Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яуҙа ғына һыналмай яуҙаштар
Яуҙа ғына һыналмай яуҙаштар...1980 йыл, апрель. Афғанстан. 56-cы айырым гвардия десант-штурм бригадаһының 4-се баталь
о­нына Панджшер тарлауығы буйлап урынлашҡан ҡышлаҡҡа тиклем барырға һәм кире килергә тигән бер аҙ сәйерерәк тә, хәүефле лә бурыс ҡуйыла. Хәйер, һуғыштың ҡайһы мәле сәйер түгел дә, хәүефһеҙ ҙә һуң?! Алдан ҙур әҙерлек булһа ла, көтөлмәгән хәлдәр килеп сығып тора, дошман әленән-әле ут аҫтында тота. Юғалтыуҙар, элемтә өҙөлөү, көтөлмәгән боролош...



Был ваҡиғаны егеттәр Афған һуғышының иң ауыр яуҙарының береһе тип иҫендә ҡалдыра. Иң мөһиме – Тыуған ил, командир ҡуйған бурыс үтәлә – юл асыла, тарлауыҡтан Әхмәт Шаһ Мә­сүдтең хәрби төркөмдәре китә.
Снайпер Рәшит Әхмәҙиәров өсөн дә айырыуса мөһим мәғәнәгә эйә ул ваҡиға. Кисә генә тыуған яҡтарын иҫләп ултырған, бергәләп киләсәк хаҡында хыялланған дуҫтарын юғалта унда.
Рәшит Мәрби улының хәрби юлын иғтибарлап өйрәнһәң, был кешенең йәштән үк шундай физик һәм рухи көслө булғанына ина­наһың. 18 йәшлек егет түҙем­һеҙләнеп әрмегә бара. Ғәскәрҙең дә ниндәйе бит – күптәр хыялланып та эләгә алмаған штурмлаусы десантсылар рәтенә баҫа! Тимәк, әҙерлеге яҡшы кимәлдә була. Улай ғына ла түгел, ике ай ғына әҙерлек курсы үткән баяғы 18 йәшлек егеттәрҙе ут эсенә ташлаһындар әле – Афған һуғышы десантсы Әхмәҙиәров өсөн шулай башланып китә. Ике айҙа үҙен оҫта һуғышсы итеп күрһәтеп өлгөргән Рәшиткә бурыстың йәнә һирәктәр иңе күтәрерҙәйен йөкмәтәләр – разведка ротаһында снайпер. Һиҙгерлек, етеҙлек, яуаплылыҡ, снайпер ҡоралын күтәреп йөрөрлөк көс һәм, әлбиттә, мәргәнлек һымаҡ сифаттарға эйә егеттәр өсөн.
– 28 тапҡыр яуға күтәрелергә тура килде. Ҡайҙа разведкаға бара инек, ҡайһы ваҡыт дош­манға асыҡтан-асыҡ һөжүм иттек, ҡайһы саҡта дошман үҙе “килде”, боҫҡонға эләккән саҡтар ҙа урап үтмәне, – тип хәтерләй Рәшит ағай һуғыш юлын.
Әлбиттә, ҡан ҡойошта һалдат башынан төрлө хәлдәр үткәндер, әммә уныһы сер булып һаҡланһа, дөрөҫө­рәктер. Миңә ҡалһа, баш­ҡаһына иғтибар итеү мөһимерәк: Афған һуғышы хаҡында хәҙер күп яҙалар, күп тәнҡитләйҙәр. Бынан өс тиҫтә йыл элек булып үткән ваҡиғалар тураһында замана күҙлегенән сығып фекер йөрөтәләр. Нисек кенә булмаһын, бойороҡ үтәгән, Тыуған иле алдындағы изге бурысын баш­ҡарған егеттәрҙән ғәйеп эҙләргә кәрәкмәҫ. Юҡһа ундайҙар ҙа табыла шул, үкенескә ҡаршы.
– Беҙ, йәш егеттәр, күп нимәгә төшөнөп тә бөтмәгәнбеҙҙер, бәлки, иң мөһиме – намыҫыбыҙ таҙа ине, – ти Рәшит Мәрби улы был хаҡта.
Эйе, хата булһа, ғәйеп булһа – ул ябай егеттәрҙең намыҫында һәм иңендә түгел, дан һәм исем артынан ҡыуған ҙур етәкселәрҙең ҡылығында. Мәҫәлән, шул яуҙа әлеге 4-се батальонға идара иткән капитан Хабаровтың хәтирәләренә баҡҡанда, өҫтән уйланылған һәм нигеҙле бойо­роҡтар килгәндә, юғалтыуҙар әҙерәк булыр, дошман пози­цияһын яулау ҙа еңелерәккә тура килер ине. Улай ғына ла түгел: операцияға идара иткән генерал Печевой инде яулаған позицияны һаҡлар урынға егеттәргә төнгә тиклем тау һуҡмағынан техника торған 30 километр алыҫлыҡта ятҡан икенсе районға барырға тигән бойороҡ ебәрә...
Эйе, барыһы ла уйландыра. Бигерәк тә шул ут аша үтеп сыҡҡан һалдаттарҙың үҙен. Үкенескә ҡаршы, кемдер бирешеп тә китә ошо ғәҙелһеҙлектәрҙе уйлап, кемдер аяҡһыҙ-ҡулһыҙ һыҙлана, бәғзеләрҙе инде нисәмә йыл ата-әсәһе көтөп ала алмай...
Рәшит Әхмәҙиәров та уйлана был хаҡта. Юҡ, үткәндәрҙе аҡ­тарып, мәғәнә булған-булма­ғанлығын эҙләмәй ул, ә иҫән ҡалған яуҙаштары менән бәй­ләнештә булыу, ауыр хәлдә ҡал­ғандарына ярҙам итеү, ҡайт­мағандарҙың иһә яҡындарын яңғыҙ ҡалдырмау – бына ниндәй уның уйҙары. Ошо маҡсатта Рәшит Мәрби улы башта бергә заводта эшләгән афған ветерандарын туплай, аҙаҡ Ишембай ҡалаһында йәшәгән яуҙаштарын, һуңынан бөтә райондағы егеттәрҙе Башҡортостан Афған һуғышы ветерандары союзының Ишембай районы буйынса бүлеге ҡанаты аҫтына туплай.
– Ҡасандыр 300 егет була торғайныҡ, хәҙер районда 250 самаһы ғына ҡалдыҡ инде, – тип үкенесен белдерә әңгәмәсем. – Тик, нисәү генә ҡалһаҡ та, иҫән­дәр ҙә, ҡайтҡас мәрхүм булғандар ҙа, цинк табутта ҡайтҡандар ҙа – һәммәһе лә иғтибарҙан юғалмай. Яуҙаштар бит яуҙа ғына һыналмай, тыныс тормошта ла бергә хеҙмәт иткән, бергә үлем тырнағынан арынған егеттәрҙе онотмайбыҙ. – Мәргән снайпер бында ла сәпкә тейҙерҙе...
Эйе, районда Рәшит Мәрби улы етәкселегендәге ойошманың Афған һуғышында ҡатнашҡан­дарға, һәләк булғандарҙың туған­дарына ярҙам итеүҙә, йәштәрҙе илһөйәр итеп тәрбиәләүҙә әһәмиәте сикһеҙ ҙур. Әммә ярҙам итеүсегә лә ярҙам кәрәк тигәндәй, район етәк­селегенең иғтибарын да телгә алмай булмай. Бү­лексәнең ҡаланы төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарып, ошо рәүешле финанс туплауы йәнә егеттәргә матди ярҙам итеүҙә ҙур көскә эйә. Көтөп ятмайынса, әүҙемлек күрһәтеүҙәре иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ.
...Рәшит ағай Афған һуғы­шындағы хәрби батырлыҡтары өсөн миҙал һәм ордендар менән бүләкләнгән. Миңә ҡалһа, ул тыныс тормош хаҡында бергәләп хыялланған яуҙаштарын яуҙағы­лай ҡәҙерләгәне өсөн дә орденға лайыҡ.
Ишембай районы.


Автор: Рәмил МАНСУРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт  индерелде

Башҡортостан тарихы дәреслегенә «Башинформ» агентлығы тураһында мәғлүмәт индерелде 12.05.2026 // Йәмғиәт

Дәреслектең электрон версияһын Башҡортостандың Мәғариф министрлығы сайтынан күсереп алырға мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте

Өфө аэропорты рейстарҙың тотҡарланыуы хаҡында иҫкәртте 12.05.2026 // Йәмғиәт

Быға пилотһыҙ хәүеф режимы индерелеүе сәбәпсе....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә

Башҡортостанда Константин Толкачевтың хәтере мәңгеләштерелә 12.05.2026 // Йәмғиәт

Константин Толкачев оҙайлы ҡаты ауырыуҙан һуң 74-се йәшендә арабыҙҙан китте....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 2

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Байрамдарҙан һуң республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә....

Тотош уҡырға 2

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 2

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә