Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Асыуға юл бирһәң...
Асыуға юл бирһәң...Яманлыҡтың нигеҙе – асыу. Пәйғәмбә­ре­беҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм был кире тойғонан һаҡ булырға, ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, нәфрәтләнмәҫкә саҡырған. “Шундай холоҡлоларҙың күңелен Аллаһ Тәғәлә тынғылыҡ һәм иман менән тулыландырыр”, – тигән Раббыбыҙ рәсүле.

Асыуланыу тәү сиратта әҙәм балаһының үҙенә насар йоғонто яһай. Был тойғоно эсеңә ут яғыу менән сағыштырған дин кешеләре. Осҡондары тирә-йүнгә һибелеп, башҡаларҙың күңелен өтә, иң нығы иһә үҙең көйәһең. Асыуланыу һәр ваҡыт кире эҙемтәгә килтерә, үкенеү, уңайһыҙланыу, ғазапланыу кисе­рергә мәжбүр итә. Ошо йәһәттән бер нисә хикмәтте иҫкә төшөрәйек.
* Студент ҡыҙ аэропортта үҙ рейсын көтә икән. Самолеттың бер нисә сәғәткә тотҡарланасағы билдәле булғас, ныҡ асыуы ҡабара. Унан китап һәм бер ҡап печенье һатып ала ла ултырғысҡа килеп ултыра.
Эргәлә – буш урын. Унда ҡабы менән печенье ята. Ә артабанғы ултырғыста – журналға текәлгән ир. Ҡыҙ печенье алып ҡаптым ғына тиһә, күрә: күршеһе лә шунда үрелә. Йәнә ярһыуы сыға башлай студенттың, әммә өндәшмәй. Ә ир сит ризыҡ менән туҡланыуын дауам итә. Ҡыҙ икәүҙе алғансы, ул яйлап берәүҙе ашап ҡуя. Үҙе студентҡа ҡарап йылмайып ала. Асыуҙан тыны ҡыҫыла башлай ҡыҙҙың. Бына ҡапта һуңғы печенье. “Нимә эшләр икән оятһыҙ? – тип уйлап ала ярһыуын тышҡа сығарыуҙан саҡ тыйылып ултырған студент. – Аҙаҡҡы ризығыма ҡул һонормо?” Ир иһә печеньены ала ла, уртаға бүлеп, күршеһенә һона. Ярһыуҙың сигенә етеп, ҡыҙ китабын иҙәнгә атып бәрә лә тышҡа сығып китә.
Аҙаҡ, самолетҡа ултырғас, сумкаһын ҡараһа, унда асылмаған бер ҡап печенье ята, ти...
* Бер мәл Ҡояш менән төньяҡтан иҫкән әсе Ел араһында бәхәс сыға: кем көслөрәк? Ҡайһыһының әҙәм тормошон да үҙгәртеп ебәрер ҡеүәте бар?
– Әлбиттә, мин! – тип ярһып ыжғыра Ел. – Ышанмаһаң, ҡара: анау һыбайлының плащын бер өрөүҙә сисеп осорасаҡмын!
Әйтеү менән эшкә лә тотона: эй көсәнеп һыҙғыра, меҫкендең кейемен өҙгөләп-тартҡылай, ти. Ә һыбайлы уның һайын плащына нығыраҡ бөркәнә икән. Асыуынан ни эшләргә белмәгән Ел, һалҡын ямғыр тамсыларын ҡыуып килтереп, туп-тура юлсының өҫтөнә яуҙырырға тотона. Ә һыбайлы башын аҫҡа эйеп алға барыуын дауам итә, плащының капюшонын ҡымтыбыраҡ кейә, билбауын һығыбыраҡ быуып ҡуя, ти. Кейемде систерә алмаҫын аңлаған Ел, хәле бөтөп, тынып ҡала.
Ул арала болоттар аҫтынан Ҡояш йылмайып килеп сыға. Һыуыҡтан ҡалтыранған ергә, урман-ҡырҙарға нурҙарын мул һибеп, йәһәт кенә йылыта башлай. Рәхәтлектән меҫкен юлсы ла йылмайып ебәрә, башын күтәреп, дәртләнеп атын ҡыуырға тотона. Бер аҙҙан плащын сисеп, эйәренең артына бәйләп ҡуя.
– Күрәһеңме? – тип мут йылмая Ҡояш Елгә. – Көс асыуҙа түгел, ә яҡшылыҡта.
* Дала буйлап рыцарь китеп бара, ти. Алыҫтан килә икән ул. Асыға, тамағы кибә. Әмәлгә ҡалғандай, алда күл күренә. Ҡыуанып килеп төшһә, ярҙа өс башлы аждаһа ултыра, ти. Асыуы ҡабарған рыцарь, йәһәт кенә ҡылысын һурып сығарып, һуғышырға тотона. Бер тәүлек алышалар, ти, икенсе... Өсөнсөһөндә бер башы ғына ҡалған аждаһа хәлһеҙләнеп йығыла. Эргәһенә рыцарь ҙа ауа.
– Нимә эшләргә уйлағайның һуң һин? – тип һуңғы көсөнә шыбырлап һорай аждаһа.
– Һыу эсергә...
– Нимә ҡамасауланы һуң? Эсергә лә китергә ине...
Асыу – ут, уның бөтөн тормошто, изге ниәттәрҙе, күркәм мөнәсә­бәттәрҙе көлгә ҡалдырыуы ихтимал. Кемгәлер нәфрәтләнерҙән алда һөйләшеү, аңлашыу, үҙеңдең холҡоңа күҙ һалыу зарур, тиелә хәҙистәрҙә. Яҡшылыҡ, сыҙамлыҡ һәр саҡ еңә. “Арағыҙҙа иң көслөһө – асыуы килгәндә үҙен тыйып ҡала белгән кеше”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә