Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Әүҙем тормош, иркен һулыш...
Әлеге пенсионерҙар, әйтәйек, 30 йыл элек булған хаҡлы ялдағыларҙан ҡырҡа айырыла. Улар әүҙем тормош алып бара: эшләй, сәйәхәт итә, спорт менән шөғөлләнә, компьютерҙы үҙләштерә. Әле бының өсөн мөмкинлектәр киң. Хатта пенсия күләменең түбән булыуы ла ҡамасауламай.


– Башҡортостанда 2011 йылдан “Республикала социаль туризмды үҫтереү” программаһы тормошҡа ашырыла. Йыл һайын пенсионерҙар, инвалидтар, балалар йортонда тәрбиә­ләнеүселәр өсөн квота бүленә. Мәҫә­лән, 2015 йылда 195 турист маршруты ойошторолдо, – тип хәбәр иттеләр рес­публиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының мат­буғат хеҙмәтенән. – Программа ғәмәлгә ашырылған биш йыл эсендә 28 меңдән ашыу пенсионер һәм инвалид льготалы путевкалар буйынса ял итте.
Пенсионерҙарға сертификат бирелә. Ял маршрутын улар үҙҙәре һайлай. Аҙ тәьмин ителгәндәр, шулай уҡ коляска­лағы инвалидтар, күреү һәләте буйынса беренсе төркөм инвалидтары һәм уларҙы оҙата барған кешеләр өсөн сертификаттың хаҡы – 12 мең, ҡалған­дар өсөн һигеҙ мең һумға төшә. Бындай путевка менән пенсионерҙар Башҡорт­останда, Рәсәйҙә һәм Ҡырымда ял итә ала. Кемдер сәйәхәт итә, ә кемдер белемен камиллаштыра.
“Өлкәндәрҙең халыҡ институты”нда пенсионерҙарҙы уҡытыу программаһы республикала 2011 йылдан эшләй. Биш йыл элек ни бары биш йүнәлеш булһа, 2012 – 2013 йылдарҙа уларҙың һаны һигеҙгә етте. Әле иһә 22 йүнәлеш бар. Хаҡлы ялдағылар өсөн асылған курс­тар:
– парикмахер;
– театр-актер оҫталығы;
– ландшафт дизайны һәм декоратив баҡсасылыҡ;
– сувенирҙар яһау;
– компьютерҙы өйрәнеү нигеҙҙәре;
– инглиз теле;
– ғàèëә ïñèõîëîãèÿһû íèãåҙҙәðå;
– шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәре;
– компьютер курсы;
– француз теле;
– башҡорт теле;
– емеш-еләк-йәшелсәселектә заманса технологиялар;
– хоҡуҡи белем;
– финанс ғилеме;
– күп фатирлы йорттарға идара итеү;
– бейеү;
– хорҙа йырлау;
– дарыу үләндәре;
– бесеү һәм тегеү;
– тыуған яҡ мәҙәниәте һәм тарихы;
– кулинария;
– һүрәт төшөрөү.
Курста туранан-тура йәки ситтән тороп шөғөлләнергә мөмкин. Өйҙән сыҡмайынса яңы һөнәрҙе үҙләштереү өсөн интернет селтәренә тоташҡан компьютер, теркәлгән электрон адрес, “Скайп” программаһы, видеокамера, микрофон һәм колонкалар кәрәк. Һәр пенсионер теге йәки был курс буйынса быйыл бер тапҡыр белемен камиллаштырырға хоҡуҡлы.
Курсҡа йәки социаль турға ғаризаны Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына (уларҙың бүлексәләренә) тапшырыу шарт. Биш йыл эсендә Башҡортостанда хаҡлы ялдағы 68 мең кеше курсҡа йөрөгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы компьютерҙы үҙләштергән.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын пенсионерҙар өсөн “Яратам һине, тормош!” республика өлкән быуын кешеләре ижады фестивале ойошторола. Унда ҡатнашырға теләгәндәргә социаль ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өлкәндәр үҙешмәкәрлектә көс һынаша, бейей, йырлай, ансамблдәр төҙөй, шиғыр һөйләй, үҙҙәре эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһен ойоштора. Йыр-бейеүҙән тыш пенсионерҙарҙың күпселеге эшләргә лә өлгөрә. Эш эҙләгәндәргә үҙҙәренең районындағы мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеү фарыз.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә