Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өммәт көсө – ирҙәрҙә
Өммәт көсө – ирҙәрҙәИсламда ир-аттың баһаһы ифрат юғары. Көслө зат борон-борондан динебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү бурысын үтәүҙә алдан барған, өммәттең, Ватандың именлеге өсөн оло яуаплылыҡ тотҡан. Бөгөн дә, әл-хәмдү лил-ләһ, ата-бабабыҙҙың аманатына тоғро ҡалып, ир-ат күпләп хаҡ юлға аяҡ баҫа, һәр яҡлап өлгө күрһәтеп йәшәргә тырыша. Был йәһәттән урындарҙа имам-хатиптарға айырыуса ҙур бурыс йөкмәтелгән.

– Мәғлүм ки, үҙең үрнәк булмай тороп, башҡаларҙы артыңдан эйәртеү мөмкин түгел, – ти Бөрйән районының имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов. – Ошоно ныҡлы белгән имамдарыбыҙ халыҡ­ҡа өлгө күрһәтеп йәшәүҙе төп бурыс­тарының береһе итеп алған. Заман талаптарына ярашлы, күбеһенең үҙ кәсебе бар: ағас эше, умарта­сылыҡ менән шөғөлләнәләр, бәғзе­ләр оҫтахана тота. Мәҫәлән, Ғәлиәк­бәр ауылы мәсетенең имам-хатибы Самат хәҙрәт Сабитов – республикала билдәле батман яһаусы. Шәп солоҡсо ла. Диндарлыҡ бурысын да ихлас атҡара, ауылда ҙур тәрбиәүи эш алып бара. Башҡа имам-хатиптарыбыҙ ҙа, тап Самат хәҙрәт кеүек, төйәгенең терәк-таянысы булып тора.
“Ихлас күңелле кеше динде тиҙе­рәк ҡабул итә” тигән фекерҙә Рәсүл хәҙрәт. Әйтеүенсә, был йәһәттән Бөр­йәндең төп байлығы – уның ябай, илгәҙәк халҡы. Тәбиғәт ҡоса­ғында ғүмер иткәнгәлер, күңелдәре саф, таҙа. Райондың һәр ауылында мәхәллә булыуы, мәсеттәрҙең йылдан-йыл артыуы – динебеҙ ҡанундары буйынса яҡты өмөт-ышаныс менән йәшәүҙең төп билдәһе.
– Мәхәллә – кәмендә ун кешенән торған дини ойошма. Тупланған халыҡ әҙерәк икән, асып булмай, – ти Рәсүл хәҙрәт. – Тимәк, районы­быҙҙың һәр ауылында кәмендә ун ҡәрҙәшебеҙ хаҡ юлда тигән һүҙ. Әл-хәмдү лил-ләһ, был майҙан киңәй­гәндән-киңәйә. Яңынан-яңы иман йорттары ҡалҡа. Быйыл, иншаллаһ, тағы биш ауылда – Мәһәҙей, Яңы Монасип, Килдеғол, Мәндәғол, Ҡурғашлыла – мәсет асыу көтөлә. Уларҙа төҙөлөштөң күп өлөшө тамамланған, бәғзе эске эштәр генә ҡалған. Барыһы ла халыҡтың дөйөм көсө менән башҡарыла. Изге эштә һәр кем ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Шул уҡ ваҡытта район хакимиәте – ныҡлы терәк-таянысыбыҙ. Етәкселек беҙгә бөтөн яҡтан булышлыҡ ҡылырға әҙер, бер ҡасан да ҡаршы килмәй. Мәсет төҙөү өсөн ағас йүнләүҙән башлап төрлө саралар ойоштороуға тиклем ярҙам итәләр.
Уның әйтеүенсә, район имамдары араһында шундай ғәмәл йолаға ингән: һәр шаршамбы күмәкләп йыйылып, алдан билдәләнгән ауылда осрашыу үткәрәләр. Һөйләшеү мәсеттә генә түгел, мәҙәниәт йортонда, мәғариф учреждениеларында ла уҙғарыла.
– Бындай сараларҙың файҙаһы баһалап бөткөһөҙ, – ти имам-мөхтә­сиб. – Беренсенән, урындағы халыҡ башҡа ауылдарҙа, район үҙәгендә дини йәһәттән ниндәй эштәр алып барылғанлығы хаҡында хәбәрҙар була, үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап ала. Икенсенән, имамдарыбыҙ күмәк кеше алдында сығыш яһау оҫталығын даими камиллаштыра, фекерен аныҡ еткерергә өйрәнә. Шулай уҡ уларҙы район халҡы таный башлай. Ошо рәүешле дин әһелдәренең абруйын арттырыу маҡсатын да тормошҡа ашырабыҙ. Бөгөн халыҡта дингә бәйле һорауҙар күп. Улар яуап эҙләп таныш булмаған кешеләргә, Интер­нетҡа түгел, ә үҙҙәренең имамдарына мөрәжәғәт итһен ине. Шул саҡта күңелдәрҙә яңылыш фекерҙәр урын алмаҫ, дин юлы тармаҡ­ланмаҫ. Имамдар ҙа, әлбиттә, бер уйҙа булырға, эшмәкәрлекте бер маҡсатта алып барырға, бүленешеп йөрөмәҫкә тейеш. Халыҡ диндар­ҙарҙың Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн ихлас хеҙмәт иткәнен күрһен. Уй-ниәттәренең яҡтылығына инанһын. Шул саҡта ғына, иншаллаһ, күңелдәрҙә ышаныс уята алырбыҙ. Беҙҙең имамдар тап ошо маҡсатҡа ынтыла, алдан әйткәнемсә, һәр яҡлап өлгө күрһәтеп йәшәргә тырыша. Урындағы иман йорттарын да, Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеп, ҡул, һүҙ, тәрбиә көсө менән тотоп килә улар.
Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәтйәнов ра­йон ҡатын-ҡыҙҙарының да дин юлында байтаҡ эш башҡарғанын билдә­ләй. Улар, дәрестәргә йөрөп, Ислам нигеҙҙәрен өйрәнә, үҙ-ара төрлө саралар ойоштора.
– Белеүебеҙсә, диндә ҡатын-ҡыҙҙың баһаһы юғары. Улар киләсәкте тәрбиәләй, ғаилә усағын һүндермәй һаҡлай, – ти имам-мөхтәсиб. – Ә йәмғиәт араһында дин эштәрен ирҙәр алып барырға тейеш. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ аҙан әйтмәй бит инде. Ул шулай уҡ на­маҙ­ҙы алып бармай, вәғәз һөйләмәй. Ил, дин эштәре шәриғәт буйынса ир кешегә йөкмәтелгән. Улар хаҡ юлға күберәк баҫҡан һайын, динебеҙ нығыраҡ үҫешә, ҡеүәтләнә бара.
Ислам бөтә тормошобоҙға үтеп инһә, бихисап мәсьәлә яйға һалы­ныр – социаль хәл яҡшырыр, етемлек бөтөр, бер-береңә яманлыҡ ҡылыу, ялҡаулыҡ, ҡомһоҙлоҡ, уғры­лыҡ кеүек күренештәр йәмғиәткә ят булыр ине. Шул уҡ ваҡытта рухи ҡиммәттәребеҙ ҙә һис ниндәй зыян күрмәҫ, киреһенсә, даими үҫешер. Мәҫәлән, дин көслө ерҙә туған телгә ҡарата иғтибар ҙа ныҡлы була. “Беҙ һеҙҙе халыҡтар, милләттәр итеп яралттыҡ, бер-берегеҙҙе таныр өсөн”, – тиелгән Ҡөрьәндә. Тимәк, был төшөнсәләр – Аллаһ Тәғәләнең аманаты. Халҡыбыҙҙы, милләте­беҙҙе, туған телебеҙҙе һаҡларға тейешбеҙ. Был эштәрҙең башында ир-ат торорға бурыслы.
Бөгөнгө төп проблемаларҙың береһе – ғилемһеҙлек. Шул сәбәпле диндә лә, тормошта ла аңлашыл­маусанлыҡтар тыуа. Быны мәғлүмәт күплегенән күрәм – интернетта нимә генә юҡ! Мәҫәлән, дин темаһына ҡыҫҡа ғына видеолар ҡуйыла. Улар ғилем бирәме һуң? Һөйләгәндәре нисек йәһәт ҡабул ителһә, шундай уҡ тиҙлек менән иҫтән сығып та китә. Ғөмүмән, мәғлүмәт күплектән әҙәм балаһы уйлау, өйрәнеү һәләтен юғалта башланы кеүек. Ғилем алыу – уҡығаның хаҡында уйланыу, уны йөрәгең аша үткәреү. Белем нигеҙле булырға тейеш. Динебеҙ артабан да үҫешһен өсөн мәғлүмәт тупларға түгел, ә ғилем алырға кәрәк. Тормош тотҡаһы булған ир-ат тәү сиратта шул маҡсатҡа ынтылырға, белеме менән өммәттең ҡеүәтен арттырырға бурыслы.

Бөрйән районы.


Автор: Дилбәр ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә