнала. Президент фонды Грантын, йәғни 300 мең һум аҡсаны ойошма инклюзив спорт залын булдырыуға йүнәлтергә ҡарар итә.Ошо көндәрҙә беренсе ҡорамалдар – йүгереү өсөн тренажерҙар, “Новус” һәм “Керлинг” тип аталған өҫтәл уйындары, күҙҙәре насар күргәндәр өсөн тәғәйенләнгән шахмат, шашкалар, дартс уйыны йыйылмалары ҡайтарылды. Улар бигерәк тә баш мейеһе йәрәхәтләнеү арҡаһында хәрәкәт ағзалары зарарланғандар өсөн ҡулай. Тиҙҙән велотренажер, йәнә бер нисә өҫтәл уйындарының килеүен көтәбеҙ, ти ойошма ағзалары.
Ҡыуаныслы сара айҡанлы тантана ла ойошторолдо. Уға ҡаланың коррекцион мәктәбе, Учалы психоневрология интернатында тәрбиәләнеүселәр, инвалидтар ойошмаһы ағзалары ла саҡырылды.
– Был спорт ҡорамалдары һеҙгә һаулығығыҙҙы нығытырға, буш ваҡытығыҙҙы файҙалы, күңелле итеп уҙғарырға ғына түгел, ә төрлө кимәлдәге, төрлө йүнәлештәге спорт ярыштарына ла әҙерләнергә ярҙам итәсәк. Бөгөн һеҙҙең арала мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уҙғарыласаҡ республика һәм Рәсәй ярыштары чемпиондары, призерҙары барлығына һис тә шигем юҡ, – тине тәрбиәләү һүҙендә муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫары Зөһрә Гордиенко.
Ысынлап та, Учалы инвалидтар ойошмаһы сәләмәт тормошто, спорт һәм физкультураны пропагандалау буйынса ҙур эш алып бара. Былтыр ғына ошо маҡсатта 600-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән. Республика кимәлендәге уңыштары ла бихисап. Мәҫәлән, Баймаҡта өҫтәл уйындары фестивалендә ҡатнашып, теннис буйынса беренсе, өсөнсө урындарҙы яулағандар, шахмат буйынса ла күрһәткестәре маҡтанырлыҡ, Сибайҙа ойошторолған балалар фестивалендә лә уңышлы сығыш яһағандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға тиклем ойошма ағзаларының күнекмәләр үткәреү өсөн махсус урындары булмай, подвалда шөғөлләнергә тура килә уларға. Беренсенән, унда коляскалар менән төшөр өсөн шарттар ҡаралмаһа, икенсенән, подвалда еүеш тә була. Муниципаль район хакимиәте хәстәрлеге менән хәлдәр тамырынан үҙгәрергә тора. Әлеге ваҡытта ҡайтарылған спорт ҡорамалдары ваҡытлыса “Стиль” йәштәр үҙәгенә урынлаштырылған. Тиҙҙән, ремонт эштәре тамамланғас, спорт менән шөғөлләнеү, күнекмәләр үткәреү өсөн Балалар ижады йорто бинаһында махсус бүлмә бүленәсәк.
– Беҙҙең төп маҡсат – мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы йәмәғәт тормошона, спортҡа, мәҙәни сараларға күберәк йәлеп итеү. Бер кем дә үҙен яңғыҙ, кәмһетелгән итеп тоймаҫҡа тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бигерәк тә ҡайһы бер йәштәр әүҙем түгел, үҙ ауырыуҙарынан оялалармы, кеше күҙенә артыҡ күренергә тырышып бармайҙар, – тип үкенес белдерҙе ойошма рәйесе Любовь Баранова.
Бер йыл арауығында ойошма тарафынан төрлө форматтағы 22 сара үткәрелгән, Ахун менгирҙарына, мәсеттәргә, тәбиғәт ҡосағына экскурсия-походтар ойошторолған. Мәҙәни саралар, конкурстар ҙа инвалидтар тормошон йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә.
– Иң борсоған проблемалар ниндәй? – тип һорайым ойошма рәйесенән.
– Ҡала-район буйынса ете меңгә яҡын инвалид иҫәпләнә. Шуларҙың 136-һы коляскала ултыра. Мөмкинлектәре сикләнгән яҡташтарыбыҙ ҙа, сәләмәт кешеләр менән бер рәттән, социаль-мәҙәниәт уңайлыҡтарҙан файҙалана, төрлө дәүләт учреждениеларына бер ҡаршылыҡһыҙ инеп-сыға алырға тейеш. 2000 йылдан алып ошо мөмкинлектәрҙе булдырыу маҡсатында планға ярашлы эш алып барыла. Ҡала магазиндарында, дарыуханаларҙа һәм башҡа социаль объекттарҙа пандустарҙан тыш, “саҡыртыу төймәләре” һәм башҡа яйланмалар хаҡында ла онотмаҫҡа кәрәк. Үкенес, ҡалалағы ҡайһы бер пандустар тейешенсә эшләнмәгән, коляска менән күтәрелеүе бик ауыр, йәки бөтөнләй кереп булмай. Ә бына филармония, Пенсия фонды, халыҡ суды, халыҡты социаль яҡлау идаралығы, почта биналарында был тәңгәлдә хәл яҡшы. Поликлиникала инвалидтар өсөн бик ҡулай ремонт үтте, беренсе ҡатта махсус бүлмәлә фельдшерҙан ҡаралырға була һәм шунда уҡ табипты саҡырырға мөмкин, уңайлы махсус бәҙрәфте лә хәстәрләнеләр. Тиҙҙән балалар поликлиникаһы ла шулай уҡ ҡулайлаштырыласаҡ. Ололар поликлиникаһында лифтҡа бәйле проблемалар ғына ҡалды, лифт шахтаһы бәләкәй булыу сәбәпле, киңәйтеп булмай, – тип бәйән итте Любовь Ивановна.
Күптәрҙе борсоған фатир мәсьәләһе лә киҫкен тора икән.
– Былтыр ни бары бер торлаҡ бүленде. Район буйынса әлеге ваҡытта 165 кеше фатирға сиратта тора. Яңғыҙ, аҡсаһыҙ, ҡыҙғаныс хәлдә йәшәгән инвалидтар бар. Ҡайһылары үҙҙәренең йәшлек хаталары, насар ғәҙәттәре арҡаһында шундай көнгә ҡалған. Уларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, ауыл советтары, “Ихтирам” хәйриә фонды, башҡа учреждение-ойошмалар менән бергәләп ярҙам итергә тырышабыҙ. Яҡташтарыбыҙ инвалидтарға ҡарата мәрхәмәтле, иғтибарлы булһын, мөмкинлектәре булһа, ярҙамдан баш тартмаһын ине, – тигән теләктәрен белдерҙе ойошма етәксеһе.