Әүҙем тормош, иркен һулыш...27.02.2018
Әлеге пенсионерҙар, әйтәйек, 30 йыл элек булған хаҡлы ялдағыларҙан ҡырҡа айырыла. Улар әүҙем тормош алып бара: эшләй, сәйәхәт итә, спорт менән шөғөлләнә, компьютерҙы үҙләштерә. Әле бының өсөн мөмкинлектәр киң. Хатта пенсия күләменең түбән булыуы ла ҡамасауламай.
– Башҡортостанда 2011 йылдан “Республикала социаль туризмды үҫтереү” программаһы тормошҡа ашырыла. Йыл һайын пенсионерҙар, инвалидтар, балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн квота бүленә. Мәҫәлән, 2015 йылда 195 турист маршруты ойошторолдо, – тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. – Программа ғәмәлгә ашырылған биш йыл эсендә 28 меңдән ашыу пенсионер һәм инвалид льготалы путевкалар буйынса ял итте.
Пенсионерҙарға сертификат бирелә. Ял маршрутын улар үҙҙәре һайлай. Аҙ тәьмин ителгәндәр, шулай уҡ коляскалағы инвалидтар, күреү һәләте буйынса беренсе төркөм инвалидтары һәм уларҙы оҙата барған кешеләр өсөн сертификаттың хаҡы – 12 мең, ҡалғандар өсөн һигеҙ мең һумға төшә. Бындай путевка менән пенсионерҙар Башҡортостанда, Рәсәйҙә һәм Ҡырымда ял итә ала. Кемдер сәйәхәт итә, ә кемдер белемен камиллаштыра.
“Өлкәндәрҙең халыҡ институты”нда пенсионерҙарҙы уҡытыу программаһы республикала 2011 йылдан эшләй. Биш йыл элек ни бары биш йүнәлеш булһа, 2012 – 2013 йылдарҙа уларҙың һаны һигеҙгә етте. Әле иһә 22 йүнәлеш бар. Хаҡлы ялдағылар өсөн асылған курстар:
– парикмахер;
– театр-актер оҫталығы;
– ландшафт дизайны һәм декоратив баҡсасылыҡ;
– сувенирҙар яһау;
– компьютерҙы өйрәнеү нигеҙҙәре;
– инглиз теле;
– ғàèëә ïñèõîëîãèÿһû íèãåҙҙәðå;
– шәхси гигиена һәм дауалау физкультураһы нигеҙҙәре;
– компьютер курсы;
– француз теле;
– башҡорт теле;
– емеш-еләк-йәшелсәселектә заманса технологиялар;
– хоҡуҡи белем;
– финанс ғилеме;
– күп фатирлы йорттарға идара итеү;
– бейеү;
– хорҙа йырлау;
– дарыу үләндәре;
– бесеү һәм тегеү;
– тыуған яҡ мәҙәниәте һәм тарихы;
– кулинария;
– һүрәт төшөрөү.
Курста туранан-тура йәки ситтән тороп шөғөлләнергә мөмкин. Өйҙән сыҡмайынса яңы һөнәрҙе үҙләштереү өсөн интернет селтәренә тоташҡан компьютер, теркәлгән электрон адрес, “Скайп” программаһы, видеокамера, микрофон һәм колонкалар кәрәк. Һәр пенсионер теге йәки был курс буйынса быйыл бер тапҡыр белемен камиллаштырырға хоҡуҡлы.
Курсҡа йәки социаль турға ғаризаны Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге филиалдарына (уларҙың бүлексәләренә) тапшырыу шарт. Биш йыл эсендә Башҡортостанда хаҡлы ялдағы 68 мең кеше курсҡа йөрөгән. Шул уҡ ваҡытта уларҙың яртыһы компьютерҙы үҙләштергән.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын пенсионерҙар өсөн “Яратам һине, тормош!” республика өлкән быуын кешеләре ижады фестивале ойошторола. Унда ҡатнашырға теләгәндәргә социаль ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өлкәндәр үҙешмәкәрлектә көс һынаша, бейей, йырлай, ансамблдәр төҙөй, шиғыр һөйләй, үҙҙәре эшләгән әйберҙәр күргәҙмәһен ойоштора. Йыр-бейеүҙән тыш пенсионерҙарҙың күпселеге эшләргә лә өлгөрә. Эш эҙләгәндәргә үҙҙәренең районындағы мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеү фарыз.